Республика Президенты Рөстәм Хәмитов Башҡортостандың эре предприятиелары етәкселәре менән осрашты. Кәңәшмәлә ҡатнашыусылар төбәктең 2011 йылдағы иҡтисади үҫешенә йомғаҡ яһаны һәм 2012 йылға көнүҙәк бурыстар билдәләне.
Республикала бизнес-мөхиттең үҙгәреүе хаҡында һөйләп, Президент йыйылыусыларҙың иғтибарын иң элек ҡануниәттең үҙгәрешенә йүнәлтте. Октябрь аҙағында Рөстәм Хәмитов инвесторҙарҙың табышына һәм мөлкәтенә ташламалы һалым һалыуҙы күҙ уңында тотҡан бер нисә законға ҡул ҡуйғайны.
— Бөтә яҡлап та республиканың ҡеүәте ғәйәт ҙур, — тип һыҙыҡ өҫтөнә алды Президент. — Беҙ инвесторҙарҙы ситтән дә йәлеп итәбеҙ. Һеҙҙең эшмәкәрлекте төрлө йәһәттән дәртләндереп, яңы предприятиелар, заводтар төҙөлөүен күрергә теләйбеҙ. Боҙ урынынан ҡуҙғалды, тип әйтергә була.
Киләһе йылда республикала ауыл хужалығы, урман эшкәртеү, машиналар эшләү тармаҡтарында өс-дүрт ҙур предприятие төҙөй башларға ниәтләйбеҙ. Шул саҡта ғына ҡаҙна дефицитын кәметергә мөмкин буласаҡ, тине төбәк башлығы. Был иһә социаль бурыстарҙы уңышлы хәл итергә мөмкинлек бирәсәк. Артабан Рөстәм Хәмитов юл-транспорт, торлаҡ-коммуналь хужалыҡ өлкәһендәге проблемаларҙы хәл итеү, уҡытыусыларға һәм табиптарға эш хаҡын арттырыу, граждандарҙы торлаҡ менән тәьмин итеү, ҡалаларҙа ихаталарҙы төҙөкләндереү кеүек эштәрҙе һанап үтте. Өфө ҡалаһы тураһында һүҙ сыҡҡас, Президент йәйәүлеләр өсөн юл төҙөүгә туҡталды:
— Өфөлә юл хәрәкәте мәсьәләһен хәл итергә, тығындар менән көрәшергә, урамдарҙы киңәйтергә, ер аҫты юлдарын төҙөргә кәрәк. Киләһе йылда баш ҡалала дүрт-биш ер аҫты юлы төҙөйәсәкбеҙ, ә барлығы 30-лап кәрәк.
Ауылға килгәндә, республика Президенты быйыл муниципалитеттарҙың тәүге тапҡыр матди ярҙам алыуын билдәләп:
— Властың иң түбәнге кимәленә ярҙам итә башланыҡ. Бер ваҡытта ла, бер ҡасан да ауыл кешеләре аҡсалата ярҙам күрмәне. Быйыл ауыл Советтарының һәр ҡайһыһы 200 мең һум аҡса алды, — тине.
Әлфиә ШӘРӘФЕТДИНОВА.