15 февралдә Яр Саллыла Башҡортостан Президенты Рөстәм Хәмитов Рәсәйҙә демографик сәйәсәтте һәм һаулыҡ һаҡлауҙы яңыртыуҙың төбәк программаларын тормошҡа ашырыу мәсьәләләре буйынса Хөкүмәт Рәйесе Владимир Путин үткәргән кәңәшмәлә ҡатнашты. Унда тыуымды арттырыу, үлем осраҡтарын кәметеү саралары, 2012 йылдан һаулыҡ һаҡлау тармағын яңыртыу бурыстары ҡаралды.
Башҡортостанда 2025 йылға тиклемге демографик сәйәсәт концепцияһы раҫланған. Республикала демографик хәл яҡшыра: тыуым кимәле (2011 йылда 1 мең кешегә — 13,7) үлемдән (1 мең кешегә — 13,4) юғарыраҡ, халыҡтың тәбиғи артымы теркәлә.
2011 — 2012 йылдарҙа һаулыҡ һаҡлауҙы яңыртыуҙың республика программаһын тормошҡа ашырыуға 15,5 миллиард һум аҡса бүлеү ҡаралған. Былтыр ошо аҡсаның яртыһы тиерлек файҙаланылған.
Башҡортостандың һаулыҡ һаҡлау системаһында төп проблемаларҙың береһе — кадрҙар етмәү. Бөгөн ауылда 1280 табипҡа ихтыяж бар. “Ауыл табибы” проектын тормошҡа ашыра башлау менән хәлдең яҡшы яҡҡа үҙгәреүе мөмкин. Уға ярашлы, ауыл дауаханаларына эшкә ҡайтҡан йәш табиптар федераль бюджеттан 1 миллион һум күләмендә бер тапҡыр бирелә торған компенсация аласаҡ. Йәш белгестәргә ярҙам күрһәтеүҙең төбәк программаһы буйынса республика бюджетынан һәр белгескә тағы ла 100 мең һум аҡса бүленәсәк. Проектта ҡатнашыу өсөн Башҡортостандан 215 белгес яҙылды.
Кәңәшмә барышында Владимир Путин төбәк башлыҡтарына киләһе дүрт йылда, демографик хәлде иҫәпкә алып, балалар баҡсаларына сират мәсьәләһен хәл итергә ҡушты, тип хәбәр итә республика Президентының матбуғат хеҙмәте.
М. ӘМИНЕВА.