Күҙәтеүселәр артасаҡ08.02.2012
Рәсәй Президентын һайлауға әҙерлекте һәм тауыш биреү барышын тикшереү өсөн Башҡортостанға сит ил күҙәтеүселәре килә башланы. Республиканың Үҙәк һайлау комиссияһы рәйесе Хәйҙәр Вәлиев уларҙың икәүһе – Европала хәүефһеҙлек һәм хеҙмәттәшлек ойошмаһының Демократик институттар һәм кеше хоҡуҡтары буйынса бюроһы миссияһы вәкилдәре – менән осрашты.
Швециянан Ханс Биргер Нареског менән Литванан Людмила Блинова һайлау участкаларын барып ҡарау, кәрәкле мәғлүмәттәрҙе алыу мөмкинлеге менән ҡыҙыҡһынды, сөнки тауыш биреүҙе күҙәтеүҙе маҡсатҡа ярашлы ойоштороу өсөн был – мөһим шарт. Халыҡ-ара миссия вәкилдәренең айлыҡ эш планы тикшерелде, талаптары тыңланды. Хәйҙәр Вәлиевтең әйтеүенсә, һайлау алдынан республикаға сит илдәрҙән тағы ла бер нисә күҙәтеүсе киләсәк.
Рәсәйҙең Үҙәк һайлау комиссияһынан хәбәр итеүҙәренсә, 1 февралдән илдең 32 төбәгендә Европала хәүефһеҙлек һәм хеҙмәттәшлек ойошмаһының Демократик институттар һәм кеше хоҡуҡтары буйынса бюроһынан 40 вәкил эш башлаған. Тауыш биреү көнөнә ҡарай күҙәтеүселәр артасаҡ. Дөйөм алғанда, халыҡ-ара күҙәтеүҙә, Дәүләт Думаһына һайлауҙағы кеүек үк, 600-ҙән ашыу кеше ҡатнашасаҡ.
Мәғлүм булыуынса, декабрҙәге кампания барышында Башҡортостанда сит илдәрҙән 15 күҙәтеүсе эшләне, улар беҙҙә тауыш биреү һөҙөмтәләренә насар йоғонто яһарлыҡ бер ниндәй ҙә етешһеҙлек тапманы.
Я. УСМАНОВ.


Вернуться назад