2015 йыл, 11 июнь № 112/2 — 5
Өфө
15-се Күмертау һайлау округы буйынса Башҡортостан Республикаһының бишенсе саҡырылыш Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай депутатын өҫтәмә һайлау буйынса округ һайлау комиссияһы вәкәләттәрен Башҡортостан Республикаһының Күмертау ҡалаһы ҡала округының территориаль һайлау комиссияһына йөкмәтеү тураһында“Рәсәй Федерацияһы граждандарының һайлау хоҡуҡтарының һәм референдумда ҡатнашыуға хоҡуғының төп гарантиялары тураһында”ғы Федераль закондың 23-сө статьяһындағы 10-сы пунктҡа, 25-се статьяһындағы 1-се пунктҡа, Башҡортостан Республикаһы Һайлау тураһындағы кодексының 20-се статьяһындағы 9-сы өлөшкә, 24-се статьяһындағы 1-се өлөшкә ярашлы, Башҡортостан Республикаһының Үҙәк һайлау комиссияһы ҡарар итә:
1. 15-се Күмертау һайлау округы буйынса Башҡортостан Республикаһының бишенсе саҡырылыш Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай депутатын өҫтәмә һайлау буйынса округ һайлау комиссияһы вәкәләттәрен Башҡортостан Республикаһының Күмертау ҡалаһы ҡала округының территориаль һайлау комиссияһына йөкмәтергә.
2. Ошо ҡарарҙы “Республика Башкортостан”, “Башҡортостан”, “Кызыл таң”, “Кумертауское время” гәзиттәрендә баҫтырып сығарырға.
Башҡортостан Республикаһының Үҙәк һайлау комиссияһы рәйесе
Х.А. Вәлиев.
Башҡортостан Республикаһының Үҙәк һайлау комиссияһы секретары
М.Б. Долматова.