Хәҡиҡәт сәғәте27.02.2015
Хәҡиҡәт сәғәте Башҡортостан Башлығы Рөстәм Хәмитов көрсөк шарттарында республика иҡтисадын яңы үҫеш мөмкинлектәре эҙләүгә йүнәлтте. Февралдә төбәк етәксеһе был йәһәттән аныҡ фекергә килеү маҡсатында бизнес-берләшмә вәкилдәре менән осрашты. Рөстәм Зәки улы билдәләүенсә, хәл ҡатмарлы: “Тышҡы үҙләштереү юҡ. Илдә аҡса етмәй. Предприятиеларҙың тауар әйләнеше кәмей”.
Федераль үҙәктең төбәктәргә “кәңәше” бер: сығымдарҙы ҡыҫҡартырға, оҙайлы проекттарҙан баш тартырға кәрәк. Әммә аҡсаны һаҡсыл тотоноу ғына мәсьәләне хәл итә алмай. Позицияны һаҡлап ҡалыу өсөн ресурстар кәрәк. Ә уларҙы ҡайҙан алырға?



— Аҡса алыу мөмкинлеге — иң ауыр, иң ҡатмарлы мәсьәлә, — ти Рөстәм Хәмитов. — Санкциялар тәүе сиратта беҙҙе тауарһыҙ ҡалдырыуға түгел, ә бизнестың тышҡы баҙарҙағы аҡсаһын юғалтыуға йүнәлтелгән. Көнбайыштан барлыҡ төр кредит юллау мөмкинлеге ябылды. Был иһә иҡтисади көрсөккә ҡотҡо һалды.
Проблеманы хәл итеү ысулдарының береһе — бизнес өсөн аңлайышлы ҡағиҙәләр аша эшлекле әүҙемлекте арттырыу һәм административ баҫымды кәметеү. Был финанс ағымының хәрәкәтен тиҙләтеп, көрсөктө еңеп сығыуға булышлыҡ итәсәк.
— Импортты алыштырыу ғына түгел, ә иҡтисадтың ҡулайлы моделен төҙөй белеү мөһим, — тигән фекерҙә республика етәксеһе. — Бизнес иркен үҫешһен өсөн барлыҡ кәртәләрҙе алып ташлау шарт. Уға юғары һалым, кредиттар буйынса саманан тыш ставкалар, власть, контроль, күҙәтеү структуралары яғынан эшҡыуарҙарҙың хоҡуҡтарын боҙоу ҡамасаулай. Әлбиттә, ҡырҡыу реформа үткәрер өсөн төбәктәргә ҙур вәкәләттәр кәрәк. Тик көрсөккә бәйле проблемаларҙы хәл иткәндә субъекттарҙың да өлөшө ҙур булыуын оноторға ярамай.
Айырыуса бәләкәй һәм урта эшҡыуарлыҡҡа ҙур өмөт бағлана (республикала улар 40 меңдән ашыу, йыллыҡ тауар әйләнеше 475 миллиард һумға етә): “Кесе эшҡыуарлыҡ башҡасараҡ эшләп китһә, ул беҙгә бер йәки ике миллиард һум өҫтәйәсәк, күберәк булһа, тағы ла яҡшыраҡ. Әлбиттә, улар эре бизнестың финанс юғалтыуҙарын тулыландыра алмаясаҡ. Әммә халыҡтың мәшғүллеген тәьмин итергә, эш урындары булдырырға һәләтлеләр.
Республика Башлығы “Эксперт-Урал” журналына биргән интервьюһында көрсөк шарттарында иҡтисадтың яңы мөмкинлектәре, етештереү ҡеүәтен тулыһынса файҙаланыу юлдарын эҙләү хаҡында һөйләне.


Егелеп хеҙмәт иткәндең эше уң

— Рөстәм Зәки улы, күптән түгел һеҙ республиканың эре бизнес вәкилдәре менән иҡтисадтағы хәлдәр һәм дәүләт ярҙамы саралары хаҡында фекер алыштығыҙ. Бизнес-берләшмәнең кәйефе нисек? Властан уға ниндәй ярҙам кәрәк?
