Приют ҡасабаһын йәнләндерәсәкбеҙ04.02.2012
Приют ҡасабаһын йәнләндерәсәкбеҙБашҡортостан Президенты Рөстәм Хәмитов Бәләбәй районының Приют ҡасабаһында көнкүреш газы шартлау һөҙөмтәһендә зыян күреүселәр өсөн өс ҡатлы яңы йорт төҙөлөшө менән танышты.
24 фатирлыҡ бина “33-сө квартал” биҫтәһендә һалына. Зыян күргән ғаиләләрҙең барыһы ла ошонан торлаҡ аласаҡ, ә ҡалған квадрат метрҙар социаль торлаҡҡа киҫкен мохтажлыҡ кисереүселәргә биреләсәк.
Рөстәм Хәмитов яңы йорттоң проектын ҡарап сыҡты. Әле нигеҙ һалыуға әҙерлек эше бара. Йорт төҙөлөшө 1 майға тамамланасаҡ, ә 1 июндә халыҡ өй туйлаясаҡ.
“Төҙөлөш эштәренең ваҡыты һәм сифаты өсөн шәхсән яуап бирәһегеҙ”, — тип мөрәжәғәт итте Рөстәм Хәмитов подряд ойошмаһы етәксеһенә. Республика Президенты шулай уҡ ошо майҙансыҡта web-камералар ҡуйырға һәм төҙөлөштө “Йәмәғәт электрон гәзите” сайтында күрһәтергә ҡушты.
“Нефтсе” дөйөм ятағында Рөстәм Хәмитов зыян күргән ғаиләләрҙе урынлаштырыу шарттары менән танышты. Әле бында һигеҙ ғаилә йәшәй. Башҡортостан Приют ҡасабаһын йәнләндерәсәкбеҙПрезиденты улар менән аралашты һәм урындағы хакимиәттә ярҙам күрһәтеү-күрһәтелмәүе менән ҡыҙыҡһынды. Асыҡланыуынса, тәү сираттағы мәсьәләләрҙең ҙур өлөшө хәл ителгән. Документтарҙы ҡайтанан юллау, теркәлеү менән бәйле эштәр генә ҡалған. Рөстәм Хәмитов район хакимиәте башлығы Юрий Мурмиловҡа уларҙы контролгә алырға ҡушты.
“Барлыҡ мәсьәләләр, шул иҫәптән юғалтылған мөлкәт өсөн компенсация түләү шәхсән хәл ителәсәк”, — тине республика башлығы.
Балалар ижады үҙәгендә Рөстәм Хәмитов Приют халҡы менән осрашты. Унда ҡасабаның социаль-иҡтисади хәле һәм халыҡты борсоған проблемалар тикшерелде.
Кешеләр эш урындарының булмауына, паспорт-виза хеҙмәте күрһәтелмәүенә, торлаҡ-коммуналь хужалыҡтағы юғары тарифтарға, ҡасабала загс-тың юҡлығына, балалар баҡсаларында урындар етмәүгә зарланды. Башҡортостан Президенты урындағы хакимиәт башлығынан миграция хеҙмәте менән берлектә Приютта күсмә паспорт өҫтәле эшен ойоштороуҙы, загс өсөн бина табыуҙы, яңы балалар баҡсаһы төҙөү мөмкинлеген ҡарауҙы талап итте. Биләмәләге мәктәпкәсә һигеҙ учреждениела 1 мең урын иҫәпләнә, 428 сабый сиратта тора.
“Приют ҡасабаһын йәнләндерәсәкбеҙ”, — тине Рөстәм Хәмитов.
И. МӨХӘМӘТОВ.


Вернуться назад