Союздаштарыбыҙ ышаныслымы?30.12.2014
Мәскәүҙә Евразия союзы саммиты уҙыуы, НАТО ғәскәрҙәренең Афғанстандан сығарылыуы кеүек ваҡиғалар үткән аҙнала иғтибар үҙәгендә булды.

“Батька” йәнә аптырата

Евразия иҡтисади союзы киләһе йылдың 1 ғин­уарынан Рәсәй, Белоруссия, Ҡаҙағстан төҙөгән Таможня союзы базаһында булдырыла. Уның тураһында хәбәр уҙған быуат аҙағынан бирле йөрөй ине. 2000 йылда иһә ЕврАзЭС берләш­мәһе барлыҡҡа килде, уға Белоруссия, Ҡаҙағ­стан, Ҡырғыҙстан, Рәсәй, Тажикстан инде. Үз­бәкстан да бер йыл самаһы ағза булып торҙо. Берләшмәгә 2002 йылда Украина, Молдова, Әрмәнстан кеүек илдәрҙе лә йәлеп итеп ҡаранылар.
Бөгөн был союз юҡ. Уның нигеҙендә 2006 йылда Рәсәй, Белоруссия һәм Ҡаҙағстанды берләштергән Таможня союзы барлыҡҡа кил­де, һуңғараҡ Евразия союзы үҫеп сыҡты. Ук­раи­на менән Молдова иһә, илебеҙҙән бө­төн­ләй ситләшеп, Европа союзы ассоциа­цияһы ме­нән килешеү төҙөнө, Әрмәнстан Евразия сою­зы менән бәйләнеш булдырырға ҡарар итте.
Шулай итеп, берләшеү осоронда ярайһы уҡ ҡатмарлы юл үткән Евразия союзының саммиты Мәскәүҙә уҙҙы. Илебеҙҙең баш ҡалаһына Белоруссия, Ҡаҙағстан президенттары Александр Лукашенко менән Нурсолтан Назарбаев килде. СССР-ҙан айырылып сыҡҡан союздаш республикалар етәкселәре араһынан был ике башлыҡ власта иң оҙаҡ ултырғандар булараҡ билдәле. Дөрөҫ, был исемлеккә Ислам Кәри­мовты ла индерергә була. Шуныһын да билдә­ләп үтергә кәрәк: Мәскәүгә килерҙән алда Лукашенко ла, Назарбаев та, бер-бер артлы ти­гәндәй Украинала булып, Петр Порошенко ме­нән осрашҡайны. Сәйәси хәлдәрҙән алыҫы­раҡ торған ҡайһы берәүҙәр уларҙың Киевҡа һәр төрлө ярҙам күрһәтергә әҙер булыуын би­гүк өнәп еткермәне. Сәйәси даирәлә аҡ аҡыл­лы аҡһаҡал булып танылған Назарбаевтың ҡылы­ғын аңларға мөмкин: ул Украина менән Рә­сәйҙе яраштырыу өсөн аралашсы ролен үтәй.
Ә бына Лукашенко, һәр ваҡыттағыса, үҙенә генә хас алымдар менән ике яҡтан да файҙа алып ҡалырға тырыша. Илебеҙгә Белоруссия менән “дуҫлыҡ”ты ныҡлы тотоу йылына 10 мил­лиард долларға төшә. Лукашенкоға был да әҙ тойола. Аҙ ғына ҡаршылыҡ килеп сыҡһа ла, ул көйһөҙ кейәү кеүек мыжый, илебеҙҙән яңы ташламалар таптыра башлай. Үтенесе үтәлмәгән осраҡта АҠШ, ЕС менән союздаш буласағын белдерә. Америкаға яҡынларға ынтылған Слободан Милошевич, Муаммар Каддафи, Саддам Хөсәйен кеүектәрҙең яҙмышы ни менән тамамланғанын онотоп ебәрә, күрәһең. Әле килеп, АҠШ Лукашенко менән “яңы мөнәсәбәт­тәр” урынлаштырырға маташа. Был хаҡта Америка Ҡушма Штаттарының Дәүләт секретары урынбаҫары Виктория Нуланд белдергәйне. Шуғалырмы, “Батька” Мәскәүҙә үҙен хандарса тотто. “Барлыҡ донъя миңә ҡаршы сыҡҡан осраҡта ла, 2015 йылда президент итеп йәнә һайланасаҡмын”, – тип шапырынды. Бына шулай, бер яҡ­тан ҡарағанда, Евразия союзы булдырылыуы һәйбәт кеүек, әммә илебеҙҙең ауыр саҡта тая­нырҙай союзниктары булмауы күңелде ҡыра. Шул уҡ Ҡытай ҙа үҙенә кәрәк саҡта ғына Рәсәйҙән терәк эҙләй.
Нисек кенә булмаһын, Евразия союзы бар­лыҡҡа килде, һәм ул ЕС-ҡа төп дәғүәсе булыуға иҫәп тота. Берләшмәгә, Рәсәй, Ҡаҙағстан, Белоруссиянан тыш, Әрмәнстан ҡушылды. Ҡырғыҙстан да ағзалыҡҡа ынтыла. Әлегә биш илде берләштерәсәк Союздың 2025 йылға берҙәм валютаһы буласаҡ.

Тауҙар иле таянысһыҙ ҡалды

НАТО һәм АҠШ ғәскәрҙәре Афғанстандан сығарыла. Билдәле булыуынса, уларҙы Америка 2001 йылдың 11 сентябрендәге теракттан һуң “Әл-Ҡаһиҙә” террористик ойошмаһын юҡ итеү ниәтендә индергәйне. Ун өс йыл барған һуғышта НАТО Афғанстанда ҙур уңышҡа өлгәште тип әйтеп булмай. Берләштерелгән көстәрҙән 3 500 самаһы хәрби һәләк булған, боевиктар яғынан юғалтыу иҫәбе аныҡ ҡына билдәле түгел.
Дәүләттән НАТО ғәскәрҙәренең сығарылы­уы Урта Азия дәүләттәренә хәүеф менән янай. Бынан ары Афғанстандың 350 меңлек үҙ ар­мияһы боевиктарға ҡаршы көрәш алып барыр­ға тейеш була. Дөрөҫ, НАТО хәрби кәңәш формаһында ярҙам күрһәтәсәк. Тик был ғына мәк сәскәһе үҫтереүселәргә ҡамасау була алмаҫ кеүек.



Вернуться назад