Балалар мәнфәғәте мөһимерәк14.02.2012
Башҡортостан Президенты Рөстәм Хәмитов “Комсомольская правда” радиоһының тура эфирында сығыш яһаны. Ул Рәсәй Хөкүмәте Рәйесе Владимир Путиндың “Комсомольская правда” гәзитендә баҫылған мәҡәләһенең ҡайһы бер урындарына үҙ аңлатмаһын бирҙе.
— Социаль мәсьәлә — илдә йәшәүсе һәр кемде борсоған тема. Мин республикаға Президент булып килгәс, үҙ алдыма өс бурыс ҡуйғайным, уларҙың барыһы ла социаль мәсьәләгә ҡағыла, — тине Рөстәм Хәмитов. — Беренсеһе — эш урындары, икенсеһе — эш хаҡы һәм өсөнсөһө — торлаҡ. Мәғариф, һаулыҡ һаҡлау, мәҙәниәт һәм башҡалар ҙа бар, әммә ошо өс мәсьәлә — иң мөһиме.
Рөстәм Хәмитов торлаҡ хаҡын арзанайтыу буйынса республикала башҡарылған эштәр тураһында һөйләне. Уларҙың тәүгеһе — урындағы закон буйынса социаль торлаҡ өсөн түләүһеҙ ер биреү. Артабан был ер участкаларына республика бюджеты иҫәбенә һыу, газ, электр энергияһы үткәрелә. Шуға күрә, Президент әйтеүенсә, ауыл ерендә социаль торлаҡтың квадрат метры — 17-18 мең, ә ҡалала 20-22 мең һум буласаҡ.
Балалар баҡсаларындағы сираттар тураһында ла һүҙ булды. Был йәһәттән башҡарылған эштәр тураһында Рөстәм Зәки улы былай тине:
— 50 меңләп бала сиратта тора. Быйыл 14–15 мең самаһы яңы урын барлыҡҡа киләсәк. Элек йылына биш-ете яңы балалар баҡсаһы төҙөй инек, быйыл 52 буласаҡ. Республика ҡаҙнаһына был 4 миллиард һумға төшәсәк. Әлбиттә, ҡиммәт, әммә Башҡортостанда балалар мәнфәғәте — иң мөһимдәр рәтендә.
Ә. ЭТҠОЛОВА.


Вернуться назад