“Көньяҡ ағым” көньяҡҡараҡ боролдо09.12.2014
Илебеҙ Президенты Владимир Путиндың Төркиәгә эш сәфәре, АҠШ-та урам сыуалыштары башланыуы, Украина етәкселегендә сит ил граждандары барлыҡҡа килеүе иғтибар үҙәгендә булды.
Газ вентиле Төркиәгә күсә
Ай башында Владимир Путин Төркиәгә барып ҡайтҡайны. Был дәүләттең президенты Таип Эрдоган менән осрашыуы барышында ул көтөлмәгән хәбәре менән барыһын да аптырашта ҡалдырҙы. Һүҙ “Көньяҡ ағым” тигән исем алған газ үткәргес хаҡында бара.
Билдәле булыуынса, ҡайһы бер илдәр Рәсәйҙән Европаға табан һуҙылған торбаларҙан яғыулыҡ урларға әүәҫ. Бындай хәл Украинала, Польшала теркәлгәйне. Шуға ла “Газпром” етәкселеге газ һатып алыусы илдәргә торбаны туранан-тура һуҙырға ҡарар ҡылды. “Төньяҡ ағым”, “Көньяҡ ағым” проекттары ошо нигеҙҙә барлыҡҡа килде. Уларҙың тәүгеһе, Ленинград өлкәһенән Балтик диңгеҙе аша туранан-тура Германияға һуҙылғаны, 2011 йылда файҙаланыуға тапшырылғайны. Диңгеҙ төбөнән һалынған газ үткәргестәр араһында иң оҙоно ул (1200 километрҙан ашыу). “Көньяҡ ағым” иһә Краснодар крайынан Ҡара диңгеҙ төбө аша Болгария ярҙарына тиклем (дөйөм оҙонлоғо – 930 километр) һуҙылырға тейеш ине, әммә Украиналағы сыуалыштар менән бәйле Көнбайыш илдәренең Рәсәйгә ҡарата төрлө санкциялар ҡабул итеүе эште боҙҙо. Быйыл йәй Европа союзы Болгариянан “Көньяҡ ағым” проектын туҡтатыуҙы һораны. Рәсәй етәкселеге үҙ сиратында башҡа варианттар эҙләй башланы һәм тапты ла. Болгарияға табан һуҙыла башлаған газ үткәргес хәҙер, проекты бер ни тиклем үҙгәртелгәс, шул уҡ Ҡара диңгеҙ төбөнән Төркиә ярҙарына табан һуҙыласаҡ. 1 декабрҙә Владимир Путин ошо хаҡта белдерҙе.
“Көньяҡ ағым” Болгария, Австрия, Венгрия, Греция, Сербия, Словения, Хорватия илдәренә һуҙылырға һәм Италияға тиклем етергә тейеш ине. Хәҙер иһә барыһы ла Төркиәгә барып терәлә, йәғни был илдә газ үткәргес станциялар төҙөләсәк һәм Европаға газ фәҡәт улар аша оҙатыласаҡ. Транзит өсөн аҡсаны Төркиәгә түләйәсәктәр. Шуныһын билдәләү мөһим: Төркиә – НАТО ағзаһы. Улай ғына ла түгел, Төньяҡ Атлантика альянсы армияһын тәьмин итеү буйынса төрөк дәүләте АҠШ-тан ҡала икенсе урында тора. Әммә был ғына Эрдогандың үҙ аяғына үҙе атырға тейешлеген аңлатмай. Тәү сиратта ул үҙ иле иҡтисадын ҡайғыртырға тейеш, һәм ул тап шулай эшләне лә.
Быға тиклем Төркиә үҙе транзит газ торбалары өсөн Болгарияға хаҡ түләй ине. Хәҙер киреһенсә буласаҡ. Болгария етәкселеге “Көньяҡ ағым”дан ҡолаҡ ҡағыу арҡаһында кисергән юғалтыуҙарын иҫәпләй башланы ла инде. Яҡынса алғанда, йылына 750 миллион доллар, ти. Шуға ла болгарҙар ризаһыҙлыҡ белдереп ҡарағайны ла, рәсми Брюсселде еңә алманылар. Европа комиссияһы рәйесе Жан-Клод Юнкер “Көньяҡ ағым”дың Болгария аша үтмәйәсәгенә ышанып етмәй булһа кәрәк. Ул һаман да был проектың тергеҙелеренә өмөт итә. Тап шул сәбәпле ул үҙенең ярҙамсыларын Төркиәгә ебәрҙе.
8 декабрҙә Европа союзы дипломатияһы етәксеһе Федерика Могерини менән ЕС комиссарҙары Йоханнес Хан һәм Христос Стилианидис Төркиәгә килде. Улар бындағы етәкселекте Рәсәй менән хеҙмәттәшлек иткәне өсөн ҡыҫымға алмаҡсы, күрәһең. Төркиә, ЕС ағзаһы булмағас, илебеҙгә ҡаршы санкцияларға ниңә тиктомалдан ҡушылһын инде? Ғөмүмән, Европала нисек кенә тырышмаһындар, төрөктәр улар яҡлы булып китә алмай.
