Ауыр эшкә — беләк, ҡыйыу эшкә йөрәк булһын24.04.2015
Ауыр эшкә — беләк,  ҡыйыу эшкә йөрәк булһын Рәсәй Президенты Владимир Путин үткәргән тура бәйләнеш һәр ваҡыт ҙур ҡыҙыҡһыныу уята. Был сара — халыҡ менән аралашыуҙың иң популяр төрҙәренең береһе. Уны ҡабатларға тырышҡан Рәсәй төбәктәре етәкселәренең генә түгел, хатта донъяның – Кубаның Фидель Кастроһынан һәм Венесуэланың Уго Чавесынан тыш – башҡа лидерҙарының араһында ла береһенең дә ошондай ҙур аудитория менән һөйләшә алғаны юҡ.

Үҙҙәрен оппозицияның интеллектуаль элитаһы тип иҫәпләгән Алексей Кудрин менән “Эхо Москвы” радиоһынан Алексей Венедиктовтарҙың, “Независимая газета”­нан Константин Ремчуковтың (был осра­шыуға етди әҙерләнеп килгәндәрҙер, моғайын) Владимир Путин биргән яуаптар­ҙан бөтә ғәм алдында рисуай булыуҙары бөгөн илдә Рәсәй Президентына тиң шәхес юҡлығын асыҡ күрһәтте.
Был бәйләнеш Владимир Путин өсөн генә түгел, тотош Рәсәй халҡына файҙалы ла, фәһемле лә. Тапшырыуҙа бирелгән төрлө һорау, шул иҫәптән мәктәп уҡыусылары тарафынан ысынлы-уйынлы итеп әйтелгән Берҙәм дәүләт имтиханының кәрәклеге тураһындағыһы ла (был мәғариф өлкәһен­дәге реформаларға бик ҡаты хөкөм булып яңғы­раны) ябай халыҡтың талаптарын асыҡ күрһәтте. Юҡҡа ғына был тура бәйләнеште 8,4 миллион кеше ҡараманы.
Йәкшәмбе, 26 апрелдә, Рәсәй телевиде­ниеһы В. Путиндың дәүләт етәкселегендә эшләүенә 15 йыл тулыу айҡанлы Владимир Соловьев менән әңгәмәһен күрһәтәсәк. Шунда Президент был бәйләнештең уға ни өсөн кәрәклеге хаҡында һорауға: “Мин үҙемде Рәсәйҙең, уның халҡының бер өлөшө тип хис итәм”, — тип яуап бирә.
Был ысынлап та шулай. Кудрин биргән бик ҡатмарлы һорауҙарға Путин: “Дәүләт ҡарарҙарын ҡабул иткәндә аҡыл ғына түгел, йөрәк менән дә эш итергә кәрәк”, — тип яуап­ланы. Гайдар хөкүмәте, Чубайс, Кудрин һ.б. үҙ эшендә гел ошо иҡтисади догмаларға ғына таянып килде. Тәҡдим ителгән иҡти­сади ҡанундарҙың халыҡтың күпселеге өсөн тәьҫире, кешеләрҙең реакцияһы уларҙы әллә ни ҡыҙыҡһындырманы. Шуның арҡа­һында ла беҙҙә “шаңҡытыу терапияһы” ла, льготаларҙы аҡсалаштырыу ҙа, ОСАГО тарифын 1,4 тапҡырға арттырыу ҙа, торлаҡты капиталь ремонтлау өсөн аҡса түләтеү ҙә “бойомға ашырыла яҙып” килә. Һуңғы һүҙҙәрҙе юҡҡа тырнаҡ эсенә алманым – Рәсәй Хөкүмәте башлыса аҡыл менән эш итте, шуның арҡаһында уның ҡарарҙары ысынында бойомға аша алмай ҙа ҡуя. Сөнки бында ысын сәйәсмән генә аңларлыҡ нәмә иҫәпкә алынмай – Рәсәй халҡы. Владимир Путиндың юғары рейтингы уның башлыса ошо һәләте – халыҡтың ысын мәнфәғәтен тоя белеүе – арҡаһында ғына төшмәй килә.
