Уҡытыусының хеҙмәт хаҡын төбәк хәл итә15.02.2012
Ошо көндәрҙә Рәсәй Хөкүмәте Рәйесе Владимир Путин Ҡурған ҡалаһында Рәсәй Федерацияһында дөйөм белем биреү төбәк системаларын яңыртыу проектын тормошҡа ашырыу мәсьәләһе буйынса видеоселектор кәңәшмәһе үткәрҙе. Унда Башҡортостан Президенты Рөстәм Хәмитов та ҡатнашты.
Кәңәшмәлә Рәсәй мәктәбен яңыртыу, уның матди-техник базаһын нығытыу, конкуренцияға һәләтен арттырыу мөмкинлектәре ҡаралды.
“Бөгөн иҡтисади үҫеш осоронда конкуренцияға һәләтте үҫтереү күҙлегенән белем биреүҙең әһәмиәте төп өҫтөнлөккә әүерелә, — тине Владимир Путин. — Бөтә мәғариф системаһына талаптар, һис шикһеҙ, арта. Заманса ҡарашты һәм белем биреү технологияларын файҙаланып, мәктәпте яңыртҡанда, беҙ Рәсәй мәғарифының бөтә өҫтөнлөктәрен, ватан мәктәбе ҡаҙаныштарын, уның нигеҙен тулыһынса һаҡлап ҡалырға тейешбеҙ”.
Рәсәй Хөкүмәте Рәйесе уҡыусыларҙың ата-әсәһенән финанс ярҙамы талап итеү практикаһын бөтөрөү кәрәклегенә иғтибарҙы йүнәлтте. “Дәүләт мәғариф учреждениеларын тулы күләмдә финанслауҙы дауам итә, — тине Владимир Путин. — Бушлай белем алыу хоҡуғы беҙҙең Конституцияла нығытылған, һәм уны берәү ҙә юҡҡа сығарырға йыйынмай”.
Дөйөм белем биреүҙең төбәк системаһын яңыртыу буйынса программаны тормошҡа ашырыуҙың тәүге йомғаҡтары хаҡында һөйләгәндә Владимир Путин уҡытыусыларҙың эш хаҡын арттырыу өсөн тәғәйенләнгән аҡсаны тотоноу хаҡында ҡарар ҡабул итеү вәкәләтенең төбәктәргә бирелеүен билдәләне. Хөкүмәт Рәйесе, 2012 йылда Рәсәйҙең бөтә төбәктәрендә лә педагогик хеҙмәткәрҙәрҙең эш хаҡын иҡтисад буйынса уртаса кимәлгә еткереү мәсьәләһен хәл итергә кәрәк, тине.
М. ӘМИНЕВА.


Вернуться назад