Икенсе НАТО барлыҡҡа килерме?02.06.2015
Рәсәйҙең Европа союзы санкцияларына яуап биреүе, Михаил Саакашвилиҙың Грузия гражданлығын юғалтыуы, Польшала власҡа көтөлмәгән кешенең килеүе үткән арауыҡтың мөһим ваҡиғалары рәтендә торҙо.


Рәсәйҙең санкцияларға яуабы

Европа союзының илебеҙгә ҡарата иғлан иткән санкцияларына йылдан ашыу ваҡыт уҙҙы. ЕС һәм АҠШ Рәсәйҙе иҡти­сади ҡамауҙа ҡалдырырға ниәт­ләгәйне, әммә уйҙары тормошҡа ашманы. Европа союзының июндә үтәсәк саммитында был сикләүҙәрҙе оҙайтыу хаҡында һүҙ бара ине. Ошоно күҙ уңында тотоп, Мәскәү Брюсселде төп башына ултыртырға бул­ды, күрәһең: Европа союзы илдәренең 89 чиновнигына Рәсәйгә инеү тыйылды. Бын­дай санкцияны төрлөсә ҡабул итте­ләр. Ҡайһы берәүҙәр әлеге исем­леккә инеүенә бәйләп үҙенең йоғонтоло кеше булыуын белгертергә өлгөрһә, Бөйөк Британия һәм Польша чиновниктары, кире­һен­сә, көйөнөүен йәшермәне.
Дөрөҫ, санкциялар һуғышы бер ниндәй яҡшылыҡ алып килмәйәсәк. Һуңғы сиктә, ҡаршы яҡ бер ниндәй һөҙөмтә бирмәҫтәй һөйләшеүҙәр алып барған осраҡта ғына ҡабул ителә бындай ҡарар. “Оло ете” илдәре саммитында ла Рәсәйгә ҡаршы санкцияларҙы оҙайтыу хаҡында һүҙ бу­лыр тип көтөлә. Беҙҙең илдең ЕС чиновник­тарына сикләү ҡуйыуы иһә мөнә­сә­бәт­тәрҙе тағы ла ҡатмарландырып ебәрәсәк. Шул уҡ ваҡытта Рәсәй ҡул ҡаушырып та ултыра алмай, был көткән һөҙөмтәне бирмәйәсәк. Етмәһә, ЕС етәк­сеһе Жан-Клод Юнкер сираттағы саммитта Европа союзының үҙ армияһын булдырыу хаҡында һүҙ алып бара. Шулай була ҡалһа, икенсе НАТО барлыҡҡа килә тигән һүҙ. Уларҙың ҡоралы кемгә тоҫҡа­лыры ла билдәле – Рәсәйгә.
Дөйөм алғанда, Украинала барған һу­ғыш илебеҙ өсөн бик ҡиммәткә төшмәксе. ЕС менән Рәсәй араһында башланған низағтың төп сәбәпсеһе Украина икәнле­ген тағы ла бер тапҡыр иҫкә төшөрөп китеү яҙыҡ булмаҫ. Әлегә иһә был илдә Минск килешеүе һанға һуғылмай, ҡан ҡойош дауам итә. Петр Порошенко ты­ныслыҡ урынлаштыраһы урынға яңынан-яңы бәхәсле хәл-ваҡиғалар эҙләй.

Үҙ еренә ҡайта алмаһа ла...

Петр Порошенко Михаил Саакаш­ви­лиҙы Одесса өлкәһе губернаторы итеп тәғәйенләне. Ошоға бәйле Грузияның элекке президенты үҙ илендә граж­дан­лығын юғалтты. Ул 2008 – 2013 йылдарҙа дәүләт етәксеһе булғайны, власҡа Георгий Маргвелашвили килгән­дән һуң Грузиянан ҡасып тиерлек сығып китте. Ни өсөн тигәндә, элекке президентҡа ҡарата бер нисә енәйәт эше асылды. Ҡасаҡ башлыса АҠШ-та йәшәне. Быйыл февралдә Петр Порошенко уны кәңәшсеһе итеп тәғәйенләне. Шулай итеп, карьераһын дауам иттереү маҡсатында элекке етәксе сит илгә эшкә килде.
Грузия сәйәсмәне Нино Буржанадзе Саакашвилиҙың Одесса өлкәһе губернаторы итеп тәғәйенләнеүен “грузин халҡын мыҫҡыл итеү” тип атаны. Уныңса, Петр Порошенко әлеге ҡарарҙы ҡабул иткәндә Грузия иле барлығын иҫәпкә алмаған. Ә Саакашвилиҙың фирҡәләштәре Одесса менән Грузия араһында яңы хеҙмәт­тәшлек барлыҡҡа килер тип өмөтләнә.
Ғөмүмән, Украина власында ситтән кил­гән кешеләр байтаҡ булып китте. Быны кадрҙарға ҡытлыҡ менән генә аңлатып булмай. Порошенко һәр аҙымы аша үҙ юлындағы кәртәләрҙе әкренләп емерә бара. Ә Саакашвили уға тоғро хеҙмәт итәсәк, уның башҡа юлы ла юҡ. Үҙ иленә ҡайтһа, төрмәгә ултыртасаҡтар. Әйткәндәй, Грузияла уны ҙур күләмдә ришүәт алыуҙа ғәйепләйҙәр. Ошондай ке­шенең Украинала юғары вазифаға тәғә­йенләнеүе коррупцияны хуплау кеүек килеп сыға. Ысынлап та, Украинала ришүәтселек сәскә ата. Тимәк, киләсәктә унда майҙан тотоусылар йәнә була­саҡ әле. Бынан бер йыл элек тыныслыҡ, тейешле эш хаҡы вәғәҙә иткән Порошенко үҙ һүҙендә тора алмаған осраҡта ыҙғыштың айырыуса көсәйеүе ихтимал.

Яңы власть хәүеф уята

24 майҙа Польшала президент һайла­уының икенсе туры булды. Тәүгеһе 10 май­ҙа уҡ үткәйне. Икенсе турға ғәмәлдәге президент Бронислав Коморовский менән оппозициялағы “Хоҡуҡ һәм ғәҙеллек” партияһы етәксеһе Анджей Дуда сыҡты. Барыһын да ғәжәпкә ҡалдырып, уларҙың икенсеһе 51,5 процент тауыш менән еңеү яуланы. Ә Коморовскийҙыҡы – 48,5 процент. Шулай итеп, Польшала власть алышына.
Анджей Дуданы Смоленск ҡалаһы эргәһендә авиаһәләкәттә һәләк булған президент Лех Качиньскийҙың вариҫы тип атарға ла өлгөрҙөләр. Ә элекке етәксе милләтсе булыуы менән айырылып тора ине. Ошондай кешенең власҡа килмәүе хәйерлерәк тә. Коморовский Украинаға Польша ғәскәрҙәрен индереүҙе кисектереп килә ине, быныһы иһә ҡушҡуллап риза буласаҡ. Етмәһә, Анджей Дуда Европа парламентында депутат булып тора.




Вернуться назад