“Евразия йөрәге” ҡайҙа урынлашҡан?12.05.2015
Бөйөк Еңеүҙең 70 йыллығы киң билдәләнеүе, Ангела Меркелдең һуңлап булһа ла Мәскәүгә килеүе, Бөйөк Британияла – парламент, Польшала президент һайлауҙары булыуы үткән арауыҡтың мөһим ваҡиғалары рәтендә торҙо.
“Ебәк юлы” тергеҙелә
Фашистик Германияны Еңеүҙең 70 йыллығын бар донъя халҡы байрам итте, тиһәң дә хата булмаҫ. Төп тантаналар, әлбиттә, Мәскәүҙә үтте. Илебеҙҙең баш ҡалаһына өс тиҫтәләп ил етәксеһе, БМО-ның генераль секретары Пан Ги Мун килде. Ә Европа союзы һәм АҠШ етәкселеге байрамда ҡатнашыуҙы кәрәкле тип тапманы.
Брюсселдең һәм Вашингтондың рөхсәт бирмәүенә ҡарамаҫтан, Совет һалдатына хөрмәт күрһәтеү йөҙөнән Чехия президенты Милош Земан сараға килде һәм Владимир Путин менән осрашыуы барышында Көнбайыш Европаның илебеҙгә ҡарата санкция иғлан итеүе менән риза түгеллеге, быны бөтөрөү йәһәтенән эш алып барыу мөһимлеге хаҡында белдерҙе. Италияның элекке премьер-министры, билдәле сәйәсмән Сильвио Берлускони ҙа ошо тәңгәлдә ЕС сәйәсәтенә ҡаршы. “Европа союзы илдәре етәкселәре Рәсәйгә ҡарата санкция иғлан итеп, 9 Майҙа ундағы мөһим сарала ҡатнашмайынса, ҙур хата ебәрҙе. Улар килмәһә лә, Мәскәүҙә ҙур байрам ойошторҙолар. Ҡыҙыл Майҙанда Ҡытай, Һиндостан етәкселәренең булыуы Рәсәйгә яңы мөмкинлектәр аса, ә ЕС бынан тик отоласаҡ”, – тине ғүмерендә дүрт тапҡыр премьер-министр булып эшләгән тәжрибәле сәйәсмән. Ысынлап та, Ҡытай Халыҡ Республикаһы рәйесе Си Цзиньпиндың килеүе – ҙур ваҡиға. Уның менән Владимир Путиндың осрашыуы барышында байтаҡ мөһим килешеүгә ҡул ҡуйылды. Ҡытай ҡораллы көстәренең Мәскәүҙә уҙған парадта ҡатнашыуы ла үтә мәртәбәле. Әйткәндәй, сарала Һиндостан, Ҡаҙағстан, Азербайжан, Әрмәнстан, Сербия, Белоруссия, Ҡырғыҙстан, Тажикстан, Монголия хәрбиҙәре лә булды.
Ҡытай менән хеҙмәттәшлеккә әйләнеп килгәндә, иҡтисади бәйләнештәрҙе нығытыу маҡсатында боронғо “Ебәк юлы”н тергеҙеү күҙаллана. Бының өсөн юғары тиҙлекле Мәскәү – Пекин тимер юлы магистрален төҙөү ҡарала. Уның бер өлөшөн – “Мәскәү – Ҡазан” тимер юлын – һалыуға Ҡытай быйыл уҡ 300 миллиард һум бүләсәк.
8 майҙа Си Цзиньпиндың илебеҙгә килеүенә бәйле телевидениела “Рәсәй. Ҡытай. Евразия йөрәге” исемле документаль фильм күрһәтелде. Унда Владимир Путин ике аралағы хеҙмәттәшлектең әһәмиәтен баһалап бөткөһөҙ тип атаны. Иҡтисади хеҙмәттәшлектән тыш, хәрби бәйләнештәрҙе нығытыу йәһәтенән дә эш алып барыла. Рәсәй Ҡытайға ҡорал һатасаҡ. Ике ил тарихында тәүге тапҡыр Ҡара диңгеҙҙә берлектәге хәрби күнекмәләр уҙғарылыуы ла – ҙур ваҡиға.
