Ҡытай, ниндәй ил һин?20.06.2015
Халыҡ-ара проектҡа ярашлы, Башҡортостандан һәләк булған хәрби хеҙмәткәрҙәрҙең балалары Ҡытайға юллана.

“Рәсәй балалары — Ҡытай ҡунаҡтары” программаһына арнал­ған матбуғат конференцияһында Дәүләт Думаһы Рәйесе урынбаҫары Сергей Железняк ошо турала һөйләне. Халыҡ-ара проект Рәсәй менән Ҡытай Халыҡ Республикаһы араһындағы социаль-гуманитар һәм мәҙәни хеҙмәттәшлеккә ярашлы ғәмәлгә ашырыла. Аҙ тәьмин ителгән һәм хәрби бәрелештәрҙә зыян күргәндәрҙең ғаиләләренән булған 40 баланан торған тәүге төркөмгә Ҡытайға сәфәр ҡылыу, ил тормошо һәм мәҙәниәте менән танышыу мөмкинлеге бире­лә. Программаны “Берҙәм Рәсәй” партияһы менән Ҡытайҙың хәйриә ойош­ма­ларының береһе тор­мош­ҡа ашыра. Сәйә­хәт­­­селәр һәләк булған­дар­ҙың ғаиләләре ха­ҡын­да хәстәрлек күргән “Яугир­ҙәр иҫтәлегенә” (“Память витязям”) ойошмаһы менән бергә юллана. Икенсе төркөмгә атаһы һәләк булған һәм үҙҙәре йәмәғәт ойошмалары эшендә ирекмән сифатында ҡатнашҡан балалар инә.




Вернуться назад