2015 йыл, 11июнь № 112/1 — 5
Өфө
15-се Күмертау һайлау округы буйынса Башҡортостан Республикаһының бишенсе саҡырылыш Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай депутатын өҫтәмә һайлауҙы тәғәйенләү тураһында“Рәсәй Федерацияһы граждандарының һайлау хоҡуҡтарының һәм референдумда ҡатнашыуға хоҡуғының төп гарантиялары тураһында”ғы Федераль закондың 10, 23, 71-се статьяларына, Башҡортостан Республикаһы Һайлау тураһындағы кодексының 10, 20, 88-се статьяларына ярашлы һәм Башҡортостан Республикаһы Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтайҙың 2015 йылдың 10 июнендәге “Башҡортостан Республикаһы Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай депутаты Макаров Андрей Юрьевичтың вәкәләттәрен ваҡытынан алда туҡтатыу тураһында”ғы 1188-се ҡарары нигеҙендә Башҡортостан Республикаһының Үҙәк һайлау комиссияһы ҡарар итә:
1. 15-се Күмертау һайлау округы буйынса Башҡортостан Республикаһының бишенсе саҡырылыш Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай депутатын өҫтәмә һайлауҙы 2015 йылдың 13 сентябренә тәғәйенләргә.
2. Ошо ҡарарҙы “Республика Башкортостан”, “Башҡортостан”, “Кызыл таң”, “Кумертауское время” гәзиттәрендә баҫтырып сығарырға.
Башҡортостан Республикаһының Үҙәк һайлау комиссияһы рәйесе Х.А. Вәлиев.
Башҡортостан Республикаһының Үҙәк һайлау комиссияһы секретары М.Б. Долматова.