Сәйәси күрәшлек
10 майҙа илебеҙгә Германия канцлеры Ангела Меркель килде. Ул билдәһеҙ һалдат ҡәберлегенә һәм “Мәңгелек ут” һәйкәленә гөлләмәләр һалып, Совет һалдатының фашизмды еңеүенә ихтирамын күрһәтте. Владимир Путин менән осрашыуы барышында канцлер Украиналағы хәл-ваҡиғаларҙы тикшерҙе, был көрсөктән бергәләп сығыу юлдарын эҙләне. Һөйләшеүҙә Рәсәй – Германия, Рәсәй – ЕС мөнәсәбәттәре, санкциялар мәсьәләләре лә тикшерелде.
Ике ил етәксеһенең осрашыуынан һуң уҙғарылған матбуғат конференцияһында Ангела Меркель Рәсәй етәкселеге алып барған сәйәсәтте ҡаты тәнҡит утына тотто, беҙҙе Ҡырымды баҫып алыуҙа ғәйепләне. Иҡтисади бәйләнештәргә килгәндә, Меркель ханым уларҙы тергеҙеү яҡлы. Ләкин үҙҙәре иғлан иткән санкциялар һөҙөмтәһендә тауар әйләнеше кәмей. Әлегә Германия был сикләүҙәрҙе ғәмәлдән сығарырға уйламай, тимәк, хәлдең ыңғай яҡҡа үҙгәреүе икеле. Бына шулай, Меркель бер яҡтан фашизмды еңгән өсөн илебеҙгә рәхмәт белдерә кеүек, икенсе яҡтан ҡарағанда, нацизм баш ҡалҡытып килгән Украинаны яҡлай. Тарихтан һабаҡ ала белмәү бәләһе, Көнбайыш Европа илдәренең сәйәси күрәшлеге был.
Кем еңһә лә – барыбер
7 майҙа Бөйөк Британияла парламент һайлауҙары булды. Премьер-министр Дэвид Кэмерондың Консерваторҙар һәм оппозициялағы Эд Милибандтың Лейбористар партиялары парламентта күпселекте яулар өсөн көрәш алып барҙы. Һөҙөмтәлә ғәмәлдәге премьер-министр яҡлылар йәнә еңеп сыҡты. 2010 йылдағы һайлауҙарҙа ла Дэвид Кэмерондың консерваторҙары парламенттағы 650 урындың 328-ен биләүгә өлгәшкәйне. Әлеге һайлауҙа иһә уларҙың урыны 26-ға арта төштө. Ә бына Лейбористар партияһы, киреһенсә, 23 урынын юғалтты.
Һайлауҙа еңелгән Эд Милибанд отставкаға китәсәген белдерҙе. Ә Дэвид Кэмерон киләсәктә Бөйөк Британияны берләштереү уйы менән яна, уны Европа союзынан сығарыу буйынса референдум уҙғарыу буйынса ла эш алып бара. Ҡайһылай ғына булмаһын, Лондонда власҡа кем генә килмәһен, Бөйөк Британия менән илебеҙ араһындағы мөнәсәбәттәр яҡшы яҡҡа үҙгәрмәҫ кеүек.
10 майҙа Польшала президент һайлау булды. Юғары вазифаға тиҫтәнән ашыу кеше дәғүә итте, улар араһында ғәмәлдәге ил етәксеһе Бронислав Коморовский ҙа бар ине. Әммә кандидаттарҙың береһе лә тейешле тауыш йыя алманы. “Ғәҙеллек һәм хоҡуҡ” партияһы етәксеһе Анджей Дуда өсөн һайлаусыларҙың 35 проценты самаһы тауыш биргән, ә Бронислав Коморовскийҙыҡы – 32 процент. Шулай итеп, 24 майҙа икенсе тур буласаҡ.