— Республиканың эре предприятие етәкселәре һәм уларҙың төп акционерҙары менән даими бәйләнештәбеҙ. Был аңлашыла ла, сөнки был тармаҡ бөгөн төбәк иҡтисадының төп таянысы. Беҙҙә яҡынса 50 предприятиеның йыллыҡ тауар әйләнеше 5 миллиард һум тәшкил итеүен күҙ уңында тотҡанда ла, һалым кеременең күләме башлыса кем иҫәбенә тура килеүен тоҫмалларға мөмкин. Кәйефкә килгәндә, эре бизнес та, эшҡыуарлыҡ берләшмәһе лә дөйөм алғанда насар эшләмәй, шулай ҙа әлегә көтөү позицияһын һаҡлайҙар. Декабрҙә сит ил аҡсаһының курсы киҫкен үҙгәреп, финанс күрһәткестәр көсәйгәндән һуң, эшҡыуарҙар яңы проекттарға тотонорға ашыҡмай. Көтәләр. Властан иһә уларға сәйәси ярҙам, аныҡ иҡтисад, административ баҫымдың кәметелеүе, тотороҡлолоҡ һәм, әлбиттә, иғтибар кәрәк. Бизнес үҙенә ҡарата ғәҙел мөнәсәбәткә һиҙемле ул.
Беҙҙә, башҡа төбәктәрҙәге кеүек, иҡтисади үҫеш тотороҡлолоғон нығытыу буйынса Хөкүмәт комиссияһы булдырылды. Был — үҙенә күрә көрсөккә ҡаршы штаб.
Республика Хөкүмәте өсөн социаль бурыстарҙы үтәү өҫтөнлөклө алым булып тора, ә уны ҡаҙна планға ярашлы тулыландырылғанда ғына башҡарырға мөмкин. Билдәле һалым түләүҙең төп ауырлығы эре бизнес иңенә ята. Беҙҙең өсөн һәр эре һалым түләүсенең аңлайышлы ҡағиҙәләр буйынса эшләүе мөһим.
— Былтыр декабрь аҙағында, Владимир Путин менән осрашыу мәлендә, һеҙ төбәктәге социаль-иҡтисади хәлде барлап, федераль үҙәктең баһалама күрһәткестәре буйынса Башҡортостандың төп йүнәлештәрҙә “йәшел зона”ны биләүен билдәләгәйнегеҙ. Был нимә хаҡында һөйләй? Республика көрсөк шарттарында үҫеш тиҙлеген һаҡлап ҡала алдымы, әллә нефть эшкәртеү, химия кеүек тотороҡло тармаҡтар йөҙөндә “хәүефһеҙлек мендәре” эшләп киттеме? Тулайым төбәк продукты 103 процент тәшкил иткән. 2013 йыл менән сағыштырғанда, килем 6-7 процентҡа күберәк. Һеҙҙең өсөн был көтөлгән һандармы?
— Башҡортостан — Рәсәйҙең көслө төбәге. Үҫешкән ауыл хужалығы һәм сәнәғәте, күп тармаҡлы иҡтисады булған республика өсөн түбән күрһәткестәр сәйерерәк тә тойолор ине. Хәйер, күптәр беҙгә нефть һәм уға бәйле тармаҡтар ғына ярҙам итә тип күҙаллай. Был бер ҙә улай түгел. Егелеп хеҙмәт иткәндең эше уң: һуңғы дүрт йыл эсендә республиканы донъяға “асыу” йәһәтенән бик күп эш башҡарылды, үҙебеҙҙең һәм сит ил инвесторҙары өсөн уңайлы шарттар булдырылды, форумдар, конференциялар, симпозиумдар үткәрелде, белгестәребеҙ Мәскәүҙә, сит илдәрҙә белемен камиллаштырҙы, ҡыҫҡаһы, заманса булырға тырышабыҙ. Иң мөһиме — һөҙөмтә бар. Мәҫәлән, инвестиция күләме буйынса төбәктәр араһында 20-се урындан 12-сегә күтәрелдек. Рәсәй Хөкүмәтенең башҡарма власть органдары эшмәкәрлеген баһалауға көйләнгән рейтингында 36-сы баҫҡыстан 13-кә етеп, яҡынса 200 миллион һум премия алдыҡ. Рәсәйҙең Финанс министрлығы йыл да “Башҡортостанда финанстар менән идара итеү юғары сифатлы булыуын” таный. Кредит системаһының ыңғай рейтингы ресурстарҙы ылыҡтырғыс шарттарҙа үҙләштерергә мөмкинлек бирә. Шул уҡ ваҡытта республиканың дәүләт бурысы күләме, башҡа төбәктәр менән сағыштырғанда, иң түбәне — йыллыҡ ҡаҙнаның яҡынса 25 проценты. Ғөмүмән, сығанаҡтарҙы үҙләштереү йәһәтенән аңлы рәүештә ошондай сәйәсәт алып барабыҙ, бигерәк тә бөгөн кредит буйынса ставкалар юғары булғанда. Шуныһы ла мөһим — республикала власть халыҡҡа йөҙ менән борола. Был да эҙемтәһеҙ ҡалмай. “Кешеләр өсөн эшләргә” — минең һәм командамдың төп принцибы.
