Обаманы кем алмаштырыр?21.04.2015
Обаманы кем алмаштырыр? Украинала оппозиция вәкилдәренә “һунар” башланыуы, Америка Ҡушма Штаттарында президент һайлауға әҙерлек барышы, “Ислам дәүләте” боевиктарының Афғанстанға үтеп инеүе һәм башҡа ваҡиғалар уҙған аҙнала иғтибар үҙәгендә булды.

Оппозицияға ҡаршы “һунар”


Украинала оппозиция вәкил­дә­рен заказ биреп юҡ итә башланылар. Мәҫәлән, 15 апрелдә Юғары Раданың 5-се саҡырылыш депутаты Олег Калашников атып үл­те­ре­лде. Ул – элекке президент Вик­тор Януковичтың Төбәк партияһы ағза­һы, Украинала Бөйөк Еңеүҙең 70 йыл­лығын киң билдәләүгә саҡы­рып, өгөт-нәсихәт алып барған. Бынан тыш, Калашников һәр саҡ был дәүләттең әлеге етәкселеген тәнҡитләп килде. Билдәле булыуынса, Украинала Бөйөк Ватан һу­ғы­шы йылдарында немецтар яғын­да һуғышҡан власовсы һәм бандеровсыларҙың ҡылығын Совет һалдаттары ҡаһар­манлығына тиң­ләнеләр, уларҙы ил азатлығы, бойон­дороҡһоҙлоғо өсөн көрәшкән яугир тип атанылар. 9 Майҙы рәсми байрам иттермәү йәһәтенән дә эш алып барыла. Олег Калашников – ошо күренешкә ҡаршы сыҡҡандар­ҙың береһе.
Ғөмүмән, Украина етәкселегенең тарихты боҙоп күрһәтергә ынтылыуын бер нисек тә аңлап булмай. Йылан үҙе үлһә лә, ағыуы ҡала, тиҙәр. Бынан 70 йыл элек Европала фашизм юҡ ителде, тиһәк тә, был эш тулыһынса атҡарылмаған икән. Украинаның әлеге власында фашизм идеяһын алға һөрөүсе етәк­се­ләр ултыра, улар үҙ ниәтенә ҡар­шы сыҡҡандарҙы юлынан берәм-һәрәм алып ташлай. Әйтәйек, 16 апрелдә Киев ҡалаһында үҙҙәрен һәр саҡ тәнҡитләп килгән оппозициялағы журналист Олесь Бузина атып үлтерелде. Унан бер көн алда ғына йәнә бер хәбәрсе Сергей Сухобок юҡ ителгәйне.
Ошондай шарттарҙа Европаның ҡайһы бер илдәре етәкселәре, Еврокомиссия, БМО, ОБСЕ вәкилдәре Украина власынан ғәйеплеләрҙе тиҙ арала табыуҙы һәм язаға тарт­тырыуҙы талап итте. БМО-ның Генераль секретары Пан Ги Мун был мәсьәләләрҙе үҙе контролдә тота­саҡ. Бына шулай, Көнбайыш Евро­па­лағыса йәшәргә ынтылған Ук­раи­нала демократияның “д” хәре­фе лә күренмәй. Улар, киреһенсә, фашистар идеологияһын бар ха­лыҡ­ҡа көсләп тағырға ынтыла: ҡур­ҡыталар, өркөтәләр, халыҡ ара­һын­да ғауға тыуҙыралар. Власть бындай юл менән тотороҡло йәшәй алмаҫ, яңы Майҙандың барлыҡҡа килеүе ихтимал.

Йә Буш,
йә Клинтон...


