Йәмәнде ниңә йәлләйҙәр?31.03.2015
Йәмәндә һуғыш башланыуы, Украина олигархы Игорь Коломойскийҙың властан ситләтелеүе, Үзбәкстанда президент һайлау уҙыуы үткән арауыҡтың мөһим ваҡиғалары рәтендә торҙо.

Яҡын Көнсығышта –
йәнә һуғыш


Йәмәндә граждандар һуғышы бара. Низағҡа сит илдәр ҙә килеп ҡыҫылды. Хәйер, был дәү­ләт­тә электән дә тыныслыҡ булманы. Башта Көньяҡ Йәмән менән Төньяҡ Йәмән үҙ-ара һуғышты. 1990 йылда икеһе берләшкәс, тыныслыҡ урынлашыр тип көтөлгәйне лә, ышаныс тормошҡа ашманы – сөнниҙәр һәм шығыйҙар үҙ-ара ыҙғышырға тотондо.
Йәмәндә әле 24 миллион самаһы кеше йәшәй. Шуларҙың 52 проценты самаһын – сөнниҙәр, 46-һын шығыйҙар тәшкил итә, ҡалғандары башҡа төркөмгә ҡарай. 2011 йылда был илдә түңкә­релеш булып, президент Әли Абдалла Сәлих ҡан ҡойошһоҙ ғына властан ситләтелгәйне. Уның урынына һайланған Абд-Раббу Мансур Һаҙый иһә, күптән түгел хәрби низағ башланғас, үҙ илен ташлап сығып китергә мәжбүр булды һәм Сәғүд Ғәрәбстанына барып һыйынды.
Шығыйҙарҙың бер төркөмө булған хөситтәр илдең яртыһын тиерлек баҫып алды. Әле уларға ҡаршы хөкүмәт ғәскәрҙәре алыша. 26 мартта Сәғүд Ғәрәбстаны Йәмәнде һауанан утҡа тота башланы. Был хәрби операцияны улар шартлы рәүештә “Тәүәккәллек ҡойоно” тип атай. Сәғүд Ғәрәб­станының был һуғышта союздаштары – Кувейт, Бахрейн, Катар, Берләшкән Ғәрәп Әмир­лектәре. Иордан, Пакистан, Мысыр, Судан да улар яҡлы. Өҫтәүенә АҠШ менән Төркиә лә Мансур Һаҙыйға ярҙамға килергә әҙер. Ә шығый хөситтәрен Иран ғына яҡлай. Ошондай шарт­тарҙа президент Мансур Һаҙыйҙың үҙ илен ташлап ҡасыуы былтыр февралдә Виктор Яну­ко­вичтың Украинаны ҡалдырып китеүенә оҡшаш. Тик 2014 йылғы ваҡиғала етәксе хыянатлыҡта ғәйепләнеп, власҡа ҡаршы баш күтәргәндәрҙе Көнбайыш Европа илдәре лә, АҠШ та хуплап сыҡҡайны. Бөгөн иһә бының киреһе эшләнә – ватанынан сығып ҡасҡан президентты яҡлап маташалар. Йәнәһе, шығыйҙар власты за­конһыҙ баҫып алған. Көнбайыш Мансур Һаҙыйҙы нисек тә булһа власҡа ҡайтарырға тырыша.
Ғәрәп дәүләттәре лигаһы илдәре етәксе­ләренең Мысырҙың Шарм-эш-Шейх ҡалаһында үткән ике көнлөк саммитында ла Йәмән мәсьә­ләһе тикшерелде. Ыҙғыш барған дәүләт етәк­селеге шығый хөситтәрен яҡлауҙа Иранды ғәйепләп сығыш яһаны. Ә Ғәрәп дәүләттәре лигаһы Сәғүд Ғәрәбстанының Йәмәндә башлан­ған хәрби операцияһын хупланы, әммә әлегә унда ҡоро ер ғәскәрҙәрен индереүҙән тыйылып торорға саҡырҙы. Йәғни һауанан утҡа тотоуҙы дауам итергә рәсми рөхсәт бирҙе. Былтыр Украинала ла Майҙан хужаларына ошондай ҡаршылыҡ күрһәткәндә, уларҙы яуаплылыҡҡа тарттырған осраҡта күп ҡан ҡойоштан ҡотолған булырҙар ине лә бит, юҡ шул. Ә Йәмән президенты Мансур Һаҙыйҙы йәлләйҙәр, уны власҡа ҡайтарыу өсөн бар тырышлыҡтарын һалалар. Төп сәбәп бер – Ирандың һүҙе өҫкә сыҡмаһын.