Эш хаҡы тураһында бирелгән һорауға айырым туҡталғы килә. Элек-элек­тән иҡти­сад фәне бер ҡанун тураһында тылҡып кил­де: эш хаҡының үҫеше хеҙмәт етеш­те­реүсәнлеге кимәленән артыҡ булыр­ға тейеш түгел. Профессиональ иҡтисадсы­ларҙың күпселеге быны аксиома итеп һанай. Совет осоронда булһынмы, баҙар шарттарындамы... Әгәр был шарт үтәлмәһә, эш хаҡы рәүешендә алынған “артыҡ” аҡса ин­фляцияға, тимәк, халыҡтың йәшәү кимәле түбәнәйеүенә (ҡыҙыҡ логика?!) килтерәсәк. Тәү ҡарашҡа был дөрөҫ тә, әммә ошо хеҙмәт етештергән продукттың ике өлөшкә бүлен­гәнен бер кем дә күрергә теләмәй. Эш хаҡы­нан тыш, ул бизнес өсөн табыш сығанағын булдыра. Хеҙмәткә түләү артһа, табыш кәмей, ул кәмеһә – киреһенсә. Ни өсөндөр хеҙмәт етештереүсәнлеген эш хаҡы үҫеше менән генә сағыштырырға яраталар. Ошо һуңғы сирек быуат эсендә бизнес алған табыштың артыу тиҙлеген эш хаҡы, хеҙмәт етештереүсәнлеге менән сағыштырып ҡара­һаң, хайран ҡалырһың. Байҙар, олигархтар үҙҙәренең ҡул аҫтында булған предприя­тиеларҙан һурған табыш уларҙың “хеҙмәт етештереүсәнлегенән” күпкә артыҡ. Насар етәкселек итһәләр ҙә, “Форбс” исемлегенең иң юғары баҫҡыстарын биләргә тартынмай­ҙар. Эш хаҡынан 13% һалым тотоп ҡалһа­лар, дивидендтарҙан 9% ҡына алғандарын да оноторға ярамай.
Владимир Путин был һорауға яуап бир­гәндә йөрәге менән был иҡтисади ҡанундың бер яҡлы икәнен һиҙә, ләкин уға гел генә бер нәмәне тылҡып торғастар, “иҡтисади көрсөк­төң бер сәбәбе булараҡ эш хаҡының үтә ныҡ артыуын” билдәләп үтергә мәжбүр булды. Ошо хәл генә оҡшап етмәне. Әммә бында ла уның сәйәси интуицияһы либерал­дарҙың ҡарашына тулыһынса ышанып бөтмәҫкә урын ҡалдырҙы. Эш хаҡы юғары булған тармаҡтарҙа был талапты үтәргә кәрәктер, әммә йылдар буйы түбән эш хаҡына ризалашып йәшәгән табип, педагогтарға һ.б. түләү артабан да тиҙерәк күтәрелергә тейеш, тип әйтеп үтте Рәсәй Президенты.
Башҡа тура бәйләнештәрҙән әлегеһе үҙенең ауыр проблемаларҙы халыҡ менән бергә тикшереп, уларҙы хәл итеү юлдарын эҙләүгә йүнәлтелеүе менән айырылып торҙо. Путин, оҫта етәксе булараҡ, халыҡты тынысландырырға тырышты (һуғыш булмая­саҡ), “өҫтәл һуғып” ҡына күп проблемаларҙы хәл итеү мөмкин түгеллеген аңлатты. Кәрәкмәгән дискуссияларҙан арынып, конструктив эшкә күсеү кәрәклеген аңлата алды шикелле.
Пенсияға сығыу йәшен арттырыу тура­һын­дағы һорауға яуап биргәндә лә Владимир Путиндың өҫтөнлөгө күҙгә салынып тор­ҙо. Ысынлап та, хәҙерге пенсия система­һы был сараға иртәме-һуңмы барырға мәжбүр буласаҡ. Бармаһа, пенсияларҙың кимәле төшәсәк, ә был сәйәсмән өсөн үлемгә тиң: пенсионерҙар — электораттың иң әүҙем һәм төп өлөшө. Иҡтисади догмаларҙы ғына алға ҡуйған власть халыҡ ышанысын юғал­тасаҡ, тимәк, артабанғы үҫеш шикле. Бында Рәсәй Президентына Сцилла менән Харибда араһынан үтергә тура киләсәк. Был сараға барыр өсөн бөтә факторҙарҙы иҫәпкә алып эш итеү зарур. Ошо ҡатмарлы һорау­ҙарға бөтә донъя алдында яуап эҙләү өсөн батырлыҡ кәрәк. Рәсәй Президенты Владимир Путин оло яуаплылыҡтан ҡурҡмай, халыҡ алдына сығырға йөрьәт итә алғас, тора-бара был проблемалар ҙа хәл ителер тигән өмөттә ҡалырға кәрәктер. Юҡҡа халыҡ “Ҡыйын эшкә ҡыйыу бул” тип әйтмәгән.


Вернуться назад