— 2009 йылда Башҡортостан күп тармаҡлы иҡтисад арҡаһында, Рәсәй Федерацияһының башҡа субъекттары менән сағыштырғанда, әллә ни ҙур юғалтыуҙар кисермәне. Бөгөн иһә үҫеш программаһын ниндәй тармаҡтар билдәләй? Исемлеккә ауыл хужалығын индерергә мөмкинме?
— Бөгөнгө хәл-ваҡиғаларҙы 2009 йыл менән сағыштырыу дөрөҫ үк булмаҫ. Ни тиһәң дә, ул осорҙағы һәм хәҙерге көрсөк күренештәре бер-береһенән ныҡ айырыла. Алты йыл элек етештереү, ихтыяждың түбән булыуы үҫеш тотҡарлығына илткәйне, ә бөгөн беҙ иҡтисади көрсөктә. Әгәр 2009 йыл, дөйөм алғанда, Рәсәй өсөн, ауыр, әммә тетрәнеүҙәрһеҙ үтһә, был юлы күпкә етдиерәк булыуы ихтимал, сөнки илебеҙгә ситтән баҫым көслө, нефткә хаҡ төштө, Көнбайыштың иҡтисади баҙарына юл ябылды.
Экспортерҙарыбыҙҙың — нефть эшкәртеүселәр, машина төҙөүселәр, химиктар, металлургтар — хәлен әлегә насар тип әйтә алмайым: һатыуҙан килгән керем артты, эш күләме һаҡланып ҡалды. Ә бына төҙөүселәргә, агросәнәғәт комплексы предприятиеларына еңел түгел. Шул уҡ ваҡытта ауыл хужалығы өсөн яңы мөмкинлектәр осоро килде. Был импортты алыштырыуға бәйле: экзотик емеш-еләктән һәм йәшелсәнән тыш барыһын да үҙебеҙ үҫтерә алабыҙ. Тырыш булыу мөһим. Билдәле, башлап ебәрергә, миҙгелле эштәргә ресурстар кәрәк. Сәнәғәтте һөҙөмтәле төрләндереү, хеҙмәт етештереүсәнлеген арттырыу, яңы технологияларҙы үҙләштереү — барыһы ла өлгөрөп еткән мәсьәлә. Улар буйынса ябай халыҡ менән берлектә эшләйбеҙ. Бөгөн ауыл хужалығында хәҡиҡәт сәғәте: йә икенсе тулҡынға көйләнеп, артта ҡалыуҙы еңеп, халыҡты үҙебеҙҙә етештерелгән аҙыҡ- түлек менән туйындырабыҙ, йә дәүләт дотацияһына ғына йәшәгән аҙ килемле тармаҡ булып ҡалабыҙ. Мәсьәләне ыңғай хәл итеребеҙгә ышанам.
Әйткәндәй, ауыл хужалығы темаһы беҙҙең химиктарға ла туранан-тура бәйле. Илдә үҫемлекселекте сүп-сарҙан һәм ҡоротҡостарҙан һаҡлау сараларын етештереүҙе тергеҙеү мөһим. Бөгөн был тармаҡтағы бөтөн компетенциялар ҙа юғалған. Ауылдарҙы минераль ашлама менән тәьмин итеүҙең яңы алымдары кәрәк. Был мәсьәләләрҙе хәл итеү өсөн республиканың барлыҡ мөмкинлектәре лә бар, предприятиелар әлеге йүнәлештә әүҙем эш алып бара.


Ҡараштарҙы ҡайтанан барларға
— Төбәктәрҙе импортты алыштырыуға йүнәлдереү мәжбүри аҙыммы, әллә яңы мөмкинлекме?
— Импортты алыштырыу процесын примитив ҡабул итеүгә ҡырҡа ҡаршымын. Юҡһа, ҡайһы берәүҙәр сифатына, хаҡына ҡарамайынса сит тауарҙы Рәсәйҙекенә алыштырырға әҙер. Былай эшләү, һис шикһеҙ, ярамай. Шул уҡ ваҡытта яңырыу һәм техник йыһазландырыу аша заманса продукция тәҡдим итергә әҙер ватан етештереүселәренә булышлыҡ ҡылыу йәһәтенән әүҙем эш алып барырға кәрәк.
