Үҫешкә өмөт бағлап15.02.2012
Кисә Башҡортостан Президенты Рөстәм Хәмитов республикаға танышыу сәфәре менән килгән Алжир Халыҡ Демократик Республикаһының Рәсәй Федерацияһындағы Ғәҙәттән тыш һәм Тулы хоҡуҡлы илсеһе Смаил Шерги менән осрашыу үткәрҙе.
Рөстәм Хәмитов билдәләүенсә, Башҡортостан менән Алжир араһындағы тауар әйләнеше күләме әлегә ҙур түгел. Һуңғы биш йылда ул Башҡортостан Республикаһы экспортынан ғына торған. Шуға күрә хәлде яйға һалыу зарур.
— Беҙҙе нефть һәм газ сығарыу, нефть һәм нефть продукттарын эшкәртеү, ауыл хужалығы һәм малсылыҡ өлкәһендәге хеҙмәттәшлек ҡыҙыҡһындыра. Башҡортостанда урман ресурстары күп, ағас эшкәртеүҙә хеҙмәттәшлек итә алыр инек. Республикала юғары уҡыу йорттары бихисап. Улар кадрҙар әҙерләү йәһәтенән Алжир менән хеҙмәттәшлекте үҫтерер, тип ышанам. Нефть университетынан тыш, беҙҙә авиация, аграр, медицина вуздары бар, — тине Рөстәм Зәки улы.
Башҡортостан Республикаһы менән Алжир Халыҡ Демократик Республикаһы араһындағы тышҡы сауҙа әйләнеше 2011 йыл йомғаҡтары буйынса 4,2 миллион АҠШ доллары тәшкил иткән. Республиканың сауҙа партнеры булған 106 ил араһында Алжир 52-се урынды биләй.
Л. ФӘРИТОВА.


Вернуться назад