Ҡеүәтле өс ил берләшһә...19.05.2015
Уҙған аҙнала АҠШ-тың Дәүләт секретары Джон Керриҙың Рәсәйгә эш сәфәре менән килеүе, Ҡытай менән Һиндостан араһындағы мөнәсәбәттең яҡшырыуы, Балҡан ярымутрауында йәнә һуғыш башланырға тороуы һәм башҡа ваҡиғалар иғтибар үҙәгендә булды.
АҠШ мөнәсәбәтен үҙгәртә
Сочи ҡалаһында АҠШ-тың Дәүләт секретары Джон Керри тәүҙә Рәсәйҙең сит ил эштәре министры Сергей Лавров, һуңынан Президент Владимир Путин менән осрашты. Ул илебеҙгә быйыл февраль башында уҡ килергә тейеш ине, әммә Украиналағы хәл-ваҡиғаларға бәйле был сәфәренән баш тартҡайны. Шулай ҙа, күп тә үтмәй, ни өсөн Рәсәйгә үҙ теләге менән аяҡ баҫты һуң? Иле мәнфәғәтен ҡайғыртып, Барак Обама алып барған сәйәсәтте башҡарыусы вазифаһында килде ул илебеҙгә. Февралдән һуң АҠШ-тың Рәсәйгә ҡарата мөнәсәбәте бер аҙ үҙгәрә төштө бит. Быға донъяла булып уҙған хәл-ваҡиғалар йоғонто яһаны. АҠШ һәм Европа союзы илдәре илебеҙгә санкция иғлан итеп (ә был сикләүҙәр улар өмөт иткән һөҙөмтәне бирмәне), 9 Май байрамына килмәйенсә, илебеҙҙе ҡоршау эсендә ҡалдырҙыҡ, тип уйлап, ныҡлы хаталанды. Бөйөк Еңеүҙең 70 йыллығына арналған байрам уңайынан Мәскәүгә өс тиҫтәләп дәүләт, шул иҫәптән Ҡытай етәксеһенең килеүе Вашингтондың беҙгә ҡарашын ҡырҡа үҙгәртте булһа кәрәк. Унан килеп, Ҡыҙыл майҙанда ун ил хәрбиҙәренең ҡатнашыуы, әлегә донъяла тиңе булмаған хәрби техника күрһәтелеүе лә Америкаға тәьҫир итмәй ҡалмағандыр.
Джон Керриҙың Сочиҙа сағында Ҡырым темаһын бөтөнләй ҡуҙғатмауы ла ошоға бәйле тип тоҫмалларға була. Уның Владимир Путин менән осрашыуы барышында Украина мәсьәләһе Минск килешеүен теүәл үтәүгә бәйле генә тикшерелде. Джон Керри был сәфәрендә шулай уҡ Украина президентының Донбасс аэропортын ҡайтарып алырға саҡырыуын ҡаты тәнҡит утына тотто. Өҫтәүенә АҠШ-та ғына түгел, Европала ла Порошенконың кем икәнлеген аңлай башланылар булһа кәрәк. Мәҫәлән, Украина президенты уҙған аҙнала Германиянан буш ҡайтты – Көнбайыштан өмөт иткән ярҙамын бирмәнеләр.
Джон Керри Сочиҙан һуң Анталия ҡалаһында НАТО берләшмәһенә ингән дәүләттәрҙең сит ил эштәре министрҙары менән осрашты. Бында ул, Украина мәсьәләһе буйынса Минск килешеүе теүәл үтәлһә, Рәсәйгә ҡарата ҡабул ителгән санкцияларҙың бөтөрөлөүе ихтимал, тип белдерҙе.
Рәсәй, Ҡытай, Һиндостан – ҙур көс!
Һиндостандың премьер-министры Нарендра Моди Ҡытай Халыҡ Республикаһы рәйесе Си Цзиньпин менән осрашты. Улар байтаҡ мөһим мәсьәләне тикшерҙе. Мәғлүм булыуынса, 1962 йылдағы һуғышта Һиндостан еңелгән, һәм биләмәләренең бер өлөшө Ҡытайға ҡалған. Ошоға бәйле ике аралағы мөнәсәбәт бик ҡатмарлы ине. Былтыр майҙа власҡа килгән Нарендра Моди Ҡытай менән бәйләнеште яйлау мөһимлеген белдерҙе.