Ике олигарх талашһа...

Украина тигәндәй, унда Петр Порошенко ме­нән Игорь Коломойский араһынан “ҡара бесәй” үтте – президент билдәле олигархты Днепропетровск губернаторы вазифаһынан бушатты. Игорь Коломойский Украиналағы байтаҡ предприятиены, көс ҡулланып баҫып алып, үҙенеке итеүгә өлгәшкәйне. Һөҙөмтәлә бөгөн ул – илдәге иң бай кешеләрҙең береһе. Олигарх хатта шәхси армия­һын булдырыуға өлгәште. Уға “Днепр-1”, “Днепр-2”, “Азов”, “Айдар” һәм башҡа тиҫтәләгән ба­таль­он туранан-тура буйһона. Ныҡлы ҡорал­ланған, әҙерлекле был хәрби берләшмә Украина армияһына ҡаршы торорлоҡ. Ул Көнсығыш Украинала ополчение көстәренә ҡаршы һуғышта ла ҡатнашҡайны.
Коломойскийҙыҡынан тыш, радикаль ҡараш­лы Дмитрий Яроштың да үҙ ҡораллы отряды бар. Ул да Киевҡа бигүк буйһоноп бармай. Өҫтәүенә был илдең иң бай кешеһе Ринат Әхмәтов шәхси армия булдырған. Ошо көстәрҙең һәр береһе үҙ мәнфәғәтенән сығып эш итә, шуға ла бөгөн Украинала тәртип юҡ. Игорь Коломойский Ринат Әхмәтовты байлыҡ йәһәтенән дә, хәрби ҡеүәт яғынан да уҙып китергә тырыша. Башҡа вағыраҡ олигархтар шулай уҡ үҙ-ара көрәш алып бара. Шуға ла Порошенко өсөн Минск килешеүенең үтәлеү-үтәлмәүе артҡы планға ҡала бара.
Көнбайыш Европа илдәренең мәғлүмәт саралары Коломойскийҙың властан ситләтелеүен Ба­рак Обама ҡушыуы буйынса эшләнеү их­тимал­лығын билдәләй. Бының булыуы мөмкин, сөнки һуңғы арала Коломойский АҠШ пре­зидентының ышанысын юғалта төштө. Ул, әлбиттә, губернатор вазифаһынан бушатылыуын ауыр кисерәсәк. Әлегә быны белдермәһә лә, Порошенкоға ҡаршы “партизан” һуғышы башлауы ихтимал.

Тотороҡло Ташкент

Үзбәкстанда президент һайлауы булды, унда иң юғары дәүләт вазифаһы өсөн дүрт кандидат көрәш алып барҙы. Яҡынса мәғлүмәттәр буйынса, тауыш биреүҙә халыҡтың 90 проценттан ашыуы ҡатнашҡан. Ғәмәлдәге ил етәксеһе Ислам Кәримов та яңынан президентлыҡҡа дәғүә иткән. Билдәле булыуынса, 77 йәшлек башлыҡ 1989 йылдан бирле власта. Был һайлауҙа ла еңеп сығыуы ихтимал.
Дөйөм алғанда, һуңғы йылдарҙа Үзбәкстан иҡтисады тотороҡло үҫешә, социаль мәсьәләләр ыңғай хәл ителә, сит илдәр, шул иҫәптән Рәсәй менән бәйләнеш нығый. Был дәүләт Урта Азияла ғына түгел, элекке СССР илдәре араһында ла үҙ сәйәсәтен тотороҡло алып барғандарҙың береһенә әүерелде. Шуға ла Кәримовтың тағы ла биш йылға президент итеп һайланыу мөмкинлеге юғары.





Вернуться назад