Башҡортостандың бөтә һайлау участкаларында веб-камералар билдәләнгән ваҡытта ҡуйыласаҡ. Республика йортонда үткән селектор кәңәшмәһендә 4 марттағы һайлауҙарҙа видеотапшырыуҙы ойоштороуҙа муниципалитеттарҙың әҙерлеге хаҡында һүҙ барҙы.
Уны Башҡортостан Хөкүмәте Премьер-министры урынбаҫары, сәнәғәт һәм инновация сәйәсәте министры Марат Мөлөков алып барҙы. Республиканың Үҙәк һайлау комиссияһы рәйесе Хәйҙәр Вәлиев һәм тауыш биреү барышын техник йәһәттән тәьмин итеүгә яуаплы предприятие — “Башинформсвязь” йәмғиәтенең генераль директоры Рөстәм Сафиев отчет менән сығыш яһаны. Бөтә ҡала һәм район хакимиәттәре Өфө менән видеоэлемтәлә булды.
Хәйҙәр Вәлиев әйтеүенсә, һайлау көнөндә Башҡортостанда барлығы 3 509 участка һайлау комиссияһы һәм 69 территориаль һайлау комиссияһы эшләйәсәк. Федераль кимәлдә һайлаусылар дауаханаларҙа, тәфтиш изоляторҙарында һәм һайлаусылар ваҡытлыса булған башҡа урындарҙа (бындайҙар республикала — 41) туранан-тура тапшырыуҙы ойоштормау хаҡында ҡарар ҡабул итеүгә бәйле, веб-камералар 3 537 участка һайлау комиссияһында һәм территориаль һайлау комиссияһында урынлаштырыласаҡ.
Элемтәселәр үҙ бурыстарын билдәләнгән ваҡытҡа — 15 февралгә тиклем атҡарып сығырға вәғәҙә итә. Ә 26 февралдә бөтә Рәсәйҙә системаны һынап ҡарау планлаштырыла.
Ә. ШӘРӘФЕТДИНОВА.