Ең һыҙғаныу ғына етмәй йәки ни өсөн коррупцияны еңеп булмай?13.05.2015
Оло быуын кешеләре яҡшы хәтерләй: Советтар Союзында иң ҙур сәйәси байрам Еңеү көнө түгел, Бөйөк Октябрь революцияһы көнө булды. Һәр ҙур ваҡиғаны – берәй яңы предприятие, объект асыу йәки проект тапшырыу булһынмы – ошо байрамға тура килтерергә тырыштылар. Әлбиттә, был объекттар йыл аҙағына планлаштырылған булғас, улар йыш ҡына етешһеҙлектәр менән тапшырыла ине. Реформаторҙар пландарында Октябрь байрамы анахронизм ине – капитализм төҙөгәндә ошо йәмғиәтте юҡҡа сығарған революцияны байрам итеү урынһыҙ булды. Тиҙ генә был байрам урынына икенсеһен уйлап сығарҙылар. Әммә алмаштырыу тиң булманы. Яңы власть Октябрь байрамы биләгән урынды 12 июнь – Рәсәй көнө менән алмаштырып ҡуйҙы.

Был шарттарҙа Еңеү байрамы үҙенән-үҙе Рәсәй халҡының төп байрамы булып ҡалды. Беҙҙең йәмғиәттә бәғзе бер сәйәсмәндәр парад үткәреүҙе кәрәк түгел тип тә һүҙ ҡуйыртып маташты. Был теләк Көнбайыш тарафынан Еңеү байрамын тулыһынса инҡар итеүгә тиклем алып барылды. Аллаға шөкөр, АҠШ-тың баҫымына ҡарамаҫтан, тантанаға донъяның байтаҡ етәксе­ләре килде, шул иҫәптән БМО-ның Генераль секретары Пан Ги Мун да.
Ярай, быныһы тик инеш һүҙе. Был мәҡәләмдә коррупция тураһында һүҙ алып барғым килә. Кемдер, шул иҫәптән власть органдары, беҙҙең төп дошманыбыҙ булып төрлө оппозиционерҙар тора тип һанаһа, минең фекерем буйынса, Рәсәй­ҙең төп дошманы – коррупционерҙар. Бы­ны власть та аңлай. Юҡҡамы ни “Оборонсервис” буйынса булған енәйәт эшен 9 Май – Еңеү байрамы алдынан тамамлауҙы хуп күрҙеләр. 8 май­ҙа был эште алып барған судья Татьяна Васюченко төп ғәйепләнеүсе Евгения Васильеваны биш йылға төрмәгә ултыртырға ҡарар итте. Күптәр был хө­көмдө коррупция өҫтөнән ҙур еңеү тип ҡабул итергә тырышты. Ысынлап та, прокуратура суд­тан һигеҙ йыл шартлы хөкөм генә һорағайны. Е. Ва­сильева яҡынса өс миллиард һум урлауҙа ғәйепләнә ине. Йома көн уҡылған хөкөм ҡарары буйынса был сумма байтаҡҡа кәметелде. Е. Васильева менән компаньондары 123 миллион 570 мең һум ҡайтарып бирергә тейештәр. Ҡалған сумманы төрмәнән сыҡҡас бүлешеп алырҙармы икән? Әйтергә кәрәк, законға ярашлы Е. Васильева бер айҙан иреккә сығыу хоҡуғына эйә икән.
Был суд коррупцияға ҡаршы алып барылған көрәштең ҡайһы бер ҡараңғы яҡтарын асыҡлап үтте. Мәҫәлән, суд менән килешеү төҙөп, эште асыҡларға ярҙам иткән Динара Билалова төр­мәлә башҡа фигуранттарға ҡарағанда күберәк ултырасаҡ. Тәфтиш органдарының уға тик шарт­лы срок ҡына вәғәҙә итеүҙәренә ҡарамаҫтан. Евге­ния Васильева ике йыл ярым уңайлы шарт­тарҙа үҙ өйөндә булһа, Динара Билалова под­пискаға ярашлы, сыҡмай ултырҙы, изоляторҙа үткәргән бер айы ғына суд срогына индерелде. Был башҡаларға асыҡ сигнал булып тора: тәфтишкә ярҙамлашҡансы, бөтә нәмәне инҡар итеүең, шул иҫәптән йырлап йөрөүең отошлораҡ, үҙең өсөн дә, һинең артта торған коррупцио­нер­ҙар өсөн дә. Тәфтиш органдары ла яҡшы һабаҡ алды шикелле. Бөтәбеҙгә лә билдәле Тәфтиш ко­ми­тетының рәсми вәкиле Владимир Маркин үҙе­нең Twitterында Васильеваның картиналар тө­шөрөп, шиғырҙар яҙып күрһәткән “ижади по­тен­циалын “шансонға” алмаштырыу мөмкин­ле­ге буласаҡ”, тип уртын тешләп яҙыуы ла бик ҡыҙғаныстыр.
Был суд тағы ла бер нәмәне асыҡланы. Суд ҡаң­ғырышы артында халыҡ иғтибарынан был коррупция эшенең асылы юғалып ҡалды. 2011 йыл­дың 24 майында “Российская газета”ға бир­гән интервьюһында хәрби прокурор Сергей Фри­динскийҙың “Оборонзаказ системаһында һәр би­шенсе һум урлана” тип әйткәне онотолмаған әле. Ә бындағы суммаларҙы күҙ алдына кил­тер­һәң… Халыҡты Евгения Васильеваның “сәйер ҡылыҡтары” менән генә әүрәтеп, төп коррупцио­нерҙарға теймәнеләр.
Гәзит уҡыусылар, һис шикһеҙ, шуға иғтибар ит­кәндер: апрель айында Рәсәй Президенты Вла­димир Путин үткәргән “тура бәйләнеш”тә халыҡ тарафынан бирелгән бер нисә миллион һорау араһында коррупцияға бәйле бер генәһе лә яңғыраманы. Был осраҡлы түгелдер. Дәүләт етәкселәре, элита халыҡты беҙҙе милли идея эҙләргә өгөтләй. Хатта Консти­туцияға, Рәсәй дәүләте идеологияһыҙ булырға тейеш, тип яҙып ҡуйылһа ла. Әммә был туранан-тура алдаҡ бу­лып тора. Беҙҙә НЭП заманындағы һымаҡ “Ба­йыр­ға!” тигән идеология булдырыл­ғаны ту­ра­һында бер кемдең дә танығыһы кил­мәй. Дмитрий Медведев президент булғанда бөтә донъяға “Перестаньте кошмарить бизнес!” тип әйткәйне. Бына ошо һүҙҙәр бөгөнгө Рәсәй йәмғиәте өсөн милли идея булып тора ла инде. Тимәк, Рәсәй сәмре­ғо­шоноң бер башы һәр кем аҡса эшләргә тейеш, уның ниндәй юл менән ат­ҡа­рылғаны мөһим түгел тиһә, икенсе башы кор­рупцияға ҡаршы көрәш алып барырға маташа. Беҙҙеңсә, дәү­ләт эшмә­кәр­легендә булдырылған бизнесты туҡ­тат­май тороп, коррупцияны еңеү мөмкин түгел. Кремль политтехнологтары “Оборонсервис” эшен 8 майҙа тамамлатһалар ҙа, быны һис тә еңеү тип ҡабул итеп булмай. Ғәбит Садиҡовтың “Бөйөк еңеүҙең еңелеүгә һынылыш яһауы бар” тип киҫәтеп ҡалдырғанын онотмайыҡ. Был хатта ең һыҙғаныу ҙа түгелдер.




Вернуться назад