Азия менән ара яҡыная16.12.2014
Уҙған аҙнала Владимир Путиндың Һиндостанға, Үзбәкстанға барыуы, Рәсәйҙең сит ил эштәре министры Сергей Лавров менән АҠШ-тың Дәүләт секретары Джон Керриҙың сираттағы осрашыуы иғтибар үҙәгендә булды.

Һинд сәйе генә түгел...

Рәсәй менән Һиндостанды күптәнге дуҫлыҡ мөнәсәбәттәре бәйләй. 1947 йылда Бөйөк Британия колонияһынан ҡотолғандан һуң был ил үҙ проблемалары менән япа-яңғыҙ тороп ҡалған. Тап шул мәлдә СССР уға ярҙам иткән дә инде. Ҡеүәтле илдең булышлығы арҡаһында Һиндостанда бик күп завод, фабрика төҙөлгән, хәрби ҡеүәт нығынған. Бөгөн иһә ул йылдам үҫешкән дәүләттәрҙең береһе иҫәпләнә.
Рәсәй Һиндостан менән БРИКС, ШОС ойошмалары аша ла хеҙмәттәшлек итә. Шул уҡ ваҡытта Дели Америка Ҡушма Штаттары, ЕС илдәре менән дә бәйләнеш булдырыу яҡлы. Әйтергә кәрәк, Һиндостан һәм АҠШ уңышлы ғына хеҙмәттәшлек итеп килә. Ыңғай мөнәсәбәтте Рәсәй аңлап ҡабул итә. АҠШ иһә илебеҙ менән “Һиндостан өсөн көрәш” алып бармаҡсы. Рәсми мәғлүмәттәргә күҙ һалғанда, 2011 – 2014 йылдарҙа Һиндостан Американан – 326,2, Рәсәйҙән 253,4 миллиард һумға хәрби техника һатып алған. Быйыл йәй АҠШ-тың Дәүләт секретары Джон Керри Делиҙа булды һәм урындағы етәкселекте илебеҙгә ҡарата иғлан ителгән санкцияларға ҡушылырға өндәне. Өҫтәүенә һиндостандар Барак Обаманы илдең 26 ғинуарҙа үтәсәк төп байрамына саҡырҙы. Ошондай шарттарҙа Владимир Путин, Делиға АҠШ президентынан ай ярым алдараҡ килеп, илебеҙгә кәрәкле һәм мөһим килешеүҙәр төҙөүгә өлгәште. Хәрби-техник, атом энергетикаһы, Йыһанды өйрәнеү, алмас ятҡылыҡтарын үҙләштереү, углеводород сеймалы һатыу, истребителдәр етештереү менән бәйле хеҙмәттәшлек төрҙәре ҡаралды.
Билдәле булыуынса, Һиндостан нефть ҡулланыу күләме буйынса донъяла бишенсе урында тора. Ихтыяжға ярашлы 70 процентты сит илдәрҙән, башлыса Сәғүд Ғәрәбстанынан, Кувейттан, Ливиянан һатып ала. Был исемлеккә киләсәктә Рәсәй ҙә өҫтәләсәк. Атом электр станциялары төҙөү буйынса 12 – 14 реактор эшләп биреү күҙаллана. Кино сәнғәтендәге хеҙмәттәшлекте тергеҙеү буйынса ла башланғыс бар. Илебеҙҙә совет осоронда бик яратып ҡаралған һинд киноларының урынын һуңғы йылдарҙа Голливудтыҡылар баҫып алды. Һиндостан әле Рәсәй тамашасыһының зауығына тап килгән фильмдар төшөрөргә әҙер. Ғөмүмән, бер миллиардтан ашыу халҡы булған “Сәй иле” менән хеҙмәттәшлек һәр яҡлап та ҡулай. Һиндостан, ниндәй генә хәл тыумаһын, ике аралағы “ҡыҙыл сик”те аша атлап уҙманы. Тотороҡло мөнәсәбәтте һаҡлап ҡалырға ынтылыштарын Владимир Путинға ил парламентының ике палатаһы алдында сығыш яһарға мөмкинлек биреүҙәре менән дә аңлатып булалыр. Шуға ла дуҫлыҡтың оҙаҡ йылдарға һуҙылырына шик юҡ.

Ташкенттың бурысы кисерелде

Владимир Путин Ташкентта Үзбәкстан президенты Ислам Кәримов менән осрашыуы барышында байтаҡ ҡына мөһим мәсьәләне хәл итеүгә өлгәште. Урта Азияла мөһим урын алып торған дәүләттең географияһы ла, социаль-иҡтисади хәле лә илебеҙ менән хеҙмәттәшлек итеүгә этәрә. Уның иҡтисады бигүк үҫешмәгән, шуға ла осрашыу барышында Үзбәкстандың Рәсәйгә булған 860 миллион доллар бурысы кисерелде. Был дәүләтте Евразия иҡтисади союзына ылыҡтырыу буйынса ла эш алып барыла. Билдәле булыуынса, унда Рәсәй, Белоруссия, Ҡаҙағстан ағза булып тора ине. Союзға күптән түгел Әрмәнстан ҡушылды, сиратта – Ҡырғыҙстан. Үзбәкстан да ағза булып инһә, был төбәктә ирекле сауҙа зонаһы барлыҡҡа киләсәк.
ЕС илдәре илебеҙгә ҡарата санкция иғлан иткән мәлдә Үзбәкстандан ауыл хужалығы продукцияһы, башлыса емеш-еләк һатып алыу планлаштырыла. Шулай уҡ был дәүләт менән финанс, энергетика өлкәләрендә хеҙмәттәшлек итеү ҡаралған. Афғанстандан НАТО һәм АҠШ ғәскәрҙәре сығарылғандан һуң Үзбәкстанға ла боевиктар тарафынан хәүеф янай. Путин менән Кәримов ошо мәсьәләне лә тикшерҙе.

Илселәрҙең эш һөҙөмтәһе

14 декабрҙә Италияның Рим ҡалаһында Рәсәйҙең сит ил эштәре министры Сергей Лавров менән АҠШ-тың Дәүләт секретары Джон Керри осрашып һөйләште. Һуңғы арала Америка һәм ЕС илебеҙгә ҡарата өҫтәмә санкциялар ҡабул итеү менән янай. АҠШ сенаты ошо хаҡта һәм Украинаға хәрби ярҙам күрһәтеү тураһында Барак Обамаға мөрәжәғәт тә ҡабул иткән. Лавров менән Керриҙың осрашыуы ике ил араһындағы көсөргәнеште бер аҙға булһа ла кәметер тигән өмөт йәшәй ине. Тик ул аҡланмағанға оҡшай.
Шул уҡ ваҡытта ыңғай күренештәр ҙә бар. Мәҫәлән, Украинала етенсе ай барған һуғышты бер аҙға булһа ла туҡтатыуға өлгәшелде. Быны илселәрҙең тәүге еңеүе тип аңларға кәрәк. Ләкин Украинала тыныслыҡ урынлашты тиергә иртәрәк.




Вернуться назад