Башҡортостан Президенты Рөстәм Хәмитовҡа Питирим Сарокин исемендәге “Фәнгә өлөш индергән өсөн” почетлы көмөш миҙал тапшырылды, тип хәбәр иттеләр Башҡортостан Республикаһының Рәсәй Президенты ҡарамағындағы тулы хоҡуҡлы вәкиллегендә. IV Бөтә Рәсәй “Йәмғиәткә ғилми идара итеүҙә социология” социологик конгресында һуңғы ваҡытта Рәсәйҙәге йәмғиәт тормошон һәм социаль өлкәне үҫтереүгә ҙур өлөш индергән ҡайһы бер ғалимдар, сәйәсмәндәр, йәмәғәт эшмәкәрҙәре билдәләнде.
Конгресс Мәскәүҙәге Союздар йортонда үтте. Унда Рәсәйҙең төп ғилми һәм мәғариф учреждениелары, билдәле Рәсәй һәм сит ил ғалимдары, дәүләт хеҙмәткәрҙәре һәм йәш белгестәр ҡатнашты.
Форум барышында Рәсәй йәмғиәтенең социаль структураһы, мәҙәниәт, фән, сәйәсәт, дин, мәғариф, хеҙмәт, идара итеү, сәләмәтлек, балалыҡ социологияһы менән бәйле мәсьәләләрҙе һәм киң ижтимағи әһәмиәткә эйә булған темаларҙы өйрәнеү буйынса ултырыштар уҙғарылды.
Конгреста илдең ғалимдары һәм сәйәсмәндәр, атап әйткәндә, Федерация Советы Рәйесе Валентина Матвиенко, Рәсәй Фәндәр академияһының Социаль-сәйәси тикшеренеүҙәр институты директоры Геннадий Осипов, Мәскәү дәүләт университеты ректоры Виктор Садовничий, Рәсәй Фәндәр академияһының Социология институты директоры Михаил Горшков сығыш яһаны.
Конгрестың төп ойоштороусыһы — Рәсәй Фәндәр академияһының Социаль-сәйәси тикшеренеүҙәр институтының Социология институты Рәсәйҙә йәмғиәт тормошон һәм социаль өлкәне үҫтереүгә ҙур өлөш индергән ғалимдарҙы, сәйәсмәндәрҙе, йәмәғәт эшмәкәрҙәрен билдәләп үтте.
“Һеҙ көндәлек эшмәкәрлектә социаль көсөргәнешлелеккә, сәйәси тотороҡһоҙлоҡҡа һәм замандың геосәйәси хәүефенә ҡаршы көрәштә дәүләттең, йәмғиәт һәм фәндең тырышлығын туплауға, социологтарҙы Башҡортостан Республикаһында тормошҡа ашырылған дәүләт сәйәсәтен төҙөүгә йәлеп итеүгә булышлыҡ күрһәтәһегеҙ”, тиелә ойоштороу комитетының республика етәксеһенә ебәргән хатында.
Ғәлиә НӘБИЕВА.