Беҙҙең предприятиеларҙың продукцияһын ресурстар, сеймал, төрлө ҡорамалдар һәм башҡалар сифатында республиканың эске баҙарында кәм тигәндә 40-50 миллиард һумға файҙаланыу мөмкинлеген иҫәпләп сығарҙыҡ. Бөгөн эске резервтарҙы тулы ҡеүәтендә файҙаланмайбыҙ. Министрлыҡтарҙың бурысы — алдағы ике-өс йылда эске республика кооперацияһын булдырыу. Был йәһәттән идара итеүҙең заманса механизмы яҡлымын.
— Тимәк, санкциялар Башҡортостандың иҡтисадына йоғонто яһаманы?
— Йоғонто яһаны. Ҡайһы бер йүнәлештәргә, атап әйткәндә, сит илгә сығарылған тауарҙарға. Ғинуарҙы республика сәнәғәт етештереүселәре 103,9 процент үҫеш менән тамамланы. Предприятиелар артабан да тауар етештереүсәнлеген арттырмаҡсы, яҡшы, тотороҡло ихтыяж бар. Ләкин барыһы ла әлеге лә баяғы аҡсаға, кредитҡа бәйле. Көрсөк әүҙем үҫеш юлындағы иҡтисадты туҡтатты, эшмәкәрлекте тотҡарлай. Барлыҡ субъекттарҙың да пландары ҙур ине. Барыбыҙҙың да эшләгеһе килә. Тик бөгөн финанс мөмкинлектәрҙән сығып, ҡайһы бер пландарҙы ҡайтанан ҡарарға тура килә. Көрсөк иҡтисади тормошто ойоштороуға ла үҙ төҙәтмәләрен индерә, реформалар үткәреүҙе талап итә, ижтимағи ҡоролошто яңыртыуға этәрә.
— “Башнефть” компанияһына бәйле хәлдәр төбәккә нисек тәьҫир итте? Структураларҙы финанслау, шул иҫәптән элек “Урал” фондынан финансланған спорт өлкәһе мәсьәләләрен хәл итеп буласаҡмы?
— Башҡортостандың абруйы юғары булды һәм буласаҡ. Инвесторҙар беҙҙең менән ҡыҙыҡһына. Былтыр инвестициялар үҫеше яҡынса 104 процент тәшкил итте.
“Башнефть” компанияһына килгәндә, республикала хосусилаштырыуға бәйле бер генә хәл дә был тиклем низағ тыуҙырғаны юҡ ине әле. Дәүләт милкен ситләштереү республика халҡын тетрәндергәйне. Шуға күрә “Башнефть”тең дәүләткә ҡайтыуын граждандар ғәҙеллек урынлаштырыу кеүек ҡабул итте. Рәсәй Президенты Владимир Путиндың ҡушыуы буйынса, компаниялағы акциялар пакетының бер өлөшө Башҡортостан Хөкүмәте идараһына күсерелә. “Башнефть” ябай компания түгел, ул — Башҡортостандың символы. Әлбиттә, республика халҡы ил Президентына бындай ҡарары өсөн рәхмәтле.
Ғөмүмән, компанияны үҫтереү һәм нығытыу — республиканың бурысы. Ни өсөн тигәндә, ул төп һалым түләүсе — “Башнефть” йәмғиәтенән килгән аҡса республика ҡаҙнаһының дүрттән бер өлөшөн тәьмин итә. Завод һәм промыслаларҙы үҫтереү, яңыртыу өҫтөнлөклө йүнәлеш булып тора. Республиканың спортҡа, социаль өлкәгә, шул иҫәптән “Башнефть” ҡатнашлығындағы проекттарға булышлыҡ итәсәге аңлашыла. Был эштәрҙең барыһы ла асыҡ алып барыласаҡ.

Булдырасаҡбыҙ!

— ШОС һәм БРИКС саммиттарына әҙерлек нисек бара? Көтөлмәгән хәл-ваҡиғалар килеп тыумаймы, әллә барыһы ла план буйынса барамы?
