Республикаға инвестициялар йәлеп итеү — көн талабы. Республиканың Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай йортонда үткән осрашыу ҙа тап ошо темаға арналды.
Башҡортостан парламенты Рәйесе Константин Толкачев менән Хөкүмәт Премьер-министры Азамат Илембәтов Рәсәйҙең Дәүләт Думаһы һәм Башҡортостандың Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай депутаттары менән осрашты. Көн тәртибенә сығарылған мәсьәләләрҙең иң мөһиме — Башҡортостанға Федераль үҙәктән инвестициялар йәлеп итеүҙә депутаттарҙың эшмәкәрлеге. Әлбиттә, был йәһәттән Дәүләт Думаһы депутаттарына бағланған ышаныс ҙур. Күптән түгел Башҡортостан Президенты Рөстәм Хәмитов та улар менән осрашып, ошо турала һөйләшкәйне.
Азамат Илембәтов Федераль үҙәктән инвестициялар йәлеп итеү буйынса Башҡортостандың күрһәткестәре тураһында һөйләне, күрше төбәктәр менән сағыштырғанда уларҙың түбәнерәк булыуын һыҙыҡ өҫтөнә алды. Бөгөн республикаға килгән федераль адреслы ярҙамдың 80 проценттан ашыуы юл төҙөлөшөнә бүленә. Әлбиттә, был дөрөҫ түгел.
— Халыҡ һеҙгә ышаныс белдереп, депутат итеп һайлаған һәм һөҙөмтәле эш талап итергә хаҡлы. Төбәгебеҙҙең һәм унда йәшәүселәрҙең мәнфәғәтен яҡлау — һеҙҙең бурысығыҙ. Арағыҙҙа тәжрибәле кешеләр күп, эш яйға һалыныр тип ышанам, — тине ул.
Республикаға йәлеп ителәсәк инвестициялар, тәү сиратта, сәнәғәт тармағына килергә тейеш. Шулай уҡ социаль өлкә, торлаҡ-коммуналь хужалыҡ, ауыл хужалығы, экология, транспорт, һаулыҡ һаҡлау һәм башҡа тармаҡтар ҙа мөһим.
Һөйләшеүҙе һүҙҙә генә ҡалдырмаҫ өсөн шунда уҡ эш төркөмдәре төҙөлдө. Һәр депутат үҙенең йүнәлеше буйынса эш алып барасаҡ. Яуаплы итеп Дәүләт Думаһы депутаты Павел Качкаев тәҡдим ителде. Осрашыуҙарҙы йышыраҡ үткәреү тураһында ҡарар ителде.
Ә. ИЛДУСОВА.