Өфө моторҙар эшләү берекмәһенең мәҙәниәт һарайы алдындағы майҙанда «Тиҙҙән – яҙ!» тип аталған митинг-концерт ойошторолдо. Был сараны үткәреү башланғысы эшсе йәштәрҙән сыҡҡан икән: улар Владимир Путинды яҡлаусы халыҡ штабынан ярҙам һораған. Штаб ағзалары иһә митингта ҡатнашыусыларға күңелһеҙ булмаһын өсөн сәхнә оҫталарына мөрәжәғәт иткән.
Шәмбе булһа, өҫтәүенә, көн дә һалҡынайтһа, күптәребеҙ өйҙә ятырға, мохтажлыҡһыҙ урамға сыҡмаҫҡа тырыша. Шулай ҙа был көндө мәҙәниәт һарайы алдына өс мең самаһы кеше йыйылды. Берәүҙәрҙең китеп, урынына икенселәрҙең килеп тороуын иҫәпкә алғанда, митингта ҡатнашыусылар ике тапҡырға күберәк булғандыр, тип һығымта яһарға мөмкин.
Предприятие эшселәре, студенттар, пенсионерҙар – илебеҙҙең киләсәгенә битараф ҡала алмаған төрлө кеше бар ине майҙанда. Улар Рәсәйҙәге әлеге дәүләт сәйәсәтенең дауам итеүе өсөн сығыш яһаусыларға теләктәшлек белдерҙе. «Беҙҙең маҡсат – митингты ризаһыҙҙар ғына үткәрмәй икәнлеген күрһәтеү, – тине халыҡ штабы етәксеһе Альберт Мифтахов. – Әлеге сәйәси ҡоролошто хуплаған, һайлауҙа тотороҡлолоҡ хаҡына тауыш бирергә йыйынған халыҡ йыйыла, күңел аса. Ҡыш нисек кенә һалҡын булмаһын, яҙ барыбер киләсәк”.
* * *
Шул уҡ көндө Өфөнөң үҙәк өлөшөндә «Ғәҙел һайлау өсөн!» тигән митинг уҙҙы. Уны ойоштороусылар Октябрь проспекты буйлап ике сәғәт атларға, аҙаҡ Ленин майҙанында шул сама ваҡыт торорға ниәтләһә лә, көндөң һалҡынлығы халыҡты иртәрәк таралырға мәжбүр итте.
Йәштәр һарайы алдына 150-ләп кеше йыйылғайны. Ҡайһы берҙәре ҡулына «Лайыҡлы пенсия өсөн!» тигән плакат тотҡан, КПСС-тың символдары төшөрөлгән шарф ураған. Йәштәр күренгеләне, әммә күпселеге өлкәндәр ине. «Власть – халыҡҡа! Дәүләт Думаһында халыҡ вәкилдәре эшләргә тейеш! Илгә халыҡ президенты идара итһен!» – тине улар алдында сығыш яһаусылар.
Ленин майҙанында «Хоҙай беҙҙең менән!», «Нефтекама коррупцияға ҡаршы!» тигән транспаранттар ҙа өҫтәлде.
Я. УСМАНОВ.