Әлбиттә, тышҡы сәйәсәттә Төркиә менән Рәсәй араһында фекер айырмалыҡтары байтаҡ. Шул уҡ Сүриә мәсьәләһен генә алғанда ла, быны асыҡ күрергә була. Әммә Путин менән Эрдоган хәл итеп булмаҫтай мәсьәлә юҡ икәнлеген иҫбат итте. Шулай итеп, илебеҙҙең Европаға тәғәйенләнгән газ вентиле Төркиә ҡулына күсә.
“Ҡара”ларға ҡараш икенсе
Америка Ҡушма Штаттарында урам сыуалыштары башланды. Быға полиция хеҙмәткәрҙәренең башбаштаҡлығы сәбәпсе. Илдең Бостон, Вашингтон, Нью-Йорк, Питсбург, Чикаго һәм башҡа ҡалаларында күп һанлы демонстранттар ил етәкселегенән ғәҙеллек даулай.
Нью-Йорк полицияһының бер хеҙмәткәре тәмәке һатыусы ҡара тәнле кешене ҡулға алғанда тыйылған алым ҡулланған, һәм тегеһе шунда уҡ йән биргән. Фергюсон ҡалаһында иһә хоҡуҡ һаҡсыһы ҡара тәнле бер үҫмерҙе пистолеттан атып үлтергән. Ошо ваҡиғалар арҡаһында Америка ҡитғаһында йәшәүсе ҡара тәнлеләр зыҡ ҡупты. Үткән аҙнала, утҡа кәрәсин һипкәндәй, тағы ла бер ваҡиға сыуалыштарҙы көсәйтеп ебәрҙе: Аризона ҡалаһында полиция хеҙмәткәре Африка илдәренән күсеп килгән ҡара тәнле берәүҙе наркотик һатыуҙа ғәйепләп ҡулға алырға ниәтләгән сағында, тегеһе кеҫәһенән ҡорал сығара икән тип уйлап, пистолетынан ике тапҡыр атҡан һәм ғәйепһеҙ кешене ҡорбан иткән.
Бер-бер артлы булып үткән ошондай көйөнөслө хәлдәр Америка ҡалаларын ҡуҙғытҡандан-ҡуҙғыта, һәм улар полиция хеҙмәткәрҙәрен яуаплылыҡҡа тарттырыуҙы талап итә. Барак Обама урам сыуалыштарына сығыусы халыҡты тынысландырып, барыһын да ныҡлы тикшерәсәкбеҙ, тип вәғәҙәләне. АҠШ прокуроры Эрик Холдер ҙа “ғәйеплеләр яуаплылыҡҡа тарттырыласаҡ” тип янаны. Әммә Көнбайыш демократияһын нисек кенә маҡтамаһындар, был ҡитғала һаман да ҡара тәнлеләрҙе “икенсе сорт” тип ҡарау күренеше йәшәп килә. Уларҙың вәкиле (Барак Обама) президент булып ултырған ваҡытта ла.
Украина хөкүмәтендә – грузиндар
Киевта илдең яңы хөкүмәтен формалаштырыу менән мәшғүлдәр. Президент Петр Порошенко люстрация тураһында законға ҡул ҡуйғандан һуң меңәрләгән чиновникты эш урынынан алдылар. Һөҙөмтәлә Украинала юғары вазифа биләрлек чиновниктар ҡалманы булһа кәрәк. Шуғалырмы, башҡа илдәргә, башлыса Европа союзына һәм АҠШ-ҡа яҡшатланыпмы, Порошенко юғары вазифаға сит ил кешеләрен йәлеп итеү тураһында һүҙ ҡуҙғатҡайны. Уның был сәйер ҡылығына башта аптырай биреп ҡуйҙылар. Порошенко үҙ уйын ғәмәлгә ашырырға тотондо ла инде. Башта вице-премьер вазифаһына Грузияның элекке президенты Михаил Саакашвилиҙы саҡырған ине. Уныһы, Грузия гражданлығын юғалтыуҙан ҡурҡып, киләсәктә тағы ла власҡа әйләнеп ҡайтырына ла өмөт итеп, был тәҡдимдән баш тартты. Ә бына уның ярандарына ҡурҡырлыҡ бер ни ҙә юҡ. Шуға ла улар Киевтың тәҡдименә ҡаршы булманы. Грузияның элекке хеҙмәт һәм социаль яҡлау, һаулыҡ һаҡлау министры Александр Квиташвили хәҙер – Украинаның һаулыҡ һаҡлау министры. Эске эштәр министры урынбаҫары итеп Екатерина Згуладзе тәҡдим ителгән, был ханым элек Саакашвилиҙың яраны Вано Мерабишвилиҙың урынбаҫары булып эшләгәйне. Грузияның элекке юстиция министры Зураб Адеишвилиға иһә Коррупцияға ҡаршы көрәш ведомствоһы етәксеһе вазифаһын тапшырмаҡсылар.
Әлбиттә, бөгөнгө Грузия етәкселегендә енәйәт яуаплылығынан сит илгә ҡасҡан Саакашвилиҙың кешеләрен Киевтағы власҡа ылыҡтырыуҙарына һис кенә лә риза түгелдәр. Тап шул сәбәпле элекке ике союздашыбыҙ араһындағы дипломатик мөнәсәбәттәрҙең ныҡлы боҙолоуы ихтимал.