Министрлыҡҡа — өҫтәмә вәкәләттәр08.02.2012
Башҡортостандың Иҡтисади үҫеш министрлығына өҫтәмә вәкәләттәр һәм бурыстар тапшырылды. Республика Президенты Рөстәм Хәмитов шундай Указға ҡул ҡуйҙы.
— Министрлыҡ төбәктәге административ реформаны тормошҡа ашырыу өсөн яуаплы башҡарма власть органы тип билдәләнде, уға ҡуйылған бурыстарҙы үтәү өсөн оператив ҡарарҙар ҡабул итеү хоҡуғы бирелде, — тип хәбәр итте Иҡтисади үҫеш министрлығының матбуғат хеҙмәте. — Бынан тыш, министрлыҡҡа республикалағы социаль әһәмиәтле инвестиция проекттарын ғәмәлгә ашырыу өсөн партнерлыҡ механизмдарын файҙаланыу, инвестиция проекттарының мәғлүмәт базаһын, шул иҫәптән республикалағы өҫтөнлөклө инвестиция проекттары исемлеген һәм реестрын төҙөү, дәүләт һәм муниципаль хеҙмәттәр күрһәтеү буйынса күп функциялы үҙәктәрҙең эшмәкәрлегенә мониторинг уҙғарыу буйынса өҫтәмә вәкәләттәр йөкмәтелде.
Иҡтисади үҫеш министрлығы шулай уҡ Башҡортостандың башҡарма дәүләт власы органдары тарафынан эшләнгән дәүләт функцияларын үтәү һәм дәүләт хеҙмәттәре күрһәтеүҙең административ регламенттары проекттарына экспертиза үткәрәсәк һәм федераль, республика кимәлендәге норматив хоҡуҡ акттарының йоғонтоло булыуын баһалаясаҡ, эшҡыуарлыҡ һәм башҡа иҡтисади эшмәкәрлек субъекттары өсөн артыҡ сикләүҙәр һәм бурыстар билдәләгән положениеларҙы асыҡлаясаҡ.
Әлфиә ШӘРӘФЕТДИНОВА.


Вернуться назад