Владимир Путин күҙәтеүселәрҙе хупланы04.02.2012
Рәсәй Президенты вазифаһына кандидат Владимир Путин һайлауҙа ғәҙеллекте тәьмин итеү мәсьәләһенә айырыуса ҙур иғтибар бүлергә саҡыра. Премьер-министр ошо маҡсатта, бер көнгә махсус ял алып, 4 марттағы һайлауҙа ҡатнашасаҡ күҙәтеүселәр менән осрашыу үткәрҙе. Әйткәндәй, унда Башҡортостандан да йәш юристар делегацияһы барҙы.
Владимир Владимирович күҙәтеүселәр корпусының тауыш биреүҙе намыҫлы ойоштороу буйынса башланғысын ваҡытлы тип атаны һәм уларға ышаныс белдерҙе. «Уртаҡ маҡсатыбыҙ – хәҡиҡәткә өлгәшеү. Халыҡтың ихтыярына, яҡлауына таянып ҡына власть ил алдында торған мөһим бурыстарҙы тормошҡа ашыра ала», – тине ул. Премьер-министрҙың билдәләүенсә, күҙәтеүселәр бер вәкилдең дә мутлашыуына юл ҡуйырға тейеш түгел. «Был – бик изге һәм дөрөҫ ғәмәл, – тине Владимир Путин. – Һайлау алды көрәшенең ҡыҙыу барыуы, ғәҙеллеккә ынтылыш кешеләрҙең Рәсәй өсөн көнүҙәк мәсьәләләрҙең ни рәүешле хәл ителеүенә, илдең нисек йәшәүенә битараф булмауын күрһәтә».
Әңгәмә барышында Башҡортостан йәштәре Премьер-министрҙың Өфө тураһындағы фекерен белеште. «Һуңғы йылдарҙа ул, илдәге ҡалаларҙың күпселеге кеүек, бик етди үҙгәреш кисерҙе. Шуныһын билдәләргә кәрәк: ыңғай яҡҡа», – тип яуапланы Владимир Владимирович.

* * *
Шул уҡ ваҡытта Мәскәүҙә сәйәси партиялар, политологтар, эксперттар илдәге тауыш биреү системаһын үҙгәртеү һәм йәмғиәттең һайлауға ышанысын тергеҙеү мәсьәләләрен тикшерҙе.
Социологтар билдәләүенсә, былтыр көҙ уҙған кампаниянан һуң халыҡтың 30 проценты тиерлек тауыш биреүҙең ғәҙел үтеүенә шик белдерә. Шуға ла сәйәси партиялар етәкселәре ҡәтғи саралар күрергә өндәй. Геннадий Зюганов, мәҫәлән, һайлауҙа мутлашыусыларҙы енәйәт яуаплылығына тарттырыу, оҙайлы ваҡытҡа төрмәгә ябыу һәм мөлкәтенән мәхрүм итеү тураһында тәҡдим индерҙе. Владимир Жириновский иһә алдан тауыш биреү, өйҙә һайлау кеүек сараларҙы тыймаҡсы. Йәнәһе, тап шундай мәлдә ялған бюллетендәр арта. Сергей Миронов «Барыһына ла ҡаршы» тигән графаны тергеҙеү яҡлы.
Владимир Путин иһә, белеүебеҙсә, һайлау участкаларын веб-камералар менән йыһазландырыуҙың яҡшы һөҙөмтә биреренә иҫәп тота.


Вернуться назад