Рөстәм Хәмитов иҡтисади үҫештән ҡәнәғәт түгел10.03.2015
Башҡортостан Башлығы Рөстәм Хәмитов республика Иҡтисади үҫеш министрлығының коллегия ултырышында сығыш яһаны. Сара барышында ведомствоның былтырғы эшенә йомғаҡ яһалды һәм яҡын киләсәккә бурыстары билдәләнде.

Төбәк Башлығы төп иҡтисади күрһәткес­тәрҙе әйтеп үтте, министрлыҡтың, Башҡортостан Хөкүмәтенең һуңғы дүрт йылда уңышлы эшләүен билдәләне. Рөстәм Хәмитовтың фекеренсә, иҡтисади үҫеште хеҙмәт етештереүсәнлегенең түбәнлеге, сәнәғәттә инновациялы продукция өлөшөнөң аҙ булыуы (4,5-5 %), Рәсәй һәм донъя баҙарҙарында беҙҙең тауарҙарҙың һүлпән һатылыуы тотҡарлай.




Вернуться назад