Башҡортостан Республикаһының Үҙәк һайлау комиссияһы рәйесе Хәйҙәр Вәлиев “Российская газета” редакцияһында федераль баҫмаларҙың журналистары менән осрашты.
Хәйҙәр Вәлиев Думаға һайлау йомғаҡтары һәм һабаҡтары, һайлауға әҙерләнеү һәм уны үткәреү осоронда һайлау комиссияһы ағзаларының эшмәкәрлеге, кадрҙар резервы менән эшләү, һайлау кампаниялары партнерҙары булған ойошмалар менән хеҙмәттәшлек тураһында һөйләне.
Участкаларҙа видеокүҙәтеү системаларын, һайлау бюллетендәрен эшкәртеү ҡулайламаларын ҡуйыуға, компьютер элемтәһен яйға һалыуға бәйле республиканың Үҙәк һайлау комиссияһы алдында торған бурыстар хаҡында ла һүҙ барҙы. Президент һайлау алдынан Башҡортостандағы барлыҡ һайлау участкалары видеокүҙәтеү комплекстары менән тәьмин ителәсәк. “Башинформсвязь” йәмғиәтенең “Ростелеком” бүлендек предприятиеһында бөтә видеокамералар тикшереү үтә. Республиканың Үҙәк һайлау комиссияһы менән килешеү буйынса әле был камералар һайлау участкаларына ҡуйыла, февраль уртаһында улар һынау үтәсәк. Камералар тауыш биреү һәм уны иҫәпләү барышын ысын ваҡыт режимында күрһәтергә тейеш.
Журналистарҙы участкаларға ҡуйылған техниканың артабан нисек файҙаланыласағы ҡыҙыҡһындырҙы. “Премьер-министр Владимир Путиндың фекеренсә, һайлау тамамланғандан һуң видеокамераларҙы тауыш биреү участкалары урынлашҡан социаль учреждениеларҙың ихтыяжы өсөн файҙаланыу маҡсатҡа ярашлы буласаҡ”, — тине Хәйҙәр Вәлиев. Илдә ошо проектты тормошҡа ашырыу 10 — 15 миллиард һумға, Башҡортостанда 90 миллион һумға барып баҫасаҡ.
Редакцияға килгән хаттарға яуап бирелде. Республиканың Үҙәк һайлау комиссияһы рәйесе инвалидтарҙың һайлау хоҡуҡтарын тәьмин итеү мәсьәләләренә туҡталды. Хәйҙәр Вәлиев 4 декабрҙә үткән Думаға һайлау осоронда Башҡортостанға Бөтә Рәсәй инвалидтар йәмғиәте рәйесе Флүр Нурлығаяновтың килеүе, һайлау участкаларының инвалидтарҙың тауыш биреүе өсөн әҙерлек кимәленә баһа биреүе хаҡында һөйләне. Ул Башҡортостанда һайлаусыларҙың ошо категорияһы менән эштең әүҙемләшеүен билдәләне.
Хәйҙәр Вәлиев Башҡортостан Республикаһында 4 марттағы һайлауҙың үҙенсәлектәрен, халыҡ-ара күҙәтеүселәрҙең, “ҡыҙыу элемтә”нең эшен дә телгә алды. “Республиканың Үҙәк һайлау комиссияһы һайлау субъекттары, шул иҫәптән киң мәғлүмәт саралары вәкилдәре өсөн дә асыҡтан-асыҡ эш итә “, — тине ул.
М. ЯҠУПОВА.