В. Путиндың мәҡәләләре ҡыҙыҡһыныу уятты02.02.2012
Рәсәй Хөкүмәте Рәйесе Владимир Путиндың “Беҙгә яңы иҡтисад кәрәк” тигән исем аҫтында өсөнсө мәҡәләһе донъя күрҙе. Ул йәмәғәтселектә ҙур ҡыҙыҡһыныу тыуҙырҙы.
— Владимир Владимировичтың мәҡәләләре уның илдәге һәм донъялағы хәл-ваҡиғаларҙы тулыһынса аңлауын күрһәтә, — ти Башҡортостан Республикаһы Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай Рәйесе Константин Толкачев. — Һуңғы мәҡәләлә иҡтисадты глобалләштереүҙең донъя буйынса тенденциялары анализланған, етешһеҙлектәребеҙ билдәләнгән. Бөтә донъя сауҙа ойошмаһына инеүгә бәйле офоҡтар ҙа киңәйә. Хәҙер эске баҙар менән генә сикләнмәй, тышҡы донъя баҙарына сығырға ваҡыт.
Республика парламенты етәксеһе фекеренсә, Рәсәй ҙур инвестицияларға мохтаж, шуға күрә капитал йәлеп итеү өсөн тейешле дәртләндереү саралары кәрәк.
— Федераль һәм төбәктәр кимәлендә ҡануниәтте үҙгәртеү ошо тәңгәлдәге эштәрҙең береһе булыуы мөмкин. Был — ҡатмарлы һәм буталсыҡ эш, айырыуса ул Рәсәйҙә тәүге тапҡыр эш башлаусыларға ҡағыла, — тип үҙ фекерен белдерҙе Константин Толкачев.
М. МӨХӘМӘТЙӘРОВА.


Вернуться назад