Сәйәсмәндән ҡотолоу кемгә кәрәк?03.03.2015
Израилдең премьер-министры Биньямин Нетаньяхуның Ирандың уран байытыуын туҡтатырға ынтылыуы, Корея Халыҡ Демократик Республикаһының ҡоралланыуҙы көсәйтеүе, Мәскәүҙә билдәле сәйәсмән Борис Немцовтың үлтерелеүе уҙған аҙнала иғтибар үҙәген биләгән ваҡиғалар булды.

Иранды һүгеп мәрәй тупламаҡсы

Израилдең премьер-министры Биньямин Нетаньяху эш сәфәре менән Вашингтонға килде. Уны бын­да бигүк көтмәгәндәр, күрәһең – Америка Ҡушма Штаттары президенты кәңәшсеһе Сюзан Райс белдереүенсә, Израиль премьер-министрының эш сәфәре Аҡ йорт менән алдан килешелмәгән. Биньямин Нетаньяху АҠШ-ҡа Вәкилдәр палатаһы спикеры, Республика пар­­тияһынан Джон Бейнерҙың саҡырыуы буйынса килгән. Ул бө­гөн АҠШ Конгресында Ирандың уран байытыу мәсьәләһе буйынса сығыш яһай.
Билдәле булыуынса, Иранды уран байытыуҙа, ядро ҡоралы етеш­терергә йыйыныуҙа ғәйепләп сығыш яһайҙар. Был йәһәттән айырыуса Израиль ҙур тырышлыҡ һа­ла. Ирандың уран байытыуын ха­лыҡ-ара ойошмалар менән бер рәттән “Оло алты” илдәре лә (АҠШ, Рәсәй, Ҡытай, Бөйөк Британия, Франция һәм Германия) күҙәтә. Уларҙың белгестәре Ирандың ядро программаһы буйынса си­раттағы һөйләшеүгә йыйылды. Рә­сәйҙең сит ил эштәре министры Сергей Лавров белдереүенсә, осрашыу эш­лекле шарттарҙа үткән. Иран­дың тыныс маҡсатта уран байытыуын күп илдәр таный. Израиль ғына быға һаман да тыныс ҡарай алмай. Иранға Мәхмүд Әхмәди­нижад етәкселек иткән осорҙа был илгә ҡарата АҠШ һәм Көнбайыш Европа илдәре тарафынан бихисап санкция ҡабул ителгәйне. Улар өлөш­лә­тә йомшартылһа ла, ҡайһы бер­ҙәре әле лә ғәмәлдә. Израилдең премь­ер-министры Иранға ҡарата баҫымды көсәйтеү яғында икәнле­ген электән үк белгертә килде. Әле иһә АҠШ Конгресында тағы ла шул теманы күтәрә.
Шуныһы мәғлүм: бөгөн Иран хәр­би йәһәттән Израилгә бер нин­дәй ҡурҡыныс менән янамай. Прези­дент Хәсән Раухони ҙа, Әхмә­ди­ни­жадтан айырмалы, күршеләре менән демократик мөнәсәбәт урын­лаштырырға тырыша. Ошоно күҙ уңында тотҡанда, Биньямин Не­тань­яхуның әлеге алымы һайлау алдынан үҙенә мәрәй туплап ҡалыу өсөн генә кәрәклеге асыҡлана тө­шә. Билдәле булыуынса, Изра­илдә 17 мартта ваҡытынан алда парламент һайлауы үтә. Биньямин Нетаньяху етәкселек иткән “Ликуд” партияһы еңгән осраҡта, уның дүртенсе тапҡырға премьер-министр вазифаһын биләүе ихтимал.

Төньяҡ Корея ҡораллана

Ә бына КХДР-ҙың ядро ҡора­лынан, ысынлап та, хәүефләнергә була. Был ил тәү башлап 2006 йыл­да ядро һынауы уҙғарғайны, һуң­ғыһы былтыр февралдә булды. КХДР-ҙың ҡоралланыуы – Көньяҡ Корея ғына түгел, уның союздаштары АҠШ менән Япония өсөн дә хәүеф сығанағы. Американың Мил­ли оборонаһы университеты ғали­мы Джоэль Уит белдереүенсә, әле КХДР-ҙың 10 – 16 самаһы боего­ловкаһы бар, уларҙы 2020 йылға тиклем 100-гә еткереүҙе маҡсат итеп ҡуйғандар. Ил лидеры Ким Чин Ын, бер ниндәй ауырлыҡтарға ҡарамайынса, ҡоралланыуға төп иғтибарҙы йүнәлтә. Шуға күрә лә АҠШ хәрбиҙәре һәм белгестәре КХДР-ға мөмкин тиклем күберәк ба­ҫым яһарға тырыша. Тик санкция­лар ҡабул итеп кенә был проб­леманы хәл итеп булмаясаҡ. КХДР-ҙың үҙ ирке менән ядро ҡоралынан баш тартыры икеле.

Илебеҙ йөҙөнә ҡара яғылды

27 февралдә Мәскәү ҡалаһы үҙәгендә билдәле сәйәсмән Борис Немцов атып үлтерелде. Ул ил хал­ҡына уҙған быуаттың 90-сы йылдарынан ныҡлы таныш. 32 генә йә­шендә Түбәнге Новгород өлкәһе губер­наторы булып һайланып, ошо вазифала алты йыл самаһы эш­ләгәс, уны Борис Ельцин юғары вазифаға үрләтте – вице-премьер итеп тәғәйенләне. Ул осорҙа Анатолий Чубайс, Егор Гайдар илдә билдәлелек яулап өлгөргәйне. Борис Немцовҡа ла етәкселек ҙур өмөт бағланы. Әммә йәш сәйәсмән башҡаса үҫешә алманы. Власҡа Владимир Путин килгәс иһә, бө­төнләй оппозицияға күсте. Ирина Хакамада менән берлектә яңы партия ойоштороп ҡарағайны ла, Дәү­ләт Думаһына үтә алманылар. Әле килеп, сәйәсмәндең үлтерелеүе һәр кемгә аяҙ көндө йәшен һуҡ­ҡан­дай тәьҫир итте. Ни өсөн тигәндә, оппозицияла булһа ла, Борис Немцов бөгөнгө власҡа ҙур хәүеф тыуҙырған кеше түгел ине. Уны үлтереү кемгә кәрәк булғандыр?
Әле енәйәтсене эҙләү эштәре алып барыла. Көнбайыш Европа илдәре һәм АҠШ етәкселеге бар­лыҡ ғәйепте Рәсәйҙең бөгөнгө етәк­се­легенә япһарып та ҡуйҙы. Вла­димир Путин иһә Немцовтың үлтерелеүен “сираттағы провокация” тип атаны. Нисек кенә бул­ма­һын, был ваҡиға халыҡ-ара арена­ла илебеҙ йөҙөнә ҡара тап булып яғылды.





Вернуться назад