АҠШ Сүриә менән килешмәксе17.03.2015
Ҡырымдың Рәсәй ҡанаты аҫтына ҡайтыуына бер йыл тулыу, АҠШ етәкселегенең Сүриә президенты Бәшәр Әсәд менән килешергә ынтылыуы, Ҡырғыҙстан президенты Алмасбәк Атамбаевтың илебеҙгә сираттағы эш сәфәре иғтибар үҙәгендә булды.

Ҡытай Ҡырым мәсьәләһендә ярҙамлашасаҡ

Бынан теүәл бер йыл элек Ҡырым Республи­каһы һәм айырым статусҡа эйә Севастополь ҡалаһы үҙ ирке менән илебеҙгә ҡушылды. Быға нигеҙ булған референдумда ундағы халыҡтың 82 проценты ҡатнашып, 96 проценты Рәсәй ҡанаты аҫтында йәшәргә теләк белдергәйне. Халыҡтың ихтыярын инҡар итмәйенсә, илебеҙ Президенты Владимир Путин Ҡырымды һәм Севастополде Рәсәй субъекты итеү тураһындағы Указға ҡул ҡуйҙы.
Бер йыл элек кенә булған ваҡиғалар шул тиклем тиҙ эшләнде, әйтерһең дә, быға тиҫтә йыллап алдан әҙерләнгәндәр. Хатта АҠШ һәм Көнбайыш Европа илдәре Ҡырым менән ни булғанын аңғармай ҙа ҡалды шикелле. Эш уҙғас ғауғалаша, тауыш күтәрә башлағайнылар ҙа, һуңланылар шул. Илебеҙ етәксеһенең аныҡ һәм теүәл эш итеүе, тиҙ арала ҡәтғи ҡарарға килеүе һөҙөмтәһе был. Ошо ваҡиғанан һуң Рәсәйгә ныҡлы ябырылдылар ҙа инде. Санкция артынан санкция иғлан иттеләр һәм әле лә тынысланмайҙар. Үткән аҙнала ғына АҠШ илебеҙгә ҡарата өҫтәмә санкциялар иғлан итте.
Ғөмүмән, Ҡырымдың Рәсәйгә ҡушылыуы иле­беҙгә бик ҡиммәткә төштө, һәм бының эҙемтәләрен артабан да күрәсәкбеҙ әле. Украина ла һаман тыныслана алмай, Ҡырымды яңынан ҡайтарып алыу уйы менән ҡырсына. “Бер теленгән икмәк ҡабат берекмәй” тиҙәр халыҡта. Ҡырымдың да Украинаға кире ҡушылыры тормошҡа ашмаҫтай хыял ғына. Ә бына уның Рәсәй составында булғанлығын халыҡ-ара институттар тарафынан хоҡуҡи нығытып ҡуйыу талап ителә. Был йәһәттән илебеҙҙең Сит ил эштәре министрлығы ҙур эш алып бара, һәм уңыштар ҙа юҡ түгел. Мәҫәлән, 15 мартта Бөтә Ҡытай халыҡ вәкилдәре йыйылышынан һуң Ҡытайҙың Дәүләт Советы премьеры Ли Кэцян: “Ҡырым мәсьәләһе килешеүҙәр нигеҙендә хәл ителергә тейеш. Беҙ Украинаның суверенитетын һәм уның территориаль бөтөнлөгөн хуплайбыҙ. Әммә Ҡырым проблемаһы бик сетерекле һәм геосәйәси ваҡиғаларға, иҡтисадҡа ныҡлы йоғонто яһаны. Шуға ла беҙ был мәсьәләне һөйләшеүҙәр нигеҙендә хәл итешеүгә әҙербеҙ”, – тип белдерҙе.
Ли Кэцян Ҡытайҙа Си Цзиньпиндан ҡала икенсе кеше иҫәпләнә. Ҡырым проблемаһын хәл итешеүгә был дәүләт тотонһа, аҙағынаса алып барып сығыр ине. Билдәле булыуынса, былтыр БМО-ның Хәүефһеҙлек Советында ағза булып торған 15 илдең 13-ө Ҡырымдың Рәсәйгә ҡушылыуын хупламауын белдереп тауыш биргәйне. Ҡытай иһә берҙән-бер икеләнеүсе дәүләт булды. Әле килеп Ҡырым мәсьәләһен хәл итешергә ынтылыуы аныҡ ҡарарға килеүҙәренәндер, моғайын.

Джон Керри хатаһын
танырға мәжбүр


Америка Ҡушма Штаттарының, үҙе алып барған сәйәсәттән тайпылып, хатаһын таныу осраҡтары бик һирәк була. Шулай ҙа 15 мартта был илдең Дәүләт секретары Джон Керри үҙ ғәйебен белдерергә мәжбүр булды. Сүриә президенты Бәшәр Әсәд менән һөйләшеүҙәр алып барып ҡына илдәге низағҡа нөктә ҡуйырға мөмкин, тине ул. Ә бит быға тиклем АҠШ Бәшәр Әсәдте әҙәмгә лә һанаманы, уны гел генә властан ситләтеү яғын ҡараны. Сүриә низағына илебеҙ Президенты Владимир Путин ҡыҫылмаһа, Әсәдте алып ташлаған да булырҙар ине. АҠШ, Сүриәнең ғәмәлдәге президенты сәйәсәтенә ҡаршы көрәшәм тип, ундағы боевиктарҙы ҡоралландырыуға аҡса йәлләмәне һәм бөгөн килеп үҙе шуның әсе емешен татый. Сүриә биләмәһендә яҡшы ҡоралланып алған боевиктар төркөмө Ираҡта “Ислам дәүләте” төҙөп, АҠШ режимына ҡаршы көрәш башланы. Фетнәселәр Ираҡ менән Сүриә­нең байтаҡ биләмәһен баҫып алып, үҙ контролендә тота.
Сүриә мәсьәләһен яйға һалыр өсөн 2012 йылда уҡ “Женева-1”, һуңғараҡ “Женева-2” исеме менән һөйләшеүҙәр алып барылғайны. Уларҙың һөҙөмтәһе булмауында тәү сиратта АҠШ ғәйепле, сөнки улар халыҡ һайлап ҡуйған Бәшәр Әсәдте властан ситләтеү яғын ғына ҡараны. Әле килеп Джон Керри Бәшәр Әсәд менән һөйләшеүҙәр алып барыу яғында икәнлеген белдерә икән, АҠШ өлөшләтә булһа ла үҙ хатаһын таный тигән һүҙ. Владимир Путиндың 2012 йылда уҡ Бәшәр Әсәд мәсьәләһендә ни тиклем хаҡлы булғанлығы бөгөн килеп Джон Керри тарафынан таныла икән, был ­– илебеҙ өсөн ниндәйҙер кимәлдә еңеү.

Евразия союзы киңәйә

Илебеҙгә рәсми эш сәфәре менән Ҡырғыҙстан етәксеһе Алмасбәк Атамбаев килде һәм Санкт-Петербург ҡалаһында Рәсәй Президенты Владимир Путин менән осрашыу уҙғарҙы.
Ҡырғыҙҙар беҙҙең менән сауҙа-иҡтисади йәһәттән күптән хеҙмәттәшлек итә. Алмасбәк Атамбаев та Владимир Путин менән йыш ҡына осрашып тора, Ҡырғыҙстан илебеҙҙең стратегик партнеры иҫәпләнә. Путин Атамбаев менән февралдә генә Сочиҙа күрешкәйне. Унан алда август, май айҙарында – Мәскәү һәм Астана ҡалаларында, көҙ Дүшәнбе ҡалаһында ШОС саммиты һәм Минскиҙа БДБ илдәре саммиты мәлендә осрашҡайнылар. Атамбаев былтыр Сочиға Ҡышҡы Олимпия уйындарын асыу тантанаһына ла килде. Ҡыҫҡаһы, уның Путин менән осрашыуы йыш ҡына булып тора, һәм был ҙур яңылыҡ түгел.
Ә бына Ҡырғыҙстандың Евразия союзына ағзалыҡҡа ҡабул ителере – ике яҡ өсөн дә ҡыуаныслы хәл. Быйыл майҙа булырға тейеш был ваҡиға. Билдәле булыуынса, әлеге халыҡ-ара берләшмәне өс ил – Рәсәй, Ҡаҙағстан, Белоруссия – булдырғайны, былтыр көҙ Әрмәнстан да ҡушылды. Евразия союзы шулай киңәйә бара. Берләшмәгә киләсәктә Тажикстан менән Үзбәк­стандың да инеүе ихтимал. Ә Атамбаевтың эш сәфәренә килгәндә, уның Путин менән осрашыуы барышында берҙәм иҡтисади киңлек, сауҙа-инвестиция, мәҙәни-гуманитар өлкәләрҙә хеҙмәт­тәшлекте киңәйтеү мәсьәләләре тикшерелде. Дөйөм алғанда, осрашыу эшлекле шарттарҙа үтте.




Вернуться назад