Хоҡуҡты вәкил яҡлаясаҡ15.02.2012
Башҡортостан Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтайҙың киләһе 48-се ултырышында егерменән ашыу республика закон проекты ҡараласаҡ. Был хаҡта республика парламентының Президиумы ултырышында билдәле булды.
Закон булараҡ ҡабул ителәсәк проекттар араһында “Мәғариф тураһында”ғы Башҡортостан Республикаһы законына үҙгәрештәр индереү”, “Референдумдар тураһында”ғы Башҡортостан Республикаһы закондар сығарыу актына үҙгәрештәр индереү”, “Башҡортостан Республикаһының дәүләт наградалары һәм маҡтаулы исемдәре тураһында”ғы закондың 2-се статьяһына үҙгәрештәр индереү”, 2012 йылдың бюджетына үҙгәрештәр индереү тураһындағы закон проекты һәм башҡалар бар.
Башҡортостанда яҡын арала эшҡыуарҙарҙың хоҡуҡтарын яҡлау буйынса вәкил булдырыласаҡ. Был закон проекты беренсе уҡыуҙа ҡарала, уны парламенттың сәнәғәт, транспорт, төҙөлөш, элемтә һәм эшҡыуарлыҡ буйынса комитеты тәҡдим итте.
Киләһе ултырышта республикала хоҡуҡ һаҡлау торошо һәм Контроль-иҫәп палатаһының 2011 йылға эш һөҙөмтәләре тураһындағы докладтар тыңланыласаҡ. Әйткәндәй, Башҡортостан Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтайҙың сираттағы ултырышын 22 февралдә үткәрергә ҡарар ителде.
Ә. ӘЙҮПОВА.


Вернуться назад