Башҡортостан Хөкүмәте менән Ауыл хужалығы министрлығы “Йәшел аҙна-2012” күргәҙмәһендә ҡуйылған тауарҙың киң ассортименты һәм юғары сифаты өсөн” махсус приздар менән бүләкләнде.
Умартасылыҡ һәм апитерапия буйынса Башҡортостан ғилми-тикшеренеү үҙәге, “Башспирт”, “Бәләбәй һөт заводы” йәмғиәттәре, Башҡортостан дәүләт аграр университетының умартасылыҡ кафедраһы иҫтәлекле миҙалдар менән бүләкләнде.
Халыҡ-ара аграр форум 20 — 29 ғинуарҙа Берлинда үтте. Умартасылыҡ һәм апитерапия буйынса дәүләт учреждениеһы унда 150-нән ашыу тауар — ағастан, быяла һәм пластиктан эшләнгән төрлө сувенир һауыттарҙа башҡорт балы, дауалау-профилактика продукцияһы һәм аҙыҡ-түлек — тәҡдим итте. Европа гүзәлдәре умартасылыҡ продукцияһы ҡулланып етештерелгән косметиканы ла һынап ҡараны.
Күргәҙмәлә ҡатнашыусылар беҙҙең республикала етештерелгән төрлө сорттағы сырҙарҙы, балды, ит ризыҡтарын, колбасаларҙы тәмләп ҡараны.
Республика предприятиелары үҙ продукцияһы сифаты өсөн бүләктәр алып ҡына ҡалманы, Европа баҙарын беҙҙең ил тауарҙары менән тәьмин итеүгә килешеүҙәр ҙә төҙөнө. Умартасылыҡ һәм апитерапия дәүләт учреждениеһы Германияның урыҫ магазиндарына (3 мең самаһы магазин) тауар ташыу буйынса немец фирмаһы менән һөйләшеп килеште.
“Башспирт” йәмғиәте күргәҙмәгә 35 тауар ҡуйҙы. Германияла предприятие бер нисә компания менән һөйләшеүҙәр алып барҙы. Һөҙөмтәлә беҙҙең продукцияны Real сауҙа селтәренә индереү тураһында һөйләшеп килешелде. Ойошма менән дистрибьютер Leon GmbH араһында хеҙмәттәшлек тураһында килешеүгә ҡул ҡуйылды. Дөйөм бюджет 500 мең евро тәшкил итә.
Ғәлиә НӘБИЕВА.