Ҡуй йылында хәлдәр ҡуйырмаһын!13.01.2015
2014 йыл ваҡиғаларға бай булды. Украиналағы түңкәрелеш, Виктор Януковичты властан ситләтеүҙәре, “Татлы король” исеме алған Петр Порошенконың президент итеп тәғәйенләнеүе, Ҡырым менән Севастополдең Рәсәйгә ҡушылыуы – шуларҙың иң мөһимдәре. Юлия Тимошенконың иреккә сығарылыуы ла бик күп шау-шыу тыуҙырҙы.

2013 йылдың декабрендә Владимир Путин ЮКОС-тың элекке етәксеһе Михаил Ходорковскийҙы, ярлыҡап, иреккә сығарғайны. Ә Украинала Тимошенконы иреккә сығарыу президенттары алмашынғас ҡына мөмкин булды. Әйткәндәй, Виктор Янукович Рәсәйҙә һыйыныу урыны тапты.
Шуныһын да билдәләп үтергә кәрәк: 2014 йыл һуҙымында Украинала граждандар һуғышы тынманы. Луганск һәм Донбасс өлкәләре, Украинанан айырылып сығып, үҙаллылыҡ иғлан итте. Ошо арҡала һуғыш сыҡҡас, меңәрләгән ҡасаҡ Рәсәйгә килеп һыйынды.
Ҡырым Республикаһында һәм айырым статусҡа эйә Севастополь ҡалаһында референдум үтеп, уның һөҙөмтәләре буйынса был ике субъект илебеҙ составына ҡушылды. Ошоға яуап итеп, АҠШ һәм Көнбайыш Европа илдәре Рәсәйгә ҡарата иҡтисади санкциялар ҡабул итте. Был сикләүҙәр йыл һуҙымында бер нисә тапҡыр ҡабатланды. Украиналағы сыуалыштар һөҙөмтәһе булараҡ, НАТО Рәсәй менән хеҙмәттәшлекте өҙҙө. Был хаҡта март айында НАТО-ның генераль секретары Андерс Фог Расмуссен белдерҙе. Илебеҙҙе башҡа яҡтан да ҡыҫымға алдылар, төрлө халыҡ-ара форумдарҙан ситләттеләр. Мәҫәлән, мартта Гаага ҡалаһында уҙған “Ҙур ете” саммитында ҡатнаштырманылар. 4 – 5 июндә Сочи ҡалаһында “Ҙур һигеҙ” саммиты үтергә тейеш ине, Рәсәйгә бойкот иғлан итеп, был йыйынды Брюссель ҡалаһына күсерҙеләр, һәм унда илебеҙ вәкилдәре ҡатнашманы.
Сочи тигәндән, был ҡала февраль-март айҙарында барлыҡ донъяның иғтибар үҙәгендә булды. Ҡышҡы Олимпия, Паралимпия уйындары йылдың сағыу ваҡиғаһына әүерелде. Илебеҙ спортсылары дөйөм миҙалдар һаны буйынса рәсми булмаған күрһәткестәрҙә беренсе баҫҡысҡа күтәрелде.
Һөйөнөстәр менән бергә көйөнөстәр ҙә урап уҙманы. Мәҫәлән, донъя баҙарында нефткә хаҡ төштө. “Ҡара алтын”дың бер барреле июлдә 110 – 112 доллар торһа, декабрҙә 55 – 60 долларға тиклем “тәгәрәне”. Башлыса нефть һәм газ һатыуҙан ғына тулыланған бюджетыбыҙ ҡурҡыныс аҫтында ҡалды. Һумдың баһаһы ла ныҡлы төштө. Йыл башында бер доллар 30 һумдан аҙ ғына ашыуыраҡ булһа, йыл аҙағына ул 60 һум самаһына барып менде. Һәр кире күренештең ыңғай яғы булған кеүек, был хәлдең илебеҙ иҡтисадына яҡшы йоғонтоһо ла бар – Рәсәй Хөкүмәте ватан етештереүселәренә бер ни тиклем йөҙ менән боролдо. Ысынлап та, һәр нәмәне ситтән һатып алыуға ныҡ өйрәнеп киткәйнек. Тағы ла бер нисә йыл был күренешкә күҙ йомоп йәшәһәк, киләсәктә насар һөҙөмтәләр тағы ла күбәйер ине. Алға-артҡа ҡарамайынса, шәп тиҙлектә китеп барғанда, ҡаҡ маңлайыбыҙ менән таш ҡоймаға барып бәрелгәндәй булдыҡ. Баҡһаң, Рәсәйҙә машиналар эшләү тармағы ла, оборона сәнәғәте лә сит ил етештереүселәренә бәйле булып сыҡты. Иртәме-һуңмы унан ҡотолоу кәрәк ине, һәм был ваҡиға Йылҡы йылына тап килде.
Башҡа хәлдәргә килгәндә, майҙа Президент Владимир Путин эш сәфәре менән Ҡытайға барҙы һәм был илгә газ һатыу буйынса оҙайлы контрактҡа ҡул ҡуйҙы. Килешеүҙе “быуат ваҡиғаһы” тип тә атанылар. Уның ваҡыты 30 йылға иҫәпләнгән, дөйөм хаҡы 400 миллиард доллар тәшкил итә. Көнбайыш Европа илдәре Рәсәйгә ҡарата санкция иғлан иткән мәлдә, был килешеүҙең тарихи әһәмиәте баһалап бөткөһөҙ.
Йылҡы йылында илебеҙ Куба, Никарагуа, Аргентина, Бразилия, Һиндостан, Төркиә менән дә хеҙмәттәшлекте киңәйтте. Рәсәйҙән Көнбайыш Европаға һуҙыла башлаған, “Көньяҡ ағым” тип исемләнгән газ магистрале Ҡара диңгеҙ төбө аша Болгарияға һәм унан ары башҡа илдәргә табан китергә тейеш ине. Болгарияның үҙ биләмәһендә төҙөргә ризалыҡ бирмәүе сәбәпле, “Көньяҡ ағым”, тағы ла көньяҡҡараҡ боролоп, Төркиәгә табан юлланды.
Дүшәнбе ҡалаһында ШОС илдәре саммиты үтеүе, унда Афғанстан, Монголия, Иран президенттарының ҡатна­шыуы, был ойошмаға Һиндостан менән Пакистанды ла ылыҡтырыуҙары мөһим ваҡиғалар рәтендә торҙо.
Июндә – Ираҡта, августа Таулы Ҡарабахта, Ливияла йәнә һуғыш башланды. Израиль менән Фәләстән араһында ла алыш ҡабаттан ҡыҙҙы. Декабрҙә Афғанстандан НАТО һәм АҠШ хәрби көстәренең сығарылыуы ла мөһим ваҡиға булды.
Ҡыҫҡаһы, тағы ла бер йылыбыҙ тарихта ҡалды. Унда халыҡ-ара мөнә­сәбәттәр бик йылы булманы. Ҡуй йылында ҡатмарлы ваҡиғалар ҡуйыра төшмәһен тип теләйек.




Вернуться назад