Башҡортостан Президенты Рөстәм Хәмитов Рәсәй төбәктәренең иң йоғонтоло биш етәксеһе иҫәбенә инде. Ғинуар айы өсөн рейтинг “Независимая газета”ла баҫылып сыҡты.
Был исемлеккә беренсе урынды яулаған Мәскәү мэры Сергей Собянин, Санкт-Петербург губернаторы Георгий Полтавченко, Чечен Республикаһы башлығы Рамзан Ҡадиров һәм Татарстан Президенты Рөстәм Миңлеханов инде.
Иң көслө йоғонтоло төбәк етәкселәре иҫәбендә тағы ла 15 кеше бар. Рөстәм Хәмитовтан һуң Краснодар крайы хакимиәте башлығы Александр Ткачев, етенсе урында Псков өлкәһе губернаторы Андрей Турчак килә.
Рейтинг ун баллы система буйынса төҙөлдө. Сергей Собянин — 7,82 балл, Рөстәм Хәмитов 6,33 балл йыйҙы. Иң көслө 20 етәксе исемлеге Ырымбур өлкәһе губернаторы Юрий Берг (4,53 балл) менән тамамлана.
Артабанғы 30 төбәк етәксеһенең йоғонтоһо “көслө” тип баһаланды. Улар 2,97 – 4,35 балл йыйҙы. 33 төбәк башлығы, 1,15 – 2,95 балл йыйып, “уртаса” йоғонтоло тип билдәләнде.
Рейтинг һөҙөмтәләренә эксперт тикшереүе ябыҡ анкета алымы менән үткәрелде. Сарала политологтар, политтехнологтар, медиаэксперттар, журналистар ҡатнашты. Уларға “Түбәндәге төбәк башлыҡтарының йоғонтоһон федераль кимәлдә (Рәсәй Президенты Хакимиәтендә, Рәсәй Хөкүмәтендә, Рәсәй Федерацияһы Федераль Йыйылышында, партияла һәм бизнес-элитала) 1-ҙән алып 10-ға тиклемге шкала буйынса нисек баһалар инегеҙ?” тигән һорау бирелде. Һәр эксперт үҙ баһаһын ҡуйҙы. Һуңынан һәр төбәк етәксеһе өсөн уртаса балл сығарылды.
Евгений РӘХИМҠОЛОВ.