Шуны ла билдәләп үтергә кәрәк: Ҡытайға эш сәфәре менән барырҙан алда Һиндостандың премьер-министры, Владимир Путин менән телефон аша бәйләнешкә инеп, быйыл йәй Өфөлә көтөлгән БРИКС һәм ШОС саммиттарында ҡатнашасағын белдерҙе. Ҡытай менән Һиндостандың дуҫлашыуы Рәсәй өсөн дә файҙалы һәм ҙур әһәмиәткә эйә. Ғөмүмән, был ике дәүләттең яҡынайыуы Азияла ҡеүәтле союз барлыҡҡа килеүе хаҡында һөйләй. Улар халыҡ һаны буйынса донъяла миллиардерҙар иҫәбендә, иҡтисади йәһәттән дә алдынғылыҡты бирмәйҙәр. Аналитиктар билдәләүенсә, 2019 йылға тиклем Һиндостан хатта эске тулайым продукт үҫеше буйынса Ҡытайҙы ла үтеп китергә тейеш. Халыҡ-ара валюта фонды белгестәренең фараздары тағы ла ҡыҙығыраҡ. Улар Һиндостандың эске тулайым продукты 2020 йылға Рәсәй, Бразилия, Индонезия илдәренең берлектәге һөҙөмтәһенән дә юғарыраҡ буласағын билдәләй.
Күптән түгел Ҡытай Халыҡ Республикаһы етәксеһе Си Цзиньпиндың Владимир Путин менән осрашыуын, ике арала 30-ҙан ашыу килешеү төҙөлөүен иҫәпкә алғанда, Евразия ҡитғаһында Рәсәй – Ҡытай –– Һиндостан союзы барлыҡҡа килеүен тоҫмалларға була. Унан килеп, үткән аҙнала ғына Урта диңгеҙҙә берлектәге Рәсәй-Ҡытай хәрби күнекмәләре башланды. Ике илдең бер-береһенә ышаныс белдереүе, дуҫлығы халыҡ-ара майҙанда ҙур ҡыҙыҡһыныу уятты.
Пекин менән Дели араһындағы мөнәсәбәттәрҙең яҡшырыуы иһә дошмандарҙың күңеленә шом да һалмай ҡалмағандыр. Ни тиһәң дә, донъяла ядро арсеналына эйә булған туғыҙ илдең өсәүһе – Рәсәй, Ҡытай, Һиндостан – берләшә бит. Уларҙың халыҡ һаны донъялағы кешелектең өстән бер өлөшөн тәшкил итә. Өс илдең иҡтисады, сеймал ресурстары ла күптәр көнләшерлек.
Македония “Майҙан”ы кемгә кәрәк?
Көнбайыш Европала иһә йәнә тынысһыҙлыҡ: элекке Югославияның бер өлөшө булған Македонияла граждандар һуғышы башланырға тора. 9-10 майҙа албан экстремистары был биләмәгә үтеп кереп, урындағы полиция менән ҡораллы бәрелешкә инә. Ошо ваҡиғанан һуң ҙур сыуалыш башлана. Дәүләттең баш ҡалаһы Скопьелағы хәлдәрҙе “Македония майҙаны” тип атарға ла өлгөрҙөләр.
Күршеләге Косово, Босния һәм Герцеговина илдәрендә лә тыныслыҡ юҡ. Ошондай шарттарҙа Рәсәйҙең сит ил эштәре министры Сергей Лавров Балкандағы союздашыбыҙ Сербияға эш сәфәре менән барып ҡайтты. Билдәле булыуынса, 9 майҙа Мәскәүҙә үткән хәрби парадта уларҙың хәрбиҙәре лә ҡатнашҡайны. Илебеҙ Сербияның ут күршеһе булған Македонияға ла теләктәшлек белдерә килә. Уларҙың Европа союзы иғлан иткән санкцияларға ҡушылмауы – шуның бер дәлиле. Македонияның был ҡылығы Брюсселгә, әлбиттә, оҡшамай. Шуға ла улар бында икенсе “Майҙан” булдырырға ынтыла. Македонияны юҡҡа сығарып, “Бөйөк Албания” дәүләте булдырыу уйы менән яналар.