Рәсәй Президентын һайлауға тиклем ни бары егерме көнләп ваҡыт ҡалды. Бынан тыш, Башҡортостанда ҡала һәм район Советтарына депутаттар ҙа һайлаясаҡбыҙ. Ил тормошондағы мөһим сәйәси ваҡиғаға әҙерлек тулы кимәлдә бара. Тәүге тапҡыр тауыш биреүҙә веб-камералар ҡулланыласаҡ, шуға күрә ойоштороу эштәре лә бермә-бер арта.
Башҡортостан Үҙәк һайлау комиссияһы рәйесе Хәйҙәр Вәлиев менән “Башинформсвязь” асыҡ акционерҙар йәмғиәтенең генераль директоры Рөстәм Сафиев журналистар менән осрашып һайлауға әҙерлек һәм веб-камералар ҡуйыу барышы тураһында һөйләне.
— Тауыш биреү башланыуға һанаулы ғына көндәр ҡалды. Эш планға ярашлы бара. Һайлау комиссиялары участкалары булдырылған, уларҙың составы раҫланған. Иҫәптән төшөү таныҡлығы бирелә башланы, — тине Хәйҙәр Вәлиев һәм әҙерлек барышы тураһында тулы мәғлүмәттәр бирҙе.
Республикала 4 мартта тауыш биреү өсөн 3509 һайлау участкаһы ойошторолған. Веб-камералар 3468 участкала ҡуйыласаҡ (һайлаусыларҙың ваҡытлыса булған урындары — дауаханалар, тәфтиш изоляторҙары иҫәпкә алынмай). Рәсәй Үҙәк һайлау комиссияһы башланғысы менән территориаль һайлау комиссияһының “Һайлау” дәүләт автоматлаштырылған системаһы бүлмәләрендә лә камералар ҡуйыласаҡ. Улар республикала — 69. Дөйөм алғанда, Башҡортостанда 3537 видеокүҙәтеү комплексы урынлаштырыласаҡ. Бөгөн камераларҙың 80 проценты ҡуйылып бөткән. Яҡын арала был эштәрҙе тулыһынса тамамлау күҙаллана.
Һәр бер комплексҡа икешәр веб-камера инә. Ул реаль ваҡыт режимында тауыш биреү һәм тауыштарҙы һанау мәлен күрһәтәсәк. Бер камера һайлаусылар бюллетень алған бинаның дөйөм планын күрһәтәсәк, ә икенсеһе стационар һайлау йәшнигенә йүнәлтеләсәк. Бюллетень тултырған саҡта һәм уны йәшниккә төшөргәндә кешенең йөҙө күрһәтелмәйәсәк. Камералар иртәнсәк тауыш бирә башлау менән тоҡандырыласаҡ һәм тауыштар һаналып бөткәнсе, протоколға ҡул ҡуйылғансы эшләйәсәк. Рәсәй һәм Башҡортостандың Үҙәк һайлау комиссиялары сайттары аша “тура” трансляцияны ҡарарға мөмкин. Һайлау үткәндән һуң, камералар улар ҡуйылған биналарҙа артабан файҙаланыу өсөн ҡалдырыласаҡ. Әйткәндәй, был эште башҡарыу өсөн федераль бюджеттан 13 миллиард һум аҡса бүленгән. Башҡортостанға — 90 миллион һум самаһы.
Хәйҙәр Вәлиев шулай уҡ һайлауға әҙерлектең башҡа нескәлектәре тураһында ла һөйләне. Мәҫәлән, әлеге ваҡытта Башҡортостанда ике халыҡ-ара күҙәтеүсе эшләй. Улар — Швециянан Ханс Биргер Нареског менән Литванан — Людмила Блинова. Улар беҙгә оҙайлы ваҡытҡа килгән һәм Башҡортостанда ил президентын һайлау барышын күҙәтәсәк. 4 мартҡа ҡарай тағы бер нисә халыҡ-ара күҙәтеүсенең килеүе көтөлә.
Башҡортостандағы һайлау участкаларының 178-ендә КОИБ-тар (һайлау бюллетендәрен эшкәртеү комплексы) эшләйәсәк. Был комплекстар республиканың 54 районында ҡулланыла. Әлеге система тәүге тапҡыр 2003 йылда Дәүләт Думаһына депутаттар һайлағанда файҙаланылғайны.
Әлфиә ӘЙҮПОВА