Греция маҡсатына өлгәшерме?07.04.2015
Ирандың уран байытыуы мәсьәләһе буйынса уртаҡ фекергә килеү, Грецияның Европа советынан сығыу менән янауы уҙған аҙна ваҡиғалары араһында иғтибар үҙәгендә булды.
Иранға – уран,
алмашҡа – газ һәм нефть
Ирандың уран байытыуы мәсьәләһе донъяның иң йоғонтоло алты иле – Рәсәй, АҠШ, Ҡытай, Франция, Германия һәм Бөйөк Британия – ҡатнашлығында тикшерелә килеп, яҡынса килешеүҙәр аша нығытылып ҡуйҙы. Төп документ 30 июнгә тиклем тормошҡа ашырылырға тейеш.
Килешеүҙәр нигеҙендә Иран артабан да уран байытасаҡ. Тик ядро ҡоралы етештереү сығанағын үҙе генә файҙаланмайынса, сит илдәргә һатырға тейеш булып сыға. Әлеге шарт менән барлыҡ илдәр ҙә риза тип әйтеп булмай. Мәҫәлән, Израилдең премьер-министры Биньямин Нетаньяху быны үҙ төбәге өсөн ҙур хәүеф сығанағы буласағын белдерҙе һәм килешеүҙе аҙағынаса алып барып еткермәүҙе һораны. Сәғүд Ғәрәбстаны короле лә ошондайыраҡ фекерҙә. Был ике ил Яҡын Көнсығышта Ирандың көсәйеп китеүенән ҡурҡа. Ә Япония, Һиндостан, Австрия, Төркиә, Испания кеүек дәүләттәр әлеге алтауҙың килешеү шарты менән ҡәнәғәт булыуын белдерә. АҠШ президенты Барак Обама иһә был ваҡиғаны “ғүмерҙә бер генә була торған хәл” тип баһаланы. Рәсми Вашингтон Ирандың уран байытыу хоҡуғын таный. Ә Израиль АҠШ-тың ошондай ҡарашта тороуын өнәп еткермәй. Йәнәһе лә аралашсы булған алты ил Иранға ядро ҡоралы дилбегәһен үҙ теләге менән тоттороп ҡуя. Был һис тә улай түгел. Уран байытыу мәсьәләһе бынан ары ла халыҡ-ара күҙәтселәр контролендә буласаҡ бит, Израиль шуны онотоп ебәрә.
Ошондай шарттарҙа АҠШ һәм Көнбайыш Европа илдәре Иранға ҡарата иғлан иткән санкцияларын бөтөрөргә тейеш булып сыға. Бының иһә Рәсәйгә кире яҡтан тәьҫир итеүе ихтимал. Билдәле булыуынса, Иран – углеводород сеймалына бик бай ил (донъялағы газ запасының – 16, нефттең 10 проценты тупланған) һәм шуны һатыу иҫәбенә көн күрә. Ил бюджетының 45 проценты газ һәм нефть һатыуҙан тулылана. Санкциялар бөтөрөлгән осраҡта Рәсәйҙең йәнә бер көнәркәше барлыҡҡа киләсәк тигән һүҙ. Әле Иран газ һәм нефтте башлыса Ҡытай, Һиндостан, Япония кеүек илдәргә сағыштырмаса осһоҙ хаҡҡа һата. Санкциялар бөтөрөлһә, Европаға юл асыласаҡ. Иран президенты Хәсән Раухани белдереүенсә, яҡын киләсәктә сит ил баҙарына сығыу өсөн ҡеүәтле газ үткәргестәр һуҙыу планлаштырыла. Тик бының өсөн төбәктә һиллек хөкөм һөрөүе шарт. Ә бөгөн Яҡын Көнсығышта тыныс түгел. Йәмәнде ошо төбәктәге Сәғүд Ғәрәбстаны, Кувейт, Бахрейн, Катар, Берләшкән Ғәрәп Әмирлектәре, Судан, Мысыр кеүек илдәр төрлө яҡлап ҡыҫымға алды. Иран иһә – был ерҙә Йәмәндең берҙән-бер союздашы. Шуға ла бөгөнгө шарттарҙа уның уран байытыу мәсьәләһендә килешеүгә өлгәшеүе ҙур еңеү булып тора. Иран нисәмә йылдарға һуҙылған проблемаһын ыңғай хәл итте, хәҙер Йәмәнгә ярҙамға ашығыуы бар.
Ике ут араһында
Грецияға яңы власть килгәндән һуң был илдә көсөргәнеш артты. Элекке етәкселек Европа советы менән берлектә эшләһә, әлеге премьер-министр Алексис Ципрас ЕС-тан бойондороҡһоҙ идара итеү хоҡуғын алырға ынтыла. Ләкин маҡсатын тормошҡа ашыра алмай.
Мәғлүм булыуынса, Греция нисәмә йыл инде иҡтисади көрсөк кисерә. Бюджет сығымдарының ҡыҫҡартырын ҡыҫҡартып бөттөләр, Халыҡ-ара валюта фондынан аҡса ла алып торҙолар, тик ил үҫешеп китә алмай. Етмәһә, бурыстарҙы түләү ваҡыты етте, ә ил ҡаҙнаһы буш. ЕС һаман ҡыҫҡартыуҙы, социаль түләүҙәрҙе ҡыҫыуҙы талап итә. Алексис Ципрас иһә, һайлау алдынан биргән вәғәҙәләрен иҫләпме, был аҙымға барыуҙан икеләнеберәк тора, ул ике ут араһында ҡалды. Бер яҡта – Европа советы, икенсе яҡта – яҡшы тормош өмөт иткән халыҡ.
Греция Хөкүмәте ярҙам һорап беҙҙең илгә мөрәжәғәт итмәксе. Иртәгә Алексис Ципрастың Мәскәүгә килеүе көтөлә. Ә 9 апрелдә Греция кредиторҙарға 450 миллион евро бурысын ҡайтарырға тейеш. 1 майға тағы ла 200 миллион евро түләү ҡаралған. Ҡаҙнаһы буш булғанлыҡтан, Греция был хәтлем аҡсаны ҡайҙан табырға белмәй. Шуға ла Ципрас Владимир Путиндан ярҙам һорамаҡсы. Рәсәйҙең финанс министры Антон Силуанов белдереүенсә, илебеҙҙең Грецияға аҡсалата ярҙам итерлек мөмкинлеге бар. Европа союзы иһә беҙҙең мөнәсәбәттәрҙең ошолай яҡшырыуын һис тә теләмәй. Шул уҡ ваҡытта Грецияла дефолт була ҡалһа, был ЕС-тың иҡтисадында ла сағылыш табасаҡ.
Шарттарҙан файҙаланып, Рәсәй Европа союзы берҙәмлегенә шына ҡаға ала. Илебеҙ Грецияға аҡсалата ярҙам күрһәтә ҡалһа, рәсми Афина Брюссель менән араны өҙәсәк, ЕС ағзалығынан сығасаҡ тигән һүҙ. Греция халҡы Европа союзы барлыҡҡа килгәнгә тиклем күпкә етешерәк йәшәгәнлектән, Алексис Ципрастың фекере менән күпселек килешер тип көтөлә. Брюссель иһә Грецияның союздан сығырға ынтылышын “тарҡалыуға табан тәүге аҙым” тип иҫәпләй.
Греция илебеҙҙән аҡсалата ярҙам алыуға өлгәшһә, иҡтисади санкциялар ҙа йомшартыласаҡ, әлбиттә. АҠШ һәм Көнбайыш Европа илдәре әлегә быны һис кенә лә теләмәй.