Константин Толкачев: “Владимир Путиндың тәҡдимдәре социаль мәсьәләләрҙе хәл итеүгә булышлыҡ итәсәк”16.02.2012
Рәсәй Федерацияһы Хөкүмәте Рәйесе Владимир Путиндың “Ғәҙеллеккә өлгәшеү. Рәсәй өсөн социаль сәйәсәт” тигән бишенсе мәҡәләһе донъя күрҙе. Башҡортостан Республикаһы Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай Рәйесе Константин Толкачев, Рәсәй Хөкүмәте башлығының мәҡәләһенең положениелары, һис шикһеҙ, дәүләт власы, урындағы үҙидара органдары, Башҡортостан йәмәғәтселеге һәм граждандары араһында тейешле баһа аласаҡ, тип билдәләне.
— Республика Президенты Рөстәм Хәмитовтың Указы менән 2012 йыл беҙҙә Имен бала саҡ һәм ғаилә ҡиммәттәрен нығытыу йылы тип иғлан ителде, — тине республика парламенты етәксеһе. — Үҙенең сығыштарында Башҡортостан Президенты ғаиләнең именлеге хаҡында хәстәрлек күреү, әсәлекте һәм балалыҡты яҡлау дәүләт сәйәсәтенең төп йүнәлештәре булып тора, тип күп тапҡыр билдәләне. Республика парламентының — Дәүләт Йыйылышы депутаттарының эшендә лә был — өҫтөнлөклө йүнәлеш.
Константин Толкачев мәҡәләлә социаль проблемаларға, “кеше потенциалын үҫтереү” мәсьәләһенә ҙур иғтибар бирелеүен ыңғай баһаланы.
— Әлбиттә, күп балалы ғаиләләргә ярҙам күрһәтеү буйынса башланғыстарының барыһы ла хуплауға лайыҡ, — тине Башҡортостан Республикаһы Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай Рәйесе. — Шуныһы мөһим: Владимир Владимирович бурыстар ҡуйыу менән генә сикләнеп ҡалмаған, ә күп балалы һәм аҙ тәьмин ителгән ғаиләләргә ысын ярҙам күрһәтеүҙең ҡайһы бер алымдарын билдәләгән. Бындай сараларға Рәсәй граждандары тарафынан ижади ҡеүәтте тормошҡа ашырыу, аҙ тәьмин ителгән граждандарҙың балаларына уҡыуҙа матди ярҙам күрһәтеү, карьераны үҫтереү өсөн ҙур мөмкинлектәр тыуҙырыу, Рәсәй халҡына медицина хеҙмәттәре күрһәтеүҙе яҡшыртыу, торлаҡ мәсьәләһен хәл итеү өсөн шарттар булдырыу һәм башҡалар инә.
Константин Толкачев, ғаиләгә, әсәлеккә, атайлыҡҡа һәм балалыҡҡа дәүләт ярҙамы күрһәтеү ярайһы уҡ оҙаҡ ваҡытҡа республикалағы бөтә власть структуралары өсөн өҫтөнлөклө йүнәлеш булып ҡала, тип билдәләне.
— Республикала ошо өлкәгә ҡараған мәсьәләләр буйынса бай закондар базаһы төҙөлдө, — тине парламент башлығы. — Беҙ Рәсәй төбәктәре араһында тәүгеләрҙән булып “Башҡортостан Республикаһында ғаиләне, әсәлекте, атайлыҡты һәм балалыҡты һаҡлау тураһында” Закон ҡабул иттек. “Башҡортостан Республикаһында күп балалы ғаиләләргә дәүләт ярҙамы тураһында”ғы, “Башҡортостан Республикаһында йәш ғаиләләргә дәүләт ярҙамы тураһында”ғы, “Баланы уллыҡҡа алған ата-әсәләрҙең хеҙмәтенә түләү һәм ошондай ғаиләләргә күрһәтелгән социаль ярҙам саралары тураһында”ғы, “Башҡортостан Республикаһында патронат тәрбиә тураһында”ғы, “Башҡортостан Республикаһында балаға айлыҡ пособие тураһында”ғы закондар, башҡа норматив хоҡуҡ акттары тормошҡа ашырыла.
Башҡа төбәктәр менән сағыштырғанда һәйбәтерәк демографик хәл ошондай сәйәсәттең һөҙөмтәһе булып тора, тигән фекерҙә парламент башлығы.
— Республика, Мәскәү менән Санкт-Петербургтан ғына ҡалышып, тыуым буйынса өсөнсө урынды биләй, — тине Константин Толкачев. — Ғаилә йәмғиәтебеҙҙең нигеҙе булды һәм булып ҡала, шуға күрә республика етәкселеге ижтимағи мөнәсәбәттәрҙең ошо өлкәһенә ҙур иғтибар бирә. Владимир Путиндың мәҡәләһе, ундағы тәҡдимдәр ошо мәсьәләләрҙе хәл итеүгә булышлыҡ итер, тип уйлайым.
Л. ДӘҮЛИЕВА.


Вернуться назад