“Тыйылған” темалар юҡ16.02.2012
18 февралдә “Вся Уфа” телеканалында Башҡортостан Президенты Рөстәм Хәмитов менән тура бәйләнеш үткәрелә. Республика Президентының 19 сәғәт 30 минуттан алып 21 сәғәт 30 минутҡа тиклем ике сәғәт дауамында халыҡ менән аралашыуы көтөлә. Теләге булған һәр кем тура эфирҙа Рөстәм Хәмитовҡа һорау бирә аласаҡ. Бының өсөн Өфөләге 255-90-27 телефоны аша шылтыратырға йәки www.allufa.ru сайтында һорау бирергә кәрәк.
Рөстәм Хәмитов, “тыйылған” темалар юҡ, тигән фекерҙә һәм тамашасылар менән төрлө проблемаларҙы тикшерергә, һорауҙарға яуап бирергә әҙер. Хәтерегеҙгә төшөрәйек: күптән түгел Рәсәй Хөкүмәте Рәйесе Владимир Путин да ил халҡы менән ошо рәүешле аралашҡайны. Тура бәйләнеш барышында уға Өфөләге Салауат Юлаев һәйкәле эргәһендәге күсмә телестудияларҙың береһенән һорауҙар бирелгәйне.
А. ХӘЛИЛОВ.


Вернуться назад