— Саммитҡа әҙерлек барышында шәхси структуралар Өфөлә Hilton, Holiday Inn, Sheraton кеүек донъя күләмендә билдәле брендтарҙың ете ҡунаҡханаһын төҙөнө. Әле уларҙы файҙаланыуға тапшырыр алдынан һуңғы әҙерлек эштәре бара. Саммиттарҙың төп ултырышы үтәсәк Конгресс-холл бинаһын төҙөкләндереү тамамланып килә. Уңайлылыҡ, майҙансыҡтар һәм техник яҡтан тәьмин итеү йәһәтенән ул Мәскәү, Санкт-Петербург, Сочиҙың иң яҡшы объекттары менән бер рәттә торасаҡ. “Өфө” аэропортында бер юлы күп кешене хеҙмәтләндерәсәк яңы халыҡ-ара терминал булдырылды. Ул республика ҡаҙнаһы иҫәбенә төҙөлдө. Федераль аҡсаға аэродром комплексы киңәйтелде. М. Нестеров исемендәге Башҡортостан дәүләт сәнғәт музейына, опера һәм балет театрына, “Башҡортостан” концерт залына капиталь ремонт үткәрелде һәм улар эшләй башланы. Бында рәсми делегация ағзалары һәм саммит ҡунаҡтары мәҙәни сараларҙы күрә аласаҡ. Ҡыҫҡаһы, Өфө саммиттарҙы яңы йөҙ менән ҡаршы аласаҡ. Әҙерлектең һәр этабын контролдә тотам. Беҙҙең өсөн был — стратегик проект, уның һөҙөмтәһе тиҫтә йылдарға етәсәк. 8-10 июлдә Өфө Рәсәйҙең “визит карточка”һына әүереләсәк, беҙгә Ер шарында йәшәгән халыҡтың өстән бер өлөшөн тәшкил иткән илдәрҙән бер нисә мең ҡунаҡ киләсәк. Был үтә ҙур яуаплылыҡ. Әйткәндәй, саммиттар үткәреү өсөн кәрәк булған инфраструктураның күбеһе беҙҙә булғанлыҡтан, әлеге сараға республика ҡаҙнаһынан сығым бик аҙ китте.
Йөкмәткеһенә килгәндә, саммитта ҡатнашҡандар араһында фекер алышыуҙы киңәйтеү, шулай уҡ ШОС, БРИКС илдәре төбәктәренең кесе һәм урта бизнесының беренсе форумын үткәреү тәҡдимен индерҙек.
Инвесторҙар алдында сығыш яһағанда һәр ваҡыт ШОС һәм БРИКС илдәре төбәктәре хеҙмәттәшлегенең R2R (төбәк менән төбәк) моделе барлығы хаҡында әйтәм. Әлеге майҙанда нәҡ ошо форматты үҫтергебеҙ килә. Ә эшҡыуарҙар уртаҡ проекттар булдыра аласаҡ. Был идеяны Рәсәй Президенты ла хупланы.
— Башҡортостанда “май указдары” үтәлешенә ниндәй баһа бирер инегеҙ? Балалар баҡсаларына сиратты бөтөрөү мәсьәләһен быйыл хәл итеп буласаҡмы?
— Республика 2012 йылдағы май указдарын ғәмәлгә ашырыу буйынса үҙ өҫтөнә алған йөкләмәләрҙе үтәй. Бюджет учреждениеларында эшләгәндәрҙең хеҙмәт хаҡын арттырыу бурысын үтәмәүгә юл ҡуйманыҡ.
Мәктәпкәсә белем биреү учреждениеларына килгәндә, 2010 йылда республикала 50 меңдән ашыу балаға урын мәсьәләһен хәл итеү бурысы тора ине. Шуға ла был эшкә Рәсәй программаһынан да алдараҡ тотондоҡ. 2011 йылдан алып беҙҙә йыл һайын 10-12 мең урын сафҡа инә. Былтыр, мәҫәлән, 27 яңы балалар баҡсаһы асылды, заманында башҡа предприятиеларға күскән 32-һе мәғариф тармағына кире ҡайтарылды. Бөгөн ете мең сабый сират көтә. Быйыл 29 балалар баҡсаһын сафҡа индерергә иҫәп тотабыҙ. Шуға күрә, финанслауҙы ҡыҫҡартыу шарттарына ҡарамаҫтан, өс-ете йәшлек сабыйҙарҙы урын менән тәьмин итеү өсөн социаль объекттар төҙөүҙе дауам итәсәкбеҙ. Бынан тыш, балалар баҡсаларын арзан хаҡҡа төҙөргә өйрәндек: бер урын 400-700 мең һумға төшә.
— 2015 йыл нисек булыр тип күҙаллайһығыҙ?
— Ауыр булыры көн кеүек асыҡ. Әммә ил һәм уның төбәктәре иҡтисади һынауҙар алдында юғалып ҡалмаяаҡ. Рәсәйҙең үҫешен туҡтатыу мөмкин түгел. Быны ил халҡы ла, беҙгә теләктәшлек белдереүселәр ҙә, оппоненттар ҙа аңларға тейеш. Мин — оптимист, Илебеҙҙең артабан да үҫәсәгенә һәм сәскә атасағына ышанам.










Вернуться назад