Александр Сокуров: “Ысын әҫәр йәмғиәтте тәрбиәләргә тейеш”07.02.2012
Александр Сокуров: “Ысын әҫәр йәмғиәтте тәрбиәләргә тейеш”4 февралдә Башҡортостан Президенты Рөстәм Хәмитов Республика йортонда Рәсәйҙең халыҡ артисы, атҡаҙанған сәнғәт эшмәкәре һәм кинорежиссер Александр Сокуровты ҡабул итте.
Осрашыуҙа республикала кинематография сәнғәтен үҫтереү мәсьәләләре ҡаралды. Рөстәм Хәмитов кинорежиссерҙың артабанғы ижади пландары менән ҡыҙыҡһынды.
Кисен иһә “Родина” кинотеатрында режиссер Александр Сокуровтың “Фауст” фильмы күрһәтелде. Әйткәндәй, баш ҡала халҡына Рәсәйҙә беренселәрҙән булып ошо картина менән танышыу бәхете тейҙе. Тамашаға республикабыҙ Президенты Рөстәм Хәмитов та килгәйне.
Премьера алдынан ойошторолған матбуғат конференцияһында фильмдың режиссеры, Рәсәйҙең халыҡ артисы Александр Сокуров журналистарҙы ҡыҙыҡһындырған һорауҙарға яуап бирҙе.
Немец әҙәбиәте классигы Иоганн Гетеның әҫәре буйынса төшөрөлгән кино — режиссер белдереүенсә, уның иң күп сығымлы хеҙмәттәренең береһе.
— Үткән быуаттың 80-се йылдарында уҡ ошо әҫәргә тотонорға ниәтем бар ине. Ләкин ул осорҙағы цензура арҡаһында хыялым тормошҡа ашмай торҙо. Совет иле тарҡалғандан һуң, ирекле фекерләү мөмкинлеге тыуғас, ҡабаттан был мәсьәләгә әйләнеп ҡайттым. Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, беҙҙәге техник йыһаздар менән әллә ни юғары сифатлы картина эшләп булмай, — тине Александр Николаевич. — Әҫәрҙең йөкмәткеһен тулы планда еткереү өсөн, донъя кимәлендә танылыу яулаған актерҙар ҡатнашлығында, уны Европа илдәрендә төшөрөргә тура килде.
“Фауст” Рәсәй кинотеатрҙарында 9 февралдән күрһәтелә башлаясаҡ. Өфөлә иһә ул республика етәкселегенең ярҙамы менән тәүгеләрҙән булып халыҡҡа бушлай тәҡдим ителде.
Журналистарҙы Рәсәйҙә режиссура өлкәһендәге проблемалар ҙа ҡыҙыҡһындырҙы.
— Ысын художестволы әҫәр йәмғиәтте тәрбиәләүҙе күҙ уңында тоторға тейеш. Хәҙерге ваҡытта башҡа маҡсаттарҙы алғы планға ҡуйып төшөрөлгән кинолар бихисап. Күбеһенсә улар ҙур табыш алыу өсөн эшләй. Ундайҙар беҙҙең илдә 98 процент тәшкил итә. Шуға ла юғары сәнғәт өлгөләре булырҙай фильмдарға иғтибарҙы арттырыу зарур. Ә бының өсөн, тәү сиратта, дәүләттең матди ярҙамы кәрәк, — тине Александр Сокуров.
А. АБҘАҠОВ.


Вернуться назад