Күркәм сифат һаҡланырға тейеш13.02.2015
Республика йортонда Рөстәм Хәмитов Хәйриә эшмәкәрлеге мәсьәләләре буйынса республика советы ултырышын үткәрҙе.
Былтыр Башҡортостан халҡы Ҡырымда йәшәүселәргә ярҙамға 200 миллион һумдан ашыу аҡса йыйған, дауылдан зыян күргән Краснокама, Яңауыл райондарына булышлыҡ күрһәткән. Хәйриә ярҙамы мәктәп, балалар баҡсаһы, дауахана, юл, һыу үткәргестәрҙе ремонтлау һәм яңыртыуға йүнәлтелгән. Әле республикала 300-гә яҡын фонд эшләй, халыҡҡа адреслы ярҙам күрһәтә.
— Йәмғиәткә, дәүләткә ярҙам иткән хәйриә фондтарына булышлыҡ итеү мөһим, – тип билдәләне Рөстәм Хәмитов. – Әлбиттә, был йәһәттән республика Хөкүмәтенең ресурстарын да файҙаланасаҡбыҙ, сөнки хәйриә фондтары изге мәсьәләләрҙе хәл итә.
Республика Башлығы әйтеүенсә, фондтарҙың эшмәкәрлегенә ихтыяж ҙур. Башҡортостанда шәфҡәтлелек буйынса бирелгән мәғлүмәттәргә ҡарағанда, республика халҡына мәрхәмәтлелек хас. Ошо күркәм сифат һаҡланырға тейеш.