АҠШ-та киләһе йыл уҙасаҡ ҙур сәйәси сараға – президент һайлау­ға – әҙерлек башланды. Демократтар партияһынан әлегә иң ла­йыҡ­лыһы тип Хиллари Клинтон иҫәпләнә. Ул – элекке президент Билл Клинтондың ҡатыны – Америкала бик йоғонтоло кеше. Дәүләт секретары булып эшләгән йылдарында айырыуса киң танылыу яуланы.
Хиллари Клинтон 2008 йылдағы һайлауҙа Барак Обама менән пре­зидентлыҡ вазифаһы өсөн көрәш алып барҙы. Аҙаҡ ҡына көнәркәше файҙаһына үҙ кандидатураһын ал­ды. Хәҙер иһә ханым власҡа әй­ләнеп ҡайтырға уйлай. Хиллари Клинтондың төп дәғүәсеһе Джеб Буш (Флорида штатының элекке губернаторы, илдең Республика партияһы ағзаһы) булыуы ихтимал. Ул Буштарҙың ғаилә традицияһын дауам итмәксе. Ғөмүмән, Америка тарихында 35 йыл инде президент һайлау Буш йәки Клинтондар ҡатнашлығынан тыш үтмәй. 1992 йылда иһә ошо ике фамилия вә­килдәре араһында етәкселек өсөн көрәш алып барылды. Һөҙөмтәлә ғәмәлдәге президент Джордж Буш­ты күпкә йәшерәк Билл Клинтон еңеп сыҡты. Һигеҙ йылдан һуң “бирешкән” ғаилә йәнә реванш алды, һәм власҡа кесе Джордж Буш килде. “Тарих ҡабатлана” тиеүҙәре дөрөҫтөр: киләһе йыл ике билдәле династия йәнә көрәш башлаясаҡ.
Ҡайһы яҡ еңһә лә, Рәсәйгә ҡараш үҙгәрмәҫ, моғайын. Ни өсөн тигәндә, Республика партияһының да, демократтарҙың да илебеҙгә рәхимлелек күрһәткәне булманы. Джордж Буштан һуң власҡа килгән Барак Обама Рәсәй менән дуҫ булыр, элекке кәртәләр емерелер, тип көтөлгәйне. Ул Дмитрий Медведев менән һәйбәт мөнәсәбәт урынлаштырған кеүек күренде. Тик быларҙың барыһы ла яһалма булған. Тыныслыҡ өсөн Нобель премияһы алған Обама татыулыҡ, һиллек яҡлы түгеллеген иҫбат­ланы. Төньяҡ Африкалағы революциялар, Сүриәләге ҡан ҡойош, Украиналағы Майҙан уның ысын йөҙөн асып һалды. Дөрөҫ, АҠШ президенты Афғанстандан Америка ғәскәрҙәрен сығартыуға өлгәште. Тик был үҙе үк кире эҙемтәләргә килтерҙе.

Тауҙар иле
тыныс түгел

Афғанстанда бер-бер артлы ике теракт булып, унда 33 кеше һәләк ителде, йөҙҙән ашыуы төрлө тән йәрәхәте алды. Был һөжүм – “Ислам дәүләте” боевиктарының эше. Йәғни Яҡын Көнсығыш илдә­рендә һуғыш алып барған, Ираҡты яртылаш тиерлек баҫып алған был ойошма боевиктары хәҙер Аф­ғанстанға ла үтеп инде.
Әйткәндәй, “Ислам дәүләте” Сү­риәлә Бәшәр Әсәд режимына ҡар­шы көрәшкән мәлдә, Барак Обама уларҙы яҡлап финанс ярҙамы бүлде. Ә Рәсәй етәкселеге Бәшәр Әсәдте яҡланы. Әле килеп, шул боевиктар Афғанстанға яҫҡына.
Был ил нисәмә йыл инде һу­ғыштан арына алмай. Башта үҙе финанслаған АҠШ хәҙер “Ислам дәүләте” боевиктарын тыңлата алмай. Эт һимерһә, эйәһен тешләй, тиҙәр. Нығынып алған ғәскәр Американы бик һанлап тормай, яңынан-яңы ҡорбандар эҙләй.




Вернуться назад