Ил Президенты менән бергә Башҡортостан халҡы ҡала һәм район Советтарына ла депутаттар һайлаясаҡ. Башҡортостан Президенты Рөстәм Хәмитов Өфө ҡала Советына депутатлыҡҡа кандидаттар менән осрашты һәм улар алдында торған проблемалар, бурыстар тураһында һөйләне.
— Үҙгәрештәр тәү сиратта йәмғиәт аңында барлыҡҡа килде. Сәйәси реформалар башланды. Ил йоҡонан уянып киткәндәй булды. Бөгөн власть партияһына ҡарата тәнҡит һүҙҙәре лә бар. Ниндәйҙер осраҡта ул дөрөҫ. Сөнки һуңғы йылдарҙа партия халыҡтан ситләште, диалог тураһында онотто һәм үҙ мәнфәғәтен ҡайғырта башлағайны, — тине Президент.
Рөстәм Зәки улы әйтеүенсә, әле йәмғиәт етәкселектән ҡырҡа үҙгәрештәр көтә, сөнки халыҡ илдең аҡрын үҫешенән ҡәнәғәт түгел. Ул Өфөнөң башҡа ҡалалар менән сағыштырғанда артта ҡалыуын да һыҙыҡ өҫтөнә алды.
Халыҡ таҙа ихата һәм подъезд, яңы юлдар, ял итеү урындары, парктар, аттракциондар булдырыуҙы һорай. Торлаҡ һәм лайыҡлы эш хаҡы тураһында әйтеп тормаһаң да аңлашыла. Ошолар буйынса Өфө Рәсәйҙең башҡа миллионлы ҡалаларынан артта ҡала. Оҙаҡ ваҡыт ҙур сауҙа-күңел асыу үҙәге булманы. Ҙур тырышлыҡ менән, ниһайәт, “Мега” асылды. Аквапаркта ял итеү өсөн өфөләр Ҡазан, Һамар, Магнитогорск ҡалаларына йөрөргә мәжбүр.
— Өфөлә торлаҡ мәсьәләһе үтә киҫкен тора. Беҙгә бик күп социаль торлаҡ төҙөргә кәрәк. Әммә уның өсөн урын юҡ. Ер алыпһатарҙар ҡулында, улар нисек тә булһа ҡиммәтерәк хаҡҡа һатырға уйлай. Ә яңы биләмәләрҙе үҙләштереү бик ҡиммәткә төшә. Баш ҡала янындағы урында шәхси йорттар төҙөү ҙә сығымлы эш, — тине Президент. — Һөҙөмтәлә социаль торлаҡ мәсьәләһе хәл ителмәй ҡала. Ә күсемһеҙ милеккә хаҡтар арта бара. Мәҫәлән, икенсел баҙарҙа фатирҙың квадрат метры 50 мең һумдан ашыу тора.
Ысынлап та, хәл ителмәгән мәсьәләләр бихисап. Шуға күрә Президент һәм баш ҡала халҡы депутаттарҙан ҙур эштәр көтә.
— Беҙгә берҙәм эшләргә кәрәк. Аҡса, инвесторҙар эҙләргә, яңы предприятиелар асырға, Өфөнө күркәм, заманса ҡала итергә бурыслыбыҙ.
Рөстәм Хәмитов Өфөнө Ҡазан һәм Екатеринбург менән сағыштырҙы, был ҡалаларҙың беҙгә төп конкурент булыуын әйтте. Президент күтәргән темалар араһында эш хаҡы, федераль әһәмиәттәге юғары уҡыу йорттары булдырыу, баш ҡалала ил һәм донъя кимәлендә спорт, мәҙәни, сәйәси саралар үткәреү мөмкинлеге һәм башҡа көнүҙәк мәсьәләләр тикшерелде.
Һайлау кампанияһы барышы, унда ҡулланылған бысраҡ технологиялар, оппозицияның йоҡлап ятмауы ла бер ни тиклем хәүеф уята.
— Ғауға, бысраҡ өйөү, алдашыу юлын һайлаусылар ҙа бар. Әгәр ҡайһы берәүҙәр власҡа килеү өсөн ошондай ысулдарҙы ҡуллана икән, уларҙың нисек етәкселек итәсәген күҙ алдына ла килтереүе ҡурҡыныс, — тине республика башлығы. — Шуға күрә ҡала халҡына бындай кешеләр власҡа килә ҡалһа, нимә буласағын аңлатыу мөһим. Беҙгә берҙәм эш итергә кәрәк.
Ә. ИЛДУСОВА.