Рафаэль Мәрҙәншин: “Яңы иҡтисад Рәсәйҙе яңы кимәлгә сығарасаҡ”03.02.2012
Алтынсы саҡырылыш Дәүләт Думаһы депутаттарының тәүге төбәк аҙналығы башланды. Уға ярашлы Рәсәй Дәүләт Думаһы депутаттары Владимир Путиндың төбәк йәмәғәтселекте ҡабул итеү бинаһында халыҡты ҡабул итә. 1 февралдә ошо сараны Дәүләт Думаһының Гражданлыҡ, енәйәт, арбитраж һәм процессуаль ҡануниәт буйынса комитеты ағзаһы Рафаэль Мәрҙәншин үткәрҙе.
Депутатҡа Башҡортостандың төрлө ҡалалары һәм райондарынан 11 кеше яҙылған ине. Һәр береһенең — үҙ проблемаһы. Кешеләр ваҡытында файҙаланыуға тапшырылмаған торлаҡ өсөн компенсация алыуҙа һәм әхлаҡи зыянды ҡаплауҙа, суд ҡарарҙары буйынса ярҙам һорап, хоҡуҡ һаҡлау органдарының законһыҙ ғәмәлдәренә, ерҙе тартып алыуға ялыу менән мөрәжәғәт итте. Рафаэль Мәрҙәншин һәр мәсьәләне тикшерергә, яҡын арала яуап бирергә вәғәҙә итте.
Депутат шулай уҡ Владимир Путиндың өсөнсө программа мәҡәләһенә аңлатма бирҙе һәм уны юғары баһаланы.
“Владимир Путин үҙенең мәҡәләһендә һүҙ алып барған яңы иҡтисад та Рәсәйҙе бөтә өлкәләрҙә үҫеште яңы кимәлгә сығарырға булышлыҡ итәсәк”, — тине Рафаэль Мәрҙәншин.
Төбәк аҙналығына ярашлы халыҡты шулай уҡ Дәүләт Думаһы депутаттары Иршат Фәхретдинов, Сәлиә Мырҙабаева, Зөһрә Рәхмәтуллина, Владимир Поцяпун һәм Павел Качкаев ҡабул итте.
Л. ДӘҮЛИЕВА.


Вернуться назад