Сикләү булмаясаҡ10.02.2012
Башҡортостандың Үҙәк һайлау комиссияһы, әгәр урындағы халыҡтың ғәҙәти йәшәү рәүешен боҙһа, тауыш биреү үтәсәк биналарҙы һайлауға тиклем ябыуға юл ҡуйырға ярамай, тип иҫәпләй.
— Алда торған һайлауҙарҙан видеотапшырыу алып барыу өсөн веб-камералар урынлаштырғандан һуң биналарҙы ябыу хаҡында бер нисә урындан хәбәр килде. Быға бер нисек тә юл ҡуйырға ярамай, — тине республика Хөкүмәтендә үткән кәңәшмә барышында Үҙәк һайлау комиссияһы рәйесе Хәйҙәр Вәлиев.
Билдәле булыуынса, һайлау участкалары йыш ҡына мәктәп, мәҙәниәт йорто кеүек халыҡ күпләп йыйылған урындарҙа урынлаша. Бер районда, балалар ижады йортонда ҡорамалдар ҡуйғандан һуң, бейеү түңәрәгенең эшен туҡтатҡандар.
Рәсәй Президентын һайлауҙа Башҡортостанда 3 509 участка һайлау комиссияһы һәм 69 территориаль һайлау комиссияһы эшләйәсәк. Тауыш биреү барышының асыҡлығын тәьмин итеү һәм тауыштарҙы иҫәпләү өсөн видеокүҙәтеү камералары эште ысын ваҡыт режимында күрһәтеп барасаҡ. Әле республикала махсус ҡорамалдар ҡуйыу эше дауам итә. Уны бер аҙна эсендә, йәғни 15 февралгә тиклем тамамлау күҙаллана.
Әлфиә ШӘРӘФЕТДИНОВА.


Вернуться назад