Эш төркөмө ултырышы09.02.2012
8 февралдә Башҡортостан Президенты Рөстәм Хәмитов видеоконференция режимында Рәсәй Федерацияһы Президентының Волга буйы федераль округындағы тулы хоҡуҡлы вәкиле ҡарамағындағы Советтың эш төркөмөнөң тәүге ултырышын үткәрҙе. Унда “Яңыртыу шарттарында Волга буйы федераль округы төбәктәренең агросәнәғәт комплексын үҫтереү тураһында”ғы мәсьәлә ҡаралды.
Уның барышында Волга буйы федераль округындағы тулы хоҡуҡлы вәкил урынбаҫары Галина Изотова Совет ултырышына материалдар әҙерләү буйынса эш төркөмө составы булдырылыуын билдәләне.
— Башҡортостан Республикаһы Президенты Рөстәм Зәки улы Хәмитов эш төркөмө етәксеһе итеп билдәләнде. Уны һайлау осраҡлы түгел, сөнки Башҡортостан Республикаһы тотош Рәсәй Федерацияһында ауыл хужалығы продукцияһы етештереү буйынса ҙур төбәк булып тора. Унда әүҙем һәм уңышлы аграр сәйәсәт тормошҡа ашырыла, — тип һыҙыҡ өҫтөнә алды Галина Изотова.
Рәсәй Федерацияһы Президентының Волга буйы федераль округындағы тулы хоҡуҡлы вәкиле ҡарамағындағы Советтың “Яңыртыу шарттарында Волга буйы федераль округы төбәктәренең агросәнәғәт комплексын үҫтереү тураһында”ғы мәсьәлә буйынса ултырышы быйыл мартта үтәсәк.


Вернуться назад