«Тауыш биреү» башланды04.02.2012
Илдә автоматлаштырылған «Һайлау» дәүләт системаһын файҙаланыу буйынса күнекмәләр башланды. Уларҙың тәүгеһе 2 февралдә үткәрелде: тотош Рәсәй күләмендә виртуаль тауыш биреү көнө ойошторолдо.
Һайлау комиссияларын асыу, тауыш биреүселәрҙе теркәү, бюллетендәр тапшырыу, мәғлүмәт ҡабул итеү кеүек эштәрҙең көйлөлөгөн тикшереү маҡсатындағы сараның нисек уҙыуы менән Башҡортостан Үҙәк һайлау комиссияһының мәғлүмәт үҙәге етәксеһе Риф Арыҫланов таныштырҙы. «Борсолорлоҡ сәбәп табылманы, системаның эшкә һәләте ыңғай баһаланды, – тине ул. – Элемтә техникаһының мөмкинлеген дә, хеҙмәткәрҙәрҙең тәжрибәһен дә ошондай күнекмәләр ярҙамында асыҡлап була».
4 марттағы һайлау алдынан өс «репетиция» үткәреү күҙаллана, бәлки, дүртенсеһе лә ойошторолор, тине Риф Закуан улы. Уның һүҙҙәренә ҡарағанда, мәғлүмәт базаһы декабрҙәге һайлауҙан һуң тулыһынса яңыртылған, камиллаштырылған. «Система Интернет менән бәйле түгел, шуға ла уны ватырға маташыусыларҙың ниәте барып сыҡмаясаҡ. Вирусҡа ҡаршы программалар ҙа даими яңыртылып тора», – тип өҫтәне мәғлүмәт үҙәге етәксеһе.
Билдәле булыуынса, әле һайлау участкалары видеокамералар менән йыһазландырыла. Был эш 14 февралгә тамамланырға тейеш. Риф Арыҫлановтың әйтеүенсә, күҙәтеү ҡорамалдарын да мартҡа тиклем тикшереп ҡарау талап ителә.
Д. МӘЖИТОВ.


Вернуться назад