Владимир Путиндың мәҡәләһе “түңәрәк өҫтәл”дә тикшерелдеБашҡортостан Республикаһы Президенты ҡарамағындағы Башҡортостан дәүләт хеҙмәте һәм идара итеү академияһында Владимир Путиндың “Ғәҙеллеккә өлгәшеү. Рәсәй өсөн социаль сәйәсәт” тип аталған бишенсе мәҡәләһенә арналған “Хәҙерге Рәсәйҙең социаль сәйәсәте: проблемалар һәм перспективалар” тигән темаға “түңәрәк өҫтәл” үткәрелде.
Ғалимдар, депутаттар корпусы, министрлыҡтар һәм ведомстволар вәкилдәре йәмғиәттә социаль ғәҙеллеккә өлгәшеү мәсьәләләре, социаль сәйәсәттең һөҙөмтәлелек күрһәткесе булараҡ халыҡтың йәшәү сифаты, дәүләттең социаль өлкәгә идара итеүендәге проблемалар һәм ҡаршылыҡтар тураһында һөйләште.
— Илдәге сәйәси хәл ярайһы уҡ көсөргәнешле, — тине академия ректоры, “түңәрәк өҫтәл”де алып барыусы Сергей Лаврентьев. — Йәмғиәттә әүҙем дискуссия бара. Владимир Путиндың төрлө өлкәләрҙәге хәлде баһалаған мәҡәләләре сетерекле мәсьәләләрҙе билдәләү менән генә сикләнеп ҡалмай, уларҙы хәл итеү юлдарын бергәләп эҙләргә тәҡдим итә.
Владимир Путиндың Өфөләге төбәк йәмәғәтселекте ҡабул итеү бинаһы етәксеһе, М. Аҡмулла исемендәге Башҡорт дәүләт педагогия университеты ректоры Раил Әсәҙуллин мәҡәләнең студент стипендияларын арттырыу зарурлығы тураһындағы тезисына иғтибарҙы йүнәлтте.
Башҡортостан Республикаһында Кеше хоҡуҡтары буйынса вәкил Рим Ҡәйүмов торлаҡ мәсьәләһенең көнүҙәклеген билдәләне, шул уҡ ваҡытта халыҡты авария хәлендәге торлаҡтан күсереү тураһындағы федераль законға үҙгәрештәр индереү зарурлығына һәм күптәрҙең ипотека ала алмауына иғтибарҙы йүнәлтте. Башҡортостан Республикаһында Бала хоҡуҡтары буйынса вәкил Милана Скоробогатова күп балалы ғаиләләр проблемаһының асыҡтан-асыҡ күтәрелеүен һәм Владимир Путиндың Федерация субъекттарын өсөнсө һәм артабанғы балалар өсөн махсус пособие түләргә саҡырыуын юғары баһаланы.
Ҡайһы бер тезистарҙың Башҡортостанда күптән тормошҡа ашырылыуы ла билдәләнде. Мәҫәлән, һөнәри мәктәпте үҫтереү һәм эш биреүселәр тарафынан һөнәри стандарттарҙы эшләү.
— Былтыр республикабыҙҙа 2011—2015 йылдарға Мәғарифты яңыртыу программаһы ҡабул ителде. Ул Владимир Путин тәҡдим иткән схемаға тулыһынса тап килә, — тине Башҡортостандың мәғариф министры урынбаҫары Елена Козлова.
Тағы ла бер ыңғай миҫал: Башҡортостанда балалар баҡсалары күп төҙөлә. Баш ҡалала ғына былтыр ун баҡса сафҡа индерелде, быйыл тағы ла ун икене төҙөү күҙаллана, тип хәбәр итте Өфө ҡалаһы хакимиәте башлығы урынбаҫары Сынтимер Баязитов.
“Түңәрәк өҫтәл”дә мәҙәниәт мәсьәләләренә айырым иғтибар бирелде. Эксперттарҙың фекеренсә, мәҙәниәттең әлеге үҫеш этабында яңы стратегия талап ителә. Башҡортостан Республикаһы Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтайҙың Мәғариф, фән, мәҙәниәт, спорт һәм йәштәр эштәре буйынса комитеты рәйесе Рауил Бикбаев әйтеүенсә, илдә мәҙәниәтте үҫтереү буйынса милли проект кәрәк.
“Түңәрәк өҫтәл”дә ҡатнашыусылар уҙған быуаттың 90-сы йылдарында тыуған быуындың бала табыу йәшенә етеүе менән демографик хәлдең киҫкенләшәсәге, түбән тормош сифаты (был күрһәткес буйынса Рәсәй донъяла 70-се урынды биләй) хаҡында борсолоп һөйләне.
Ә. ХӘКИМОВА.