Заманса төҫ алған24.04.2015
Заманса төҫ алған Өфөнөң үҙәгендә урын­лаш­ҡан “Башҡортостан” дәүләт концерт залында (элекке “Нефтсе” мәҙәниәт һарайы) саралар йыш ойошторола. Төр­лө концерт, юбилей уңа­йынан тантаналар, ижад кисә­ләре, осрашыуҙар – шуға асыҡ миҫал. Быйыл ШОС һәм БРИКС саммиттары барышында мәртәбәле ҡунаҡтар нәҡ ошо мәҙәниәт усағында ла буласаҡ.
Ысынлап та, бөгөн концерт залы рес­пуб­ликабыҙҙың төп сәх­нәһе ролен үтәй. Бында рес­публикабыҙҙың һәм илебеҙҙең күренекле сәнғәт эшмәкәрҙәре даими сы­ғыш яһай. Мәҫәлән, “Иль-Диво” төркөмө ойош­торған байрамда залда алма төшөр­лөк тә урын юҡ ине. Илдар Абдра­заҡов Өфөгә килә тигән хәбәр рәсми иғлан ителгәс тә, билеттар алдан һатылып бөтә. Денис Мацуев, Юрий Башмет, Тамара Гвердцителиҙың концерттарына ла халыҡ эркелеп килә. Баш­ҡортостан мә­ҙә­ниәт министры Әминә Шафиҡованың Стейнвей роялендә уйнауы ла оло ваҡиға булды.
Капиталь ремонттан һуң мәҙәниәт һара­йын танырлыҡ түгел. Әйткәндәй, халыҡтың һо­рауы буйынса бинаның тышҡы йөҙө һаҡ­ланған, ни тиһәң дә, уҙған быуаттың 70-се йылда­рындағы архитектура өлгөһө бу­ла­раҡ, ул өфөләргә бик тә ҡәҙерле. Ә бына ҙур концерт залында төп үҙгәреш булған: Санкт-Петербургтан акус­тика буйынса инженер Анатолий Лившиц уны геометрик йәһәттән өр-яңынан ҡорған. Хәҙер иһә иң артҡы рәттә ултырыусы ла сы­ғыш яһаусы­ны эргәһендә тор­ғандай ишетә. Шул уҡ ваҡытта сәхнә ҡоролмалары яңыртыл­ған. Бынан тыш, 960 һәм 220 тамашасы һыйырлыҡ ҙур һәм бәләкәй зал­дар, уңайлы конференц-зал, халыҡ театры өсөн бүлмә һәм бейеү клас­тары ла бар.






Вернуться назад