Файҙаланғың килһә — түлә08.02.2012
Башҡортостандың һәм Рәсәйҙәге башҡа төбәктәрҙең атамаларын коммерция ойошмаларының күбеһе үҙенең рәсми исемендә файҙалана. Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай депутаттары бының өсөн аҡса түләтеүҙе күҙ уңында тотҡан закон сығарыу башланғысы менән Дәүләт Думаһына мөрәжәғәт итергә ниәтләй. Рәсәй төбәктәренең исемдәрен ойошмаларға ҡушҡан өсөн дәүләт пошлинаһы билдәләнергә тейеш, ти улар. Түләүҙең күләме 30 мең һум тирәһе буласаҡ.
Әлеге яңылыҡ тураһында Башҡортостандың Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай Рәйесе Константин Толкачев белдерҙе. Республика парламентарийҙары әҙерләгән проект Дәүләт Думаһы аппаратынан тәүге тикшереүҙә ыңғай хоҡуҡи баһа алған. Документҡа ярашлы, Рәсәй субъекттарының рәсми исемдәрен һәм уның яҙылышының төрлө варианттарын файҙаланыу өсөн Рәсәй Хөкүмәте билдәләгән тәртиптә ризалыҡ алыу кәрәк буласаҡ. Пошлинаны Федерация субъекты ҡаҙнаһына түләү ҡаралған.
— Әле, мәҫәлән, “Башҡортостан”, “Башҡортостан Республикаһы”, “Башкирия” һүҙҙәре төрлө йүнәлештә эшмәкәрлек алып барған бик күп фирмаларҙың исемендә ҡулланыла, — тине Константин Толкачев. — Шул уҡ ваҡытта республикабыҙ символикаһы менән сығарылған тауарҙың сифаты һәр ваҡыт тейешле кимәлдә булмай. Иң мөһиме — бынан төбәк ҡаҙнаһына бер ниндәй ҙә файҙа юҡ.
Ә. ИЛДУСОВА.